Яйыҡ
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Апрель , 16:01

Йәнә ҙур сәхнәлә балҡынылар

Халыҡ-ара фестиваль-конкурста Гран-при, I һәм  II дәрәжә дипломдары.

Йәнә ҙур сәхнәлә  балҡынылар
Йәнә ҙур сәхнәлә балҡынылар

Ошо көндәрҙә Магнитогорск ҡалаһында  «Dance Energy» Халыҡ-ара хореография фестиваль-конкурсы үтте.

Уральск балалар сәнғәт мәктәбенең “Наҙлыҡай” ансамбле “Наҙ” бейеүе менән Гран-при яуланы. Яңғыҙ сығыш яһаған Алтынай Килмөхәмәтова һәм Дарина Ғафанова (“Самауыр менән” һәм “Еләкле ялан” бейеүҙәре)  I дәрәжә лауреаттары дәрәжәләренә ирештеләр. “Йондоҙсоҡтар” ансамбле “Инеш буйында”ны башҡарып II дәрәжә лауреаты була.  Барыһының да етәкселәре – Розалия Абдрахманова. Шулай уҡ Учалы  балалар сәнғәт мәктәбенең “Оҙонгүл” ансамбленең өлкән, урта һәм кесе төркөмдәре l һәм ll дәрәжә лауреаттары исемдәрен яуланылар (етәкселәре Юлия Зайнышева, Луиза Гиззәтуллина).

Саф күңелдән, ал-ял белмәйенсә һәм дә бик оҫта балаларҙы бейергә өйрәткән, яңынан-яңы еңеүҙәре менән шатландырған  Розалия Абдрахманованың үҙе тураһында ентекләберәк яҙыу урынлы булыр. Розалия Азамат ҡыҙы – күрше Әбйәлил районының Салауат ауылынан. Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт училищеһында 2-се курста  уҡығанда уҡ,  2007 йыл   “Ләйсән” ансамбленә урынлаша, әлегәсә унда бейей. Шулай уҡ хәҙер инде 10 йыл Уральск балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Ситтән тороп Силәбе университетында юғары белем дә ала. Тормош иптәше, полиция хеҙмәткәре Радик Нәсим улы менән Уральск ҡасабаһында йәшәһә лә, тирә-йүндәге ауылдарға йөрөп эшләй: Иҫтамғол, Баттал, Миндәк, һуңғы дәүерҙә – Бәләкәй Ҡаҙаҡҡолда.Үрҙә яҙған ансамблдәрҙең йәш бейеүселәре лә башлыса ошо ауылдан, Ҡалуйҙан килеүселәр ҙә бар.   Ҙур сәхнәләрҙә төбәгебеҙҙең яҡшы данын киң таратҡан йәш артистар күмәк булһа ла, хөрмәт йөҙөнән  исем-шәрифтәрен атайыҡ: Эльмира Илһамова, Айназ, Элина Илһамовтар,   Миләүшә Ишмәхәмәтова, Лилиә Ишмөхәмәтова, Алтынай  Килмөхәмәтова, Юлиә Килмөхәмәтова, Гөлсиә һәм Гөлкәй Килмөхәмәтовалар, Реана Рәхмәтуллина, Розалия Билалова,Розалия Хәйруллина,  Илнара Сәлихова,Вилена, Алина Таһировалар, Дарина, Люзия, Линар, Лиана Ғафановтар, Дмитрий Хмыров. Барыһына ла афарин!

-Йәш бейеүселәремдең ата-әсәләренә айырыуса рәхмәт әйтер инем. Конкурстарға йөрөү, тегеһе-быныһына байтаҡ сығым китә, башҡа мәшәҡәттәр ҙә етерлек, ә улар киң күңелле, ихлас ярҙам итергә генә торалар. Балалар  үҙҙәре бейеү сәнғәтен  ныҡ оҡшаталар, теләп йөрөйҙәр. Үҙҙәре өсөн ныҡ файҙалы бит инде: кеше араһында ҡаушамаҫҡа, үҙҙәрен иркен тоторға өйрәнәләр, мәҙәни яҡтан үҫешәләр, тәртипкә, команда менән эш итеү рәтенә төшөнәләр, сәләмәтлек өсөн дә бик файҙалы. Бейергә ынтылыш кешегә тәбиғәттән һалынғандыр инде, бына 2 генә йәшлек Эмир улыбыҙ йотлоғоп телевизорҙан Ф. Ғәскәров ансамбле сығышын  ҡарау менән генә сикләнмәй, үҙе лә бейергә, хатта, беҙҙе лә үҙенсә бейетеп маташа. 5 йәшлек Арсен менән 1-се класс уҡыусыһы Марсель хәҙер инде һәләк тә килештереп  тыпырҙаталар. Беҙ иптәшем менән хуплап ҡына торабыҙ, - тип йылмая Розалия ханым. Ошолай шөғөлөнә мөкиббән бирелгән остаздары булғанда, ауыл балаларының сәнғәткә тартылыуҙары тәбиғи күренеш инде! Бынан алда ла уңышлы сығыштары бихисап булды, алда тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға артылырға яҙһын!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: