Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май , 15:42

Урал-батыр һыны биҙәйәсәк

Урал хәтлем Урал батыр булғас, кәүҙәһе дәү: скульптураның оҙонлоғо – 7, киңлеге – 2, бейеклеге – 4 метр. Ҡуйыу урыны – Дан стелаһы менән “Евразия” сауҙа үҙәге араһындараҡ. Ҡасан? Һорашып белеүебеҙсә, контракт үтәлеү ваҡыты – 6 ай. Макеттың авторы -  учалылар өсөн хәҙер яҡшы билдәле яҡташыбыҙ Фәнил Мөслимов.

Урал-батыр һыны биҙәйәсәк
Урал-батыр һыны биҙәйәсәк

Быйыл Учалы ҡалаһын арыҫлан атланған, ҡулына ҡылыс тотҡан  Урал-батыр һыны биҙәйәсәк. Алюминдан ҡойоласаҡ.

Урал хәтлем Урал батыр булғас, кәүҙәһе дәү: скульптураның оҙонлоғо – 7, киңлеге – 2, бейеклеге – 4 метр. Ҡуйыу урыны – Дан стелаһы менән “Евразия” сауҙа үҙәге араһындараҡ. Ҡасан? Һорашып белеүебеҙсә, контракт үтәлеү ваҡыты – 6 ай. Макеттың авторы -  учалылар өсөн хәҙер яҡшы билдәле яҡташыбыҙ Фәнил Мөслимов.

 Бындай һәйкәлдәрҙе күпселек халыҡ һөйөнсө итеп ҡабул итһә, кемдер интернет селтәрендә мотлаҡ бупылдай башласаҡ, йәнәһе лә, аҡсаны юҡ-барға туҙҙыралар. Шуға ла финанс сығанаҡ тураһында ентекләп яҙып китәйек.

2023 йыл Учалы ҡала ултырағы “Иң яҡшы муниципаль практика” тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашты, “Эффектлы “ҡайтмалы бәйләнеш” тәьмин итеү” номинацияһында еңеп сыҡты. Приз итеп 17 миллион һум бүленә, шарт ҡуйыла – был аҡса ҡаланы төҙөкләндереүгә тотолорға тейеш. “Урал-батыр юлы” проекты буйынса Мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Әлбиттә, бөтә аҡса монументаль-скульптур композицияға ғына китмәйәсәк, байтаҡ өлөшөнә “Евразия” сауҙа үҙәге тирәһендә ямғыр һыуҙары канализацияһы булдырыласаҡ. Юғиһә, яҙғы миҙгелдә йә ямғыр яуғанда диңгеҙҙәй күләүектәр йыйыла торған унда.

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, был инициативаға ҡағылышлы кешеләрҙең барыһына ла афарин, ҡалабыҙ тағын да нығыраҡ матурланып ҡалыр. Һәм төрлө конкурстарҙа мөмкин тиклем күберәк ҡатнашыр кәрәк – ҡапҡан һайын ҡалъя булмаһа ла, уңышҡа өлгәшеү осраҡтары ла байтаҡ бит!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: