Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов рәйеслегендә террорға ҡаршы комиссияның һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләре буйынса комиссияның ултырыш үтте.
Сарала күҙәтеү, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, бер нисә предприятие һәм учреждение етәкселәре ҡатнашты. Ултырышта ҡатнашыусылар халыҡ күп йөрөгән учреждениеларҙың, йәшәүҙе тәьмин итеү системаларының, сәнәғәт-производство, социаль объекттарҙың террорға ҡаршы һаҡланыу сараларын көсәйтеү буйынса мәсьәләләрҙе ҡараны.
Илдә, бөтә донъяла арабыҙҙа уҫал ниәтле кешеләр һаны йылдан-йыл арта бара. Уларҙың насар ғәмәлдәре арҡаһында бер ғәйепһеҙҙәр, бәхетһеҙлек осраҡтарына дусар булып, шаҡтай зыян күрә, шул ваҡытта ҡайһы берҙәренең сәләмәтлегенә зыян килә, хатта ғүмерҙәре лә өҙөлә.
Март аҙағында Красногорскиҙың “Крокус Сити Холл” концерт залындағы теракт бөтөн донъя йәмәғәтселеген тетрәтте. Әлеге ысынбарлыҡ беҙгә ваҡиғаларҙың һәр беребеҙгә ҡағылышлы икәнлеген күрһәтте.
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының Учалы ҡалаһындағы вәкиле үҙенең сығышында халыҡ-ара террористик ойошмаларҙың һәм деструктив ағымдарҙың идеологтарының интернет селтәрендә үҙ эшмәкәрлеген ҡырҡа әүҙемләштереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мессенджерҙарҙа йәштәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе законһыҙ эшмәкәрлеккә йәлеп итеү, теракттар ойошторорға ҡотҡо һалыуҙары бик хәүефләндерә. Махсус хәрби операция ваҡытында был мәсьәлә айырым һәм өҫтөнлөклө иғтибар талап итә.
- Беҙҙең бурыс - уҡыусыларҙа, йәштәрҙә терроризм ҡотҡоһонан йолҡоп алыу һәм башҡа деструктив ағымдарға ҡаршы торорға өйрәтеү. Бынаң өсөн тәү сиратта төплө тәрбиә процесы алып барылырға тейеш. Уҡыу йорттарында был эшкә тәрбиә эше буйынса кәңәшселәрҙе йәлеп итергә кәрәк, террорға ҡаршы сифатлы контент әҙерләүҙе һәм таратыуҙы тәьмин итеү мөһим. Ошоға бәйле педагогтарҙың, психологтарҙың һәм башҡа белгестәрҙең профессиональ әҙерлек кимәлен күтәреү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Әлбиттә, ата-әсәләр балалары менән һөйләшергә тейеш, - тип билдәләне докладсы.
Рәсәй эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлеге начальнигы Линар Хоҙайназаров ҡайһы бер объекттарҙа террорға ҡаршы һаҡланыуға йүнәлтелгән саралар, миграция сәйәсәтен камиллаштырыу тураһында һөйләне.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты һәм коммуналь предприятиелар вәкилдәре лә тыңланды, улар объекттарҙың террорға ҡаршы яҡланыуында асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса күрелгән саралар һәм уның һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән саралар тураһында хәбәр итте.
Мәғариф бүлеге, спорт һәм мәҙәниәт учреждениелары, филармония, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы, тау сәнәғәте колледжы етәкселәре үҙҙәренә ышанып тапшырылған объекттарҙы террорға ҡаршы яҡлауҙы көсәйтеү буйынса алып барылған эштәре хаҡында һөйләне.
Докладсылар билдәләүенсә, телгә алған учреждениеларҙа террорға ҡаршы хәүефһеҙлектең техник саралары менән йыһазландырыу дауам итә - видеокүҙәтеү һәм һаҡ сигнализацияһы системалары ҡуйыла, һаҡ постары йыһазландырыла, контроль һәм инеү менән идара итеү системалары ҡуйыла.
Учреждениеларҙа һаҡ ойошмалары һәм вахтерҙар поста тора, пропуск режимы эшләй, сит кеше бинаға инә алмай. Бынан тыш, һәр урында һаҡ төркөмөн тиҙ арала саҡырыу төймәләре ҡуйылған.
Шулай уҡ террор акты янаған йәки башҡарылған осраҡта персоналдың эшмәкәрлеге буйынса инструктаждар ваҡытында үткәрелә.
Кәңәшмә барышында комиссия ағзалары һәм ҡатнашыусылар Ураҙа байрамын һәм Пасханы байрам итеүгә арналған сараларҙы ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләләрен ҡараны.
Учалы ҡалаһының Изге Пантелеймонов сиркәүе настоятеле Александр Гаврик хәбәр итеүенсә, быйыл Пасха 5 майға тура килә. Был датаға ҡаршы төндә ҡаланың православие сиркәүҙәрендә, Миндәк ҡасабаһында һәм Вознесенка ауылында тантаналы ғибәҙәт ҡылыуҙар планлаштырыла.
- Был сараларҙа ғәҙәттә күп кеше ҡатнаша. Шуға күрә төп бурыс – хәүефһеҙлек саралары тәртибен, санитар-эпидемиологик сараларҙың үтәлешен тәьмин итеү. Дини ойошмалар, бөтә ведомстволар һәм структуралар етәкселәренән тейешле әҙерлек эштәрен бергәләп башҡарыуҙарын һорайым, - тип билдәләне Руслан Ғиләзетдинов.
Ултырыш аҙағында тикшерелгән темалар буйынса бурыстар йөкмәтелде, уларҙы хәл итеү ваҡыты билдәләнде.
Әлиә ФӘРРӘХОВА.