Яйыҡ
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель , 14:26

Торна борсағы ла сәселәсәк

Ысын мәғәнәлә йырҙарҙа йырланған кеше ул: “... алтын диңгеҙ итә баҫыуҙарҙы намыҫлы ир ялан батыры”. Өҫтәүенә “Ләйсән” ансамбле ветераны, әлегә тиклем сәхнәгә сыҡҡылай. 

Торна борсағы ла сәселәсәк
Торна борсағы ла сәселәсәк

2021 йылдан алып районыбыҙҙа яңы инвестор -Һартытау өлкәһенән «Агродинамика» компаниялар төркөмө эш итә. “Урал аръяғы – Агро” МТС-ы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә лә байтаҡ аҡса һалдылар.

 -Яҙғы баҫыу кампанияһын нисек үткәреп ебәрербеҙ, ҡайҙан аҡса табырға тип баш ауыртмай хәҙер,- ти предприятие директоры. Майҙандар туңға һөрөлгән, ерҙе өҫтән эшкәртеү алымын бында өнәмәйҙәр.  Сәсеү “Джон Дир” тракторы таҡҡан 3 заман агрегаттары менән башҡарыласаҡ. Һәр береһенең сменаға етештереүсәнлеге – 70-80 гектар, ә эш ике сменала ойошторласаҡ. Тәүлегенә күпме икәнлеген үҙегеҙ ҙә самалай алаһығыҙ. Ялан хеҙмәткәрҙәренә 4 тапҡыр туҡланыу ойоштороуҙы әленән хәстәрләй башлағандар.

   Яғыулыҡ, орлоҡ, минераль ашламалар әҙер, тракторҙар ремонтланған, әлеге мәл инвентарь яйға һалына. Көн ирек бирһә, 15 апрель дым ҡаплауға төшөргә самалайҙар.

Былтырғы 3,5 мең гектар урынына быйыл 5 мең гектарҙа сәсеү үткәреләсәк, ә коллективта ни бары ике-өс тиҫтә кеше. Өҫтәмә ерҙәр Иманғол һәм Ахун ауыл ултыраҡтары  биләмәләренән ҡуртымға алынған. Халыҡтың пай ерҙәре. Урындағы кешеләр ҡуш ҡуллап ризалаша, күреп-ишетеп торалар бит, МТС вәғәҙә ителгәнде теүәл үтәй, бер пайға (4 гектар) 300 килогамм бойҙай менән иҫәпләшә баралар.Әйткәндәй, сәсеү майҙандары киләсәктә тағын да артыуы бар тигән һүҙ сыға, әммә был хаҡта әлегә хәбәр итеүе иртәрәк.

  Быйыл ниндәй культуралар баҫыуҙарын биләйәсәк? Башҡортсаға “яҫмыҡ” йә “торна борсағы” тип тәржемә ителгән  чечевица 625 гектар биләйәсәк. Беҙҙең тарафтарҙа уны ашарға әллә ни күнекмәгәндәр, әммә үҙебеҙҙең тәжрибәнән сығып раҫлай алабыҙ – ныҡ туҡлыҡлы, тәмле һәм файҙалы.  Өҫтәүенә, ерҙең уңдырышлығын арттырған культура, бер аҙ күтәрелеп өлгөрһә, ҡоролоҡҡа ла сыҙамлы, ти.Үҫтереүе мәшәҡәтлерәк инде, ләкин хаҡы  арыу. Тап отошлолоғона ҡыҙығып,  1800 гектарҙа ҡарабойҙай һәм 503 гектарҙа етен сәселәсәк. Ҡалған 2 мең гектарҙы бойҙайға тәғәйен. Ҡырғар тонна ике сорт элиталы бойҙай орлоғо ҡайтартыла, ҡалғаны – 3-сө репродукция, тәбиғи, барыһы ла кондицияла, йәғни, бәтә күрһәткестәр буйынса ла сәсеүгә яраҡлы.  Ҡарабойҙайҙың да элиталы 40 тонна “Девятка” сорты әҙер.“Туман” химикат бөрккөс агрегаты эшкә егелә. “Химикат-ашламаларҙы шыйыҡ рәүештә ҡулланыу байтаҡҡа эффектлыраҡ икән”, - тигән фекерҙә Ғәлимйән Ғабдуллайән улы.

Биләмә буйынса йөрөп, хеҙмәткәрҙәр менән танышабыҙ. Зариф Заһиҙуллин МТС-та алты йыл эшләй. Ҡәйепҡол ауылынан көн дә йөрөй. Яҡшы түләгәстәре, алыҫ ара булып тойолмайҙыр күрәһең.  Һәр хәлдә барыһы менән дә ҡәнәғәт, ә ғүмер буйы ауыл хужалығында  тир түккән тәжрибәле механизаторҙың хеҙмәтенән етәкселек ҡәнәғәт икәнлеге көн кеүек асыҡ! Тик маҡтап ҡына телгә алдылар. Әле ул, культиватор тип кенә әйтһәң дөрөҫ булмаҫ, ҡеүәтле һәм комлекслы ҡоролған ер эшкәртеү агрегатын ремонтлау менән мәшғүл. Әңгәмәсебеҙ  “Джон Дир” менән башта тырматасаҡ, һуңынан сәсәсәк,  туңға һөрәсәк, башаҡтар тулышҡас комбайн - штурвалы артына ла ултырасаҡ. Ысын мәғәнәлә йырҙарҙа йырланған кеше ул: “... алтын диңгеҙ итә баҫыуҙарҙы намыҫлы ир ялан батыры”. Өҫтәүенә “Ләйсән” ансамбле ветераны, әлегә тиклем сәхнәгә сыҡҡылай. Һәм 4 йәшлек Данил ейәненә бейеү рәтен төшөндөрә башлаған, ейәнсәрҙәре Зарина менән Азалиялар ҙа ихлас шөғөлләнәләр, ти. Бейеү тигәндәй, былтыр “Урал аръяғы-Агро” һәм “Байрамғол” агрофирмаһы бейеүселәре Ғәлимйән Ғабдуллайән улы етәкселегендә “Ирәмәл мираҫы” ансамбленә берләшеп ( Ғ.Ғ.Хилажев, Я.А.Ғарипов, З.Ғ.Хилажев, Р.Р.Бағаев, З.А.Заһиҙуллин, А.Н.Заһиров)  республика агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренең ижади конкурс-фестивалендә бик тә сағыу сығыш яһанылар. “Тракторсылар бейеүе” I дәрәжә дипломы менән баһалана.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: