Ыуылдырыҡ сәсеүгә бәйле 25 апрелдән 5 июнгә тиклем балыҡсылыҡ кәсебе тыйылды. Һис юғында, һәүәҫкәр балыҡсыларға ярҙан тороп һәм бер ҡармаҡ менән генә тоторға мөмкин – балыҡ ыуылдырыҡ сәсмәгән урындарҙа ғына. Тәүлегенә иң күбендә – 5 килограмм.
Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе майор Динара Фәсхетдинова барыһының да иҫенә төшөрҙө: йылдың йылы төбәгебеҙҙә браконьер балыҡсылар тотола килә, ҡаты енәйәт яуаплылығына тарттырыла.
Был осорҙа тараҡандай сабаҡ та ысын алтын балыҡ хаҡына килеп баҫасаҡ! Хәтерҙе яңыртыу өсөн һуңғы йылдарҙағы бер-ике енәйәтте иҫкә төшөрәйек: