Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май , 11:00

Өләсәйемдең күңел һандығы

Милли кейем - халҡыбыҙҙың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы - тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған.

Өләсәйемдең күңел һандығы
Өләсәйемдең күңел һандығы

Учалы районында ағинәйҙәр хәрәкәте бик әүҙем эшләй. Улар мәҙәни сараларҙы ойоштороу һәм сығыш яһауҙан тыш тәрбиәүи эштәр ҙә алып бара, илебеҙ өсөн мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша. Халҡыбыҙҙың онотола барған фольклор, тарихи ҡомартҡыларын ҡайтанан иҫкә төшөрөп тергеҙеүҙә һәм ошо “байлыҡты” халыҡ хәтерендә яңыртыуҙа, йәш быуынды халыҡтың аҫыл хазинаһы менән таныштырыуҙа бөткөһөҙ роль уйнайҙар.

Һәр халыҡтың тарихи хәтере юйылмаһын, ғөрөф-ғәҙәттәре онотолмаһын, туған теле үҫешһен, ауыҙ-тел ҡомартҡылары һаҡланһын, һүҙ сәнғәте сәскә атһын өсөн ҙур көс һалалар.

19 апрель көнө Балбыҡ ауылы клубында ла халыҡтың тарихы, фольклоры менән бәйле «Өләсәйемдең күңел һандығы” исеме аҫтында бик ҙур һәм матур конкурс уҙҙы. Был сараны ойоштороуҙа, әҙерләүҙә, алып барыуҙа Зәһинә Рәис ҡыҙы етәкләгән Балбыҡ ауылы ағинәйҙәренең күп көс һалғанлығы һәм тырышлығы әллә ҡайҙан күҙгә салынып торҙо.

Туңғатар биләмәһе хакимиәте башлығы Алмас Хәмзә улы Ғиззәтуллин барлыҡ ҡатнашыусыларҙы, алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләп, сараны асып ебәрҙе. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Харис улы Ҡадиров үҙенең сығышында район ағинәйҙәре ойошмаһының әүҙем эшләүҙәрен бәйән итте һәм уларҙың эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Балбыҡ ауылы ағинәй ойошмаһына Ҡоролтайҙың Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Тарихи күҙлектән ҡарағанда халҡыбыҙҙың әкиәттәренә, йырҙарына, мәҡәлдәренә, йомаҡтарына иғтибар биреп, уларҙың тарихы, беҙҙең районда таралғандары менән таныштырыу, уларҙың эстәлеген белеү ҡатнашҡан конкурсанттарҙың төп бурысы ине.

Әйткәндәй, был сара ысын мәғәнәһендә тарихи фольклор байрамына әйләнде. Яҡын-тирә ауылдарҙан - Һөләймән, Һөйөндөк, Мулдаҡай, Ҡужай, Әүешкүл, хатта  Рысай ағинәйҙәре килеп еткәйнеләр. Өйгә бирелгән эштәргә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарап, бик ентекле әҙерләнгән ағинәйҙәргә һоҡланмайынса ҡарау һис мөмкин булманы. Һәр ауыл командаһы башта әкиәттәр буйынса бирелгән һорауҙарға тест ярҙамында яуап бирҙеләр. Икенсе һынау «Урал батыр» эпосынан һорауҙарға яуаптар биреү булһа, өсөнсөһө балаларҙың эпостан өҙөк һөйләүҙәре булды. Әйткәндәй, балаларҙың башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһыһын яҡшы белеүҙәре һоҡландырҙы. Һәр ҡайһыһы өҙөктәрҙе тасуири, матур итеп һөйләп ишеттерҙеләр, уларҙың сығыштары барыһын да әсир итте.  

Артабан «Йырҙарҙа халҡым тарихы» исемле задание бирелде. Ҡатнашыусылар халыҡ йырҙарының килеп сығыу тарихы менән таныштырҙылар, уларҙың ҡайһы яҡтарҙа таралыуы тураһында бәйән иттеләр. Ҡаһым түрә, Урал, Тәфтиләү, Ҡуңыр буға, Илсе Ғайса, Ахун йырҙарың тарихтарын һөйләп, йырлап ишеттереп, сараны тағы ла күркәмләндереп ебәрҙеләр. Артабанғы конкурс халҡыбыҙҙың милли костюмдарына арналды. Милли кейем - халҡыбыҙҙың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы - тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған.

Был һынауҙа һәр командаға костюмдарҙың бер өлөшө таратып бирелде һәм ошо турала белгәндәрен ентекле итеп һөйләүҙәре һоралды.

Алтынсы эш мәҡәлдәр тураһында белемде баһалау булһа, етенсе эштә доғалар һөйләү буйынса конкурс уҙғарылды. Командаларҙың береһе лә һынатманы, барыһы ла заданиеларҙы еренә еткереп, яҡшы итеп сығыш яһанылар.

Үҙҙәренең сығыштарында конкурсанттар сараның юғары кимәлдә уҙыуын билдәләп уҙҙылар. Шуныһы ғына үкенесле булды, беҙҙең райондың телевидение хеҙмәткәрҙәренең килеп, ҡыҫҡа ғына булһа ла репортаж төшөрә алмауҙары ине. Бар район халҡына ла ошо матур байрам сараһынан аҙ ғына булһа ла мәғлүмәт бирһәләр, бик шәп булыр ине, тип уйлаштыҡ.

Конкурс Балбыҡ ауылы ағинәйҙәре һәм балалары ҡатнашлығында концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Милли кейемдәрҙәге конкурсанттар байрамдың сағыу биҙәге булдылар, уларға ҡарап күңел күтәрелде.

Сара аҙағына ла килеп етте, конкурстың һөҙөмтәләре иғлан ителде. Әлбиттә, еңеүселәр ҙә билдәләнде. Ҡатнашыусыларҙың береһе лә ситтә ҡалманы, һәр ауыл ағинәйҙәрен номинациялар буйынса билдәләп үттеләр һәм аҡсалата приздар тапшырҙылар. Конкурс дауамында барған һынауҙар буйынса мәрәйҙәр иҫәпләнде. Уларҙың һаны буйынса беренсе урынды - Һөләймән, икенсе урынды - Рысай, ә өсөнсө урынды Әүешкүл ағинәйҙәре алды.

Күңелле, сағыу байрам күмәк фото төшөүҙәр һәм мул табын артында һөйләшеп, аралашып ултырыуҙар менән тамамланды. Был тарихи-фольклор сараһынан барыһы ла күңел күтәренкелеге, дәрт, дарман алып таралаштылар.

Әнисә ФӘРРӘХОВА.

Автор:
Читайте нас: