Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Апрель , 09:40

Башҡорт еләне ни ере менән кәм?

Урамдарҙа хижәп, башҡа ғәрәп кейеме кейгән кешеләр төп асылда үҙебеҙҙең  милли мәҙәниәтте ғәрәп мәҙәниәте менән алмаштырыуға булышлыҡ итә.  Ислам кешеһе мотлаҡ ғәрәп милли кейемен кейергә тейеш тип ҡайҙа әйтелгән һуң? 

Башҡорт еләне ни ере менән кәм?
Башҡорт еләне ни ере менән кәм?

Бәләкәй Ватан – һин тыуған, үҫкән төбәк. Унан башҡа “Рухи бәләкәй Ватан” тигән дә төшөнсә бар, сөнки кемдер  икенсе тарафта, хатта, икенсе илдә бала сағын үткәреп тә,  ата-әсәһенә бәйле халыҡтың рухын, холҡон, образдарын, үҙаңын, этикаһын һеңдереп үҫеүе, тулы мәғәнәлә ошо халыҡ вәкиле булараҡ оло кеше ҡорона инеүе мөмкин.

Рәсәй – күп милләтле һәм күп конфессиялы төбәк, шуға ла был өлкәлә татыулыҡ һәм аңлашыусанлыҡ мәсьәләләренә айырыуса һаҡ булыр кәрәк, тип сығыш яһаны РФ Президенты В.В.Путин Тверь өлкәһендә хәрби летчиктар менән осрашҡанында.  Хаҡ һүҙҙәр!

Ысул һәм маҡсат

Артабан был темаға һөйләшеүҙе дауам итер алдынан, ҡулланыласаҡ төшөнсәләр менән аңлашып алайыҡ.

Мәҙәниәт – йәмғиәттең тулайым матди һәм рухи ҡиммәттәре, ижади үҫеш кимәле. Шулай уҡ рәхсәт ителгән һәм тыйылған ғәмәлдәр системаһынан ғибәрәт.

Традициялар, йолалар – бер быуындан икенсегә күсеп килгән, мираҫҡа алынған ғәмәлдәр һәм ғөрөф-ғәҙәттәр комлексы, шул иҫәптән көнкүрешкә, көндәлек йәшәйешкә ҡағылышлы үҙенсәлекле тәртип. Яҡшы мәғәнәлә “ҡалып” тиергә лә мөмкин.

Менталитет - һәр  кешегә, төркөмгә  генә хас характер, аң, уйлау, һиҙеү, донъяны тойоу кеүек сифаттар йыйылмаһының дөйөм атамаһы ул. 

Үҙаң (самоидентичность) – үҙбилдәләнеш, һәр айырым кешенең үҙен теге йә был социаль, милли, дини төркөмдә итеп хис итеүе.

Әле яңғы ғына кешенең милли үҙаңы тәү сиратта милли мәҙәниәт һәм милли традицияларҙа йәшәүе  менән билдләнһә,  хәҙер туған тел белеү менән генә сикләнә башланы. Һәм милләтте һаҡлап ҡалыу, артабан үҫештереү тик туған телде ҡулланыу мәсьәләһе тигән стереотип күҙ уңында тотола.  Ә бит тел (аралашыу функцияһынан тыш) фәҡәт милли мәҙәниәт һәм традицияларҙы сағылдырыу сараһы, киреһенсә түгел.  Ысул менән маҡсатты һис тә бутарға ярамай! Бер генә миҫал килтерәйек. XIX быуатҡа йәһүттәрҙең милли теле (иврит) бөтөнләй тиерлек үлгән була, аралашыу өсөн бер кем ҡулланмай. әммә милли мәҙәниәт һәм менталитеттарын һаҡлай алғастары, иврит та тергеҙелде, бөгөнгө кәнгә миллион-миллион кеше өсөн йәнә   туған телгә әйләнде.

 Фәҡәт милли мәҙәниәт һәм традициялар ғына төрлө халыҡтарға меңәр йыл буйына  бер этнос булараҡ һаҡланып ҡалырға мөмкинлек биргән, милли тел һәм диндең бында әһәмиәте аҙыраҡ. Тап милли мәҙәниәт һәм ғөрөф-ғәҙәттәр  башҡортто – башҡорт, татарҙы – татар, русты - рус итеп әүәләй. Эйе, туған тел милли мәҙәниәт менән тығыҙ бәйле, әммә асыл менән эҙемтә бәрәбәр түгел.

Хижәп – ғәрәп кейеме!

Әле мәҙәниәтттең ике аспектына туҡталайыҡ: милли кейем һәм ғөрөф-ғәҙәт. Үкенескә ҡаршы, ҡалаларыбыҙҙа мәҙәниәттең иң сағыу символы – милли кейемде бөтөнләй күрерлек түгел хәҙер.

Үрҙә билдәләгәнсә, дин – халыҡтың үҙаңына һәм мәҙәниәтенә ҡарата икенсел, бәлки, өсөнсөл күренештер. Төрлө тарихи дәүерҙәрҙә башҡорттар тәңреселектән Исламға тиклем етте, атеизм да дин бит ул – Илаһтың юҡлығына ышаныу. Һәр дин башта иман менән бер төшөнсә була,  бәтә йәмғиәттең рухи тормошо менән идара итә. Һуңынан иһә исем өсөн генә үтәлгән йолаларға тороп ҡалыуы йыш күҙәтелә.

Урамдарҙа хижәп, башҡа ғәрәп кейеме кейгән кешеләр төп асылда үҙебеҙҙең  милли мәҙәниәтте ғәрәп мәҙәниәте менән алмаштырыуға булышлыҡ итә.  Ислам кешеһе мотлаҡ ғәрәп милли кейемен кейергә тейеш тип ҡайҙа әйтелгән һуң?  Хаҡ мосолмандарға инсафлы, тыйнаҡ башҡорт-татар милли кейеме һис тә тыйылмаған.  Мосломан бул, әммә милли тамырҙарыңа хыянат итмә. Әйткәндәй, Ислам – баҫалҡылыҡ дине, сит-ят кейем менән маһайып, ҡалғандарҙан айырылып йөрөү бигүк килешеп тә бөтмәй торғандыр.

Ҡытайҙарҙың менталитеты буйынса уларҙың киләсәктәре гел генә артта, үткәндә урынлаша. Шуға ла, төшөнмәләре (донъяға ҡараш, мировоззрение) иудей-христин-мосолмандарҙан ныҡ айырыла. Үткәнгә үтә иғтибарлылар,  ғөрөф-ғәҙәттәрен ныҡ ҡәҙер итәләр, сит халыҡтар менән буталмайҙар, әммә ҡалғандарҙы ассимиляциялаштырырға һәләтлеләр. Ә үткәнгә ҡараш ни тиклем алыҫҡа һуҙыла? Бына беҙ әле 2024 йылда тип үҙебеҙҙе хис итәбеҙ. Һижрә буйынса 1445-1446 йыл. Ҡытай ҡалендарына ярашлы, уларҙың тарихы 4591 йыл дауам итә,  Һиндостанда – 5000 йыл тирәһе, йәһүттәрҙең календарында  – 5782 йыл. Нигеҙҙәре беҙҙекенән күпкә төпкәрәк китә,  эҙемтә булараҡ – ныҡлыраҡ. Рустарҙың да тәү календары буйынса әле 7532 йыл булырға тейеш ине, тик бына 1700 йылғы реформа буйынса “артыҡ” 5508 йыл ситкә бырғытыла...

Ә бит борондан-боронғо  этнос вәкилдәре икәнлегебеҙ менән ғорурланып, беҙ ҙә милли кейемдәребеҙҙе Милли костюм көндә генә  бер аҙ тартынып кеймәй, көндәлек әйбергә әйләндерһәк ине. Исмаһам, стилләштереп тегелгән йә милли орнамент, символ, образдар менән  биҙәлгәнен. Шул осраҡта ғына үҙебеҙҙе башҡорт-татар, рус-сыуаш итеп төпкөл аң менән дә ҡабул итә башлаясаҡбыҙ. Ҡытайҙар, индустар, Урта Азия халыҡтары тап шулай итә бит, милли кейемдәре милли үҙаңбулдырырға, туған телдәрен һаҡларға булышлыҡ итә. Ә беҙҙең ни еребеҙ кәм һуң? Тик был ынтылышта ла саманы үтергә ярамай.

Заманға яраҡлаштырылған, милли кейемде (айырым элементтарын) көндәлек тормошҡа индереү, ҡәҙимге күренешкә әйләндереү – милли үҙаңды, мәҙәниәттте һәм туған телде һаҡлауҙың ҡеүәтле алымы. Һәм был эште мәктәптәрҙән башларға ине, балалар  типә-тиң күп милләтле һәм күп конфессиялы дәүләттә йәшәүҙәре менән ғорурланып үҫһендәр!  Манҡортлоҡҡа ҡаршы иң ҡәеүәтле “прививка” буласаҡ.

Гел күмәкләп кәрәк

Йәнә бер мөһим тема – йолаларыбыҙ һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ. Беҙ ҡараған “төньяҡ цивилизация” халыҡтары гел генә күмәкләп, община менән йәшәгән. Һалҡын, хужалыҡ алып барыу шарттары ҡырыҫ территорияларҙа башҡаса иҫән дә ҡала алмаҫтар ине. Ғаилә кимәлен алғанда ла, йәмғиәттең был нигеҙ ташы һәр саҡ өс быуынлы була: олатай-өләсәйҙәр, атай-әсәйҙәр һәм кәмендә биш-алты бала. Бындай ғаиләлә йәштәр алдағы быуындарҙың тәжрибәһен, донъяға ҡарашын һеңдереп үҫә, тейешле рухи һәм хеҙмәт тәрбиәһе ала, аҙағынан милли тел һәм мәҙәниәткә хыянат итеүҙәрен күҙ алдына ла килтереп булмай. Оҙон һүҙҙең  ҡыҫҡаһы – республикабыҙҙа Ҡарттар приюттары, Бала йорттары талап ителеүе – барыбыҙ өсөн дә милли хурлыҡ.  Милли йолалар, ғаилә ҡиммәттәре юҡҡа сығыу күрһәткесе һәм киләсәктә еребеҙҙе уның ысын хужалары  биләйәсәгенә шөбһә уятырлыҡ факт.

Ғаилә, күрше-күлән, урам, аймаҡ, ауыл, зәт-зәүер, ырыу, милләт -  беҙ, башҡорттар, ғүмер баҡый берегеп, күмәкләшеп йәшәгәнбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер торғанбыҙ. Кемдер берәй ҙур эшкә тотонһа, өмә үткәрепме, матди булышлыҡ итепме, аҡыллы кәңәш бирепме – һәр кем хәленән килгәнсә үҙ өлөшөн индергән. Өй һалыу, тирмән ҡороу, зирәктәргә белем алыу форсаты биреү – миҫалдарҙы күп килтерергә мҡмкин. Шәфҡәтлек кенә этәргес көс булмай быға, айыҡ аҡылға, ғәмәли йәһәттән ҡарағанда ла, күп кешеләрҙән тупланған берекмә именлеге һәр айырым ағзаның именлегенән башлана. Кемдер ҡалғандарҙан файҙа алһа, ул да аҙағынан берекмәгә файҙа килтерәсәк бит, артығы менән килтерәсәк.

Әйҙәгеҙ, хәҙер, 21 быуаттағы ғаилә ҡоролоу рәтенә  күҙ һалайыҡ. Балағыҙ кәләш алды йә кейәүгә сыҡты, ти. 20-25 йәшлек кешеләрҙең ҡайҙан ғына ғаилә усағы ҡорорлоҡ аҡсаһы булһын инде.... Фатир яллап, кеше тупһаларын тапай торғас, банкка барып 20-30 йылға ипотека кредиты юллайҙар. Бер түгел, ике фатир хаҡын түләргә тура киләсәк! Ата-әсә, күп тигәндә, тәү иғәнә индереүҙә генә булышлыҡ итә ала торған. Ә бит был 20-25 йыл йәш ҡатындың бала табыу дәүеренә тура килә. Тәбиғәт ҡуйған бурысын тулы күләмдә  үтәр, дәүләттең демографик сәйәсәте бойомға ашырыр өсөн баш өҫтөндә үҙ ҡыйығы булһа, хәжәтте нисек түләрбеҙ, тип борсолмаһа, күпкә ҡулайлыраҡ булыр ине.  Бурысты артығы менән түләй торғас, күп бала табып тәрбиәләүгә теләк кенә түгел, мөмкинлек тә ҡалмай күп осраҡтарҙа.

Кредит һәм ипотека – беҙҙең заман ҡасафаты.  “Ипотека - оҙайлы ваҡытҡа ссуда алыу өсөн күсемһеҙ милекте (ерҙе, биналарҙы) залогҡа ҡуйыу. Ипотека – крәҫтиәндәрҙе эксплуатациялау һәм бөлгөнлөккә төшөрөү ҡоралы. Улар бар килемдәрен банктарға риба проценты рәүешендә бирә баралар.  Социалистик илдәрҙә ипотека юҡ”, - тип билдәләмә бирә совет дәүере һүҙлеге.

Әлеге мәл ипотека бар, ә бына беҙ, башҡорт, татар, рус, йәһүт, сыуаш, мордва һәм башҡалар, халыҡ рәүешендә барбыҙмы, тигән һорау ҡуйырлыҡ. Исем буйынса ғына түгел, есем, йолалар, ғөрөф-ғәҙәт буйынса ла теге йә был милләт вәкиле булһаҡ, моғайын да ҡан ҡәрҙәштәребеҙҙе ипотека һаҙлығына батыуҙан аралар инек. Әйтәйек, 100 ҡан ҡәрҙәштәре йәштәргә туй бүләгенә 50-шәр мең тотторһа, 5 миллион һум фатир алырға йә йорт төҙөтөргә етер ине бит. Ә был ғаилә, ныҡлап аяҡҡа баҫыу менән, үҙе лә икенсе милләттәштәргә ярҙам итә башлар ине. Һәм был схеманы торлаҡ алғанда ғына түгел, бизнес асҡанда ла ҡулланырлыҡ. Шул уҡ Ҡытай халҡы эшҡыуарлыҡҡа тотонғанда туғандар бер-беренә етди булышлыҡ итә. Уларҙа ғаилә, ҡәрҙәшлек, милләттәшлек мөнәсәбәттәре һәм йөкләмәләре бизнес мәнәфәғәттәренән дә юғарыраҡ ҡуйыла. Әлеге ҡырыҫ заман шарттарында милләт, халыҡ булып һаҡланып ҡалыу, артабан үҫешеү  өсөн беҙгә лә рухи тамырҙарыбыҙға, ата-бабаларҙың тәжрибәһе һәм мәҙәниәтенә һыйыныу бик мөһим шарттыр. Һепертке тураһында мәҫәл киң билдәле: яңғыҙ сыбыҡты һындырыу бер ни тормай, ә күп сыбыҡтар бөтөн һеперткегә туплана икән – бер кемдең һындырырға көсө етмәҫ.

Шамил Батыршин, Өфө нефть һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеттарының  өлкән уҡытыусыһы.

Зәки Алибаев, Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: