Йыл һайын республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәгән башҡорттарҙы ғына түгел, ә сит илдә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе лә бергә туплаған башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу хәҙер күптән матур йолаға әйләнде.
“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2024” акцияһын Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара берлеге менән берлектә үткәрә.
Учалылар ҙа акцияға дәррәү ҡушылды, улар өсөн 27 апрель 11 сәғәттә Учалы ҡалаһының С.Ш. Йыһаншин исемендәге 1-се Башҡорт лицейы майҙансығында ла "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2024" акцияһы старт алды, район мәктәптәрендә Халыҡ-ара акцияға ҡушылып диктант яҙырға теләүселәр өсөн дә майҙансыҡтар асылды.
С.Ш. Йыһаншин исемендәге башҡорт лицейында был көндө кеше күп ине.
Диктант яҙыуҙа уҡыусылар, уҡытыусылар менән бергә район етәкселеге, “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары, ата-әсәләр, төрлө һөнәр эйәләре, ветерандар ҡатнашты. Диктант яҙырға теләүселәрҙең күп булыуы телебеҙгә ҡарата иғтибарҙың һәм ихтирамдың арта барыуы, халыҡтың әүҙем булыуы тураһында һөйләй.
- Бөгөн, ысынлап та, ҙур байрам, сөнки беҙ унынсы тапҡыр башҡорт теленән диктант яҙырға йыйылдыҡ. Был бик мөһим сара, йылдан-йыл үҙҙәренең белемдәрен һынап ҡарарға теләүселәрҙең һаны арта бара. Быйыл акцияла ике меңләгән яҡташыбыҙ ҡатнашты, акция онлайн һәм офлайн форматта үтте. Телде белеү кимәленә ҡарап диктанттың төрөн һайлау мөмкинселеге булдырылды. Быйыл ул илһөйәрлек, йәштәр темаһына арналды. Диктан текстары авторҙары – Лариса Абдуллина, Мөнир Ҡунафин, Зифа Илбәхтина. Башҡорт теленән диктант яҙыусыларға акцияла ҡатнашыуҙарын раҫлаусы электрон сертификаттар ебәреләсәк, - тине мәғариф бүлегенең баш белгесе Зилә Шәрәфетдинова.
Диктант яҙыусылар араһында коллегабыҙ, “Учалинская газета” хәбәрсеһе Әнисә Янбаева ла бар.
- Башҡалар менән бергә мин дә үҙемдең белемемде һынап ҡараным һәм телебеҙҙең матурлығына, байлығына тағы ла бер инандым. Күптән рус гәзитендә эшләһәм дә, башҡорт рухлы булып ҡалам һәм бының менән ғорурланам. Диктанттың һөҙөмтәһе бик яҡшы – “бишле” булыуы һөйөндөрҙө, - ти ул.
Әйткәндәй, идеяның авторы – филология фәндәре кандидаты, "Ватандаш" журналының баш мөхәррире, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәшиҙә Мәһәҙиева. Акция "башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам" девизы аҫтында үткәйне. Ул ваҡытта диктант өсөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың "Башҡорттар китте һуғышҡа" романынан өҙөк һайлап алынды. Диктантты Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны. 2019 йылда акцияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты, шул уҡ йылды сара халыҡ-ара статусын алды. Бөгөн иһә башҡорт телендә диктант яҙыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы акцияға мәртәбә өҫтәне.