Яйыҡ
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март , 09:12

Икеләтә атҡаҙанған!

Көн ирек бирһә, 15 апрель дым ҡаплауға төшөрбөҙ тип самалайҙар.

Икеләтә атҡаҙанған!
Икеләтә атҡаҙанған!

Юҡҡа ғына “Урал аръяғы-Агро” МТС-ы йәмғиәтенең Учалы филиалы директоры Ғәлимйән Ғабдуллайән улы Хилажев  бер юлы “БР атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” һәм “БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” дәрәжәләренә эйә түгел!

 Машина-технология станцияһында яҙғы баҫыу эштәренә  әҙерлек шул тиклем яҡшы бара, хатта, һәләте булмаған кешенең дә шатлыҡтан бейергә теләге уянырлыҡ! Бында эшләгәндәрҙең дә кәйефе көр һәм дәртле.

Яғыулыҡ, орлоҡ, минераль ашламалар хәстәрләнгән, тракторҙар әҙер, әлеге мәл инвентарь яйға һалына. Көн ирек бирһә, 15 апрель дым ҡаплауға төшөрбөҙ тип самалайҙар.

Былтырғы 3,5 мең гектар урынына быйыл 5 мең гектарҙа сәсеү үткәрәсәктәр, ә коллективта ни бары ике-өс тиҫтә кеше.

Был хаҡта гәзиттең киләһе һанында ентекләп яҙырбыҙ, сәхифәгә лә ҡуйырбыҙ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: