Яйыҡ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март , 09:57

Кисектермәй хәбәр итегеҙ!

 Бына шулай, йәмәғәт, махсус хәрби операция яу ҡырында ғына бармай, идеологик, психик һөжүм барыбыҙға ла башҡарыла.

Кисектермәй хәбәр итегеҙ!
Кисектермәй хәбәр итегеҙ!

Ниндәйҙер төбәктәргә террористик акттар янай тигән ялған яңылыҡтар социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа күпләп таратыла башланы, тип иҫкәртте Учалы районы хакимиәте. Эйе, һәр саҡ уяу булыр кәрәк, әммә юҡҡа кәүгәселләнеп китмәгеҙ, золомсоларҙың бар маҡсаттары – паника ҡуптарыу. Быныһы бер бәлә булһа, “Хәүефһеҙ интернет лигаһы” ойошмаһы етәксеһе Екатерина Мизуллина ошондай белдереү ҙә яһаған: “ Яуыз ҡотҡосолар интернет аша бар ил буйынса  бирешерҙәй үҫмерҙәрҙе эҙләйҙәр. Аҡса менән әүрәтеп йә ҡурҡытып енәйәт ҡылыуҙы талап итеп маташалар. Бындай хәбәрнамә килеү менән бөтә бәйләнеште шундуҡ туҡтатыр кәрәк, юғиһә йәш кешенең психологик тоҙаҡҡа эләгеүе мөмкин”.

Шуға ла район хакимиәтенән ата-әсәләргә мөрәжәғәт яһалды: “ Балаларығыҙ менән яҡшылып һөйләшегеҙ, аңлатығыҙ –таныш булмаған кешеләр менән бәйләнешкә инергә, ҡотҡо-өндәүҙәренә ҡолаҡ һалырға һис тә ярамай!  Провокаторҙар менән аралашыуҙың эҙемтәләре ни тиклем аяныслы һәм фажиғәле булыу ихтималлығы тураһында төшөндөрөр кәрәк. Бындай хәбәрнамә килеү менән скриншот яһағыҙ (килгән яҙыуҙы теркәү) һәм  2-08-82 телефоны аша Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур часына шылтыратығыҙ. 02,102,112 номерҙары аша ла хәбәр итергә мөмкин.

  Мәғариф учреждениеларында бындай аңлатыу алып барыла, әммә ата-әсәнең һуҙе айырыуса мөһим”.

 Бына шулай, йәмәғәт, махсус хәрби операция яу ҡырында ғына бармай, идеологик, психик һөжүм барыбыҙға ла башҡарыла.

... Ҡәҙимге жуликтар ҙа һөжүм ҡыҫымын көсәйтә генә бара. Быйыл ғына Учалы районында мәғлүмәт-телекоммуникация технологиялары менән бәйле 57 енәйәт теркәлгән. “Аҡсаңды хәүефһеҙ счетҡа күсер!” йә “Яҡын кешеңә ярҙам кәрәк!” кеүек алдыҡ менән жуликтар райондаштарыбыҙҙан 5 миллиондан ашыу һум күсертеп өлгөрҙө.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: