Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты фытыр саҙаҡаһының, фидиәнең, зәкәт өсөн нисәптең күләме тураһында ҡарар ҡабул итте.
Зәкәт өсөн нисәп – 495 000 һум (алтын хаҡы буйынса).
Фытыр саҙаҡаһын түләү өсөн нисәп – 43 000 һум (көмөш хаҡы буйынса).
Фытыр саҙаҡаһы күләмен арпа буйынса иҫәпләгәндә – 150 һум, йөҙөм буйынса – 1000 һум.
Фидиә күләме – ураҙаны ҡалдырған һәр көн өсөн 400 һум (һаулыҡ торошо буйынса тота алмағанда йәки икенсе ваҡытҡа күсереү мөмкин булмаһа)
(Фитыр саҙаҡаһының күләмен Диниә назараты иҫәпләп сығарып ҡуя, ә ябай кеше үҙенән-үҙе фәтүә( ҡарар) сығара алмай).
Фитыр саҙаҡаһы ла, зәкәт шикелле үк, йылға бер мәртәбә бирелә.
Байлығы булған һәр мосолманға фитыр биреү – вәжиб (ҡылған кеше сауаплы, ҡылмаған кеше гонаһлы ). Бәлиғ булмаған балаларҙың фитырын ата-әсәһе бирергә тейеш. Хатта ғәйет намаҙынан алда тыуған йәш бала өсөн дә. Фитыр саҙаҡаһы ураҙаларҙағы кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн бирелә, сөнки ай буйы ураҙа тотҡанда һәр мосолман бәләкәс кенә булһа ла барыбер гонаһ ҡыла. Шуға ла кәффәрәт, таҙарыныу өсөн, гонаһтарҙы бөтөрөү өсөн бирәбеҙ. Хәлле кешенең өҫтөнән фитыр төшөрөлмәй, хатта үлгәс тә үтәлергә тейеш. Үҙе бирмәһә, уның вариҫтары бирә (гүр саҙаҡаһы). Ярлы кеше был саҙаҡаны бирмәй, киреһенсә уға биреү дөрөҫ була.
Фитыр саҙаҡаһы зәкәт бирелә торған кешеләргә бирелә.
1.Ярлыларға: көс-ҡеүәте бар, ләкин алған аҡсаһы үҙенә етмәй торған кешеләргә. Был кешеләр динебеҙ буйынса ярлы — фәҡир тип һанала.
2.Меҫкендәргә: ҡулында һис бер әйбере һәм көс- ҡеүәте булмағандарға.
3.Бурыслыларға: бурысы булған мохтаж мосолмандарҙы бурыстан ҡотҡарырға ярҙам итеү өсөн
Фитыр саҙаҡаһын, Ураҙа байрамы көнөндә, таң атҡандан һуң ғәйет намаҙы уҡылғансы биреү сауаплыраҡ һанала. Шулай уҡ Рамаҙан айы башланыу менән дә һәм уның барышында ла биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ була. Фитыр саҙаҡаһын алғас уҡыла торған доға: “Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү үәсыйәмәһү үәстәджибү доғаәһү үәғфир ҙүнүүбәһү үә әккид имәәнәһү үә әксыйр әмүәәләһү үә үәффиҡһү ғәләә хәйри мәҡәсыйдиһ”.
Мәғәнәһе. Әй, Аллаһ Тәғәлә, фитыр саҙаҡаһы биреүсенең ураҙаһын ҡабул ит, доғаһын ҡабул ит гонаһтарын ғәфү ит. Иманын ҡеүәтлә, малдарын арттыр, уны хәйерле маҡсатына ирештер.
Нурия ШӘРИПОВА.