Яйыҡ
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель , 09:32

Ҡул күтәрәһе булма!

Пассажир булып ултырған шешәләшенең ҡыйығы уныҡынан да нығыраҡ киткәндер: водителде баҫтырған полицейҙарға ҡамасауларға  ынтылып, береһенең арҡаһына йоҙороҡ менән тондора.

Араҡы эсеүҙең аҙағы хәйерле булмай инде. БР Прокуратураһы Учалы ҡалаһындағы ошондай хәл тураһында хәбәр итте ( 

https://epp.genproc.gov.ru/web/proc_02 ). Ҡыҫҡаһы, ике ир таңда күңел-сафа ҡороу  урынынан ҡайтып килгәндәр. Иҫерек булһалар ҙа, автомобилдә. Юл инспекторҙары туҡтата. Водителдең башы йүнләп эшләмәгәндер инде, яуаплылыҡҡтан ҡотолоу өсөн йәйәү ҡасып маташа. Пассажир булып ултырған шешәләшенең ҡыйығы уныҡынан да нығыраҡ киткәндер: водителде баҫтырған полицейҙарға ҡамасауларға  ынтылып, береһенең арҡаһына йоҙороҡ менән тондора.

Ярар ҙа, уҫмаҡ әллә ни көслө сыҡмай.  Шуға ла һуғыш суҡмары РФ Енәйәт кодексының 318-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса суд алдына баҫтырыласаҡ –һаулығына ҡурҡыныс булмаған дәрәжәлә  власть вәкиленә ҡарата көс ҡулланыу. Әгәр ҙә ғәйебен танып, аҡланырға тырыша икән, бәлки штраф менән дә ҡотолор (быныһы суд ҡарамағында), максималь яза - 5 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү. Ә бына хеҙмәт бурысын үтәгән егеттең сәләмәтлегенә зыян килтерелек дәрәжәлә дөмбәҫләшкән булһа, үрҙә әйткән статьяның 2-се өлөшө янар ине, уның буйынса 10 йылға төрмәгә ултыртыуҙары ла мөмкин.

 Бер осраҡта ла хеҙмәт бурысын үтәгән кешегә ҡул күтәреү генә түгел, бортаҡ һүҙҙәр ҙә әйтмәгеҙ! Хатта, берәй власть вәкиле ғәҙелһеҙ, закон боҙоп эш итә тип уйлаһағыҙ, проблеманы хәл итеү өсөн юғарыраҡ инстанцияға йә прокуратураға ялыу биреү ҙә етә.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: