Яйыҡ
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель , 13:17

Ришәтселек тип баһалана

Инспекторҙар автомобиленә ултыртылғас, “проблеманы протоколһыҙ ғына хәл итергә” тәҡдим итә.

Ришәтселек тип баһалана
Ришәтселек тип баһалана

Алтмыш  йәшлек ир Пермь өлкәһендә тыуып үҫкән,  Ямал-Ненец милли округының бер ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Районыбыҙҙың Илсе ауылына ҡатынының туғандарының хәлен белергә килгән булалар.  Ә кейәү менән еҙнәйҙе ҡунаҡҡа килгәнендә һыйлай торғандар.  Был ир ҙә, үҙенең самаһы буйынса, табын артында ярты литр тирәһе самогон эсә.  Ә иртәгеһенә, 8 апрель көнө, “Лада Веста” автомобилдәрендә Учалы ҡалаһына, магазиндарҙы байҡап сығырға юлланалар. Йомоштарын йомошлап ҡайтҡандарында, ҡала осонда уларҙы БР Дәүләт автоинспекцияһы айырым махсус батальонының экипажы туҡтата. Салон эсендә хәмер еҫе абайлағандарҙыр инде, ҡунаҡ кешегә прибор аша тикшерелергә тәҡдим итәләр.  Ир техникала  эшләгәс, ҡойолоп төшә:  үҙен иҫерек итеп тоймаһа ла, прибор кисәнге табын эҙен күрһәтә икән, водитель таныҡлығынан мәхрүм итәсәктәр, артабан элекке урында эшләй алмаясаҡ бит. Шуға ла, инспекторҙар автомобиленә ултыртылғас, “проблеманы протоколһыҙ ғына хәл итергә” тәҡдим итә. Полиция хеҙмәткәре, был ҡылмыш законды боҙоу буласаҡ, тип иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, ике 5 мең һумлыҡ купюраларҙы автомобилдең алғы урындыҡтары араһына һала.

Аҙағы билдәле инде, Учалы буйынса эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе майор Денис Мөхәмәтйәновтың  әйтеүенсә, РФ Енәйәт кодексының 291.2-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.  Ваҡ ришүәтселек. Ярар ҙа, кейәүебеҙ 10 мең һум һалыу менән сикләнә, әгәр ҙә 10 мең һум һәм 1 тин тәҡдим иткән булһа, 291-се статья буйынса яуапҡа тарттырылыр инде. Унда  иһә, ришүәт күләме ҙур икән,  иң ҡаты яза - 2-4 миллион һум штраф, хатта, ғәйепленең  ун йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе мөмкин.

Йәнә бер урынға туҡталыр кәрәктер. Ришәүт биреүсе һәм алыусы ғына түгел, аралашсы ла енәйәт яуаплылығына тарттырыла.   Ришүәт биреүсе, ошо енәйәтте асыҡларға булышлыҡ итә йә ришүәт биреүе тураһында компетент органдарға хәбәр итә икән , яуаплылыҡҡа тарттырылмаясаҡ.

 Барыһына ла бер кәңәш инде, эсеп йә хәмер табынынан һуң ныҡлап айынып бөтмәйенсә руль артына ултырмағыҙ, һис кәтмәгән урында бәләгә ҡалмаҫһығыҙ.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: