Яйыҡ
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель , 09:00

Өмөт туҡыйҙар

“Фестиваль өмөтө”  номинацияһында дипломант булдылар.

Өмөт туҡыйҙар
Өмөт туҡыйҙар

Әлшәй районында келәм һуғыу буйынса Башҡортостан фестиваль-конкурсы үтте.

Уральск ҡасабаһынан Язилә Үҙәнбаева, Варвара Рябцева, Эльвина Солтановалар бик тә лайыҡлы сығыш яһап, “Фестиваль өмөтө”  номинацияһында дипломант булдылар. Йәш оҫтабикәләрҙең  остаздары – Дина Мөхәмәтова. Афарин, ҡотлайбыҙ!

Оҫта ҡуллы һылыуҡайҙар “Ирәмәл” ижад үҙәгендә шөғөлләнә, “Игелек хаҡына” автоном коммерцияға нигеҙләнмәгән ойошма  Мәҙәни инициативалар буйынса Президент фонды грантын алыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Бына шулай, грант ваҡыты үтте, әммә ул саҡ сәселгән орлоҡтар артабан үҫешә, һоҡландырғыс емеш бирә.

Әйткәндәй, Өфө оҫтаһы  Руслан Әминев тап “Ирәмәл” үҙәгенә үҙе яһаған яңы туҡыу станогы бүләк иткән.  Тимәк, бындай ҡаҙаныштар алда күп буласаҡ әле.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: