Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май , 08:42

Учалыла хәҙер инде 36-сы мәсет асылды.

"Тәүге финанс ярҙамды Төркиә мосолмандары күрһәтте, бинаның беренсе ҡаты ошо аҡсаға төҙөлә. Тик бына 2015 йыл Рәсәй менән Төркиәнең дәүләт-ара мөнәсәбәттәре ваҡытлыса һалҡынайып киткәйне, эш туҡтап ҡала. Ярар ҙа  «Карано-Александровское» йәмғиәтен етәкләгән Ирек Сибәғәт улы Ғизәтуллин сауаплынан-сауаплы эште аҙағынаса еткерергә булышлыҡ итте, бар күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ!"

Учалыла хәҙер инде 36-сы мәсет асылды.
Учалыла хәҙер инде 36-сы мәсет асылды.

Учалы ауылына ҡала яғынан ингән  юлдың һулында, түбә башындағы ниндәйҙер төҙөлөшкө күптәр иғтибар итә ине. “Барвиха” тип аталған микрорайонда ғәҙәти булмаған бина тәүҙә дәррәү генә күтәрелә башланы ла, һуңынан оҙаҡ йылдарға туҡтап ҡалғайны. Шөкөр, ниһайәт эштәр тамамланып, “Сәғиҙулла” мәсете асылды.

Тантанала Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының имам-мөхтәсибе Дим хәҙрәт Закиров ғибәҙәтхана төҙөлөүҙең тарихы менән таныштырҙы:

-2014 йыл ине, Учалы ауылының мәсетенә капиталь ремонт талап ителгәс, БР Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллинға ярҙам һорап мөрәжәғәт иттем. Ул ни, яңы мәсет төҙөргә тәҡдим итте. Хәйер, Учалы ауылы үҫешә генә бара, яңы микрорайондар йәйелә. Тәүге финанс ярҙамды Төркиә мосолмандары күрһәтте, бинаның беренсе ҡаты ошо аҡсаға төҙөлә. Тик бына 2015 йыл Рәсәй менән Төркиәнең дәүләт-ара мөнәсәбәттәре ваҡытлыса һалҡынайып киткәйне, эш туҡтап ҡала. Ярар ҙа  «Карано-Александровское» йәмғиәтен етәкләгән Ирек Сибәғәт улы Ғизәтуллин сауаплынан-сауаплы эште аҙағынаса еткерергә булышлыҡ итте, бар күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ!

Тантанаға халыҡ күп йыйылды, икенсе ауылдарҙан, хатта, икенсе өлкәләрҙән дә кешеләр бар ине, шул иҫәптән махсус хәрби операциянан ҡайтыусылар – “Окопта атеистар ҡалмай”, - тип юҡҡа әйтелмәгән бит ул. Эйе, бәлалар, йәштәр ҡатнашыуы күңелгә өмөт бирә – күркәм бина буш тормаясаҡ, иман нуры быуындан-быуынға күсәсәк.  Сауаплы эш башҡарыусыларҙы  оло әжер әхирәттә көтәлер, әммә әленән үк ихлас кңүелдән рәхмәт әйтке килә!

Мәсеттең майҙаны 200 квадрат метр самаһы. Бернесе ҡатта – ашхана (әлегә сафҡа индерелмәгән), икенсе ҡатта – ир-ат өсөн зал, уҡыу класы, мәзин һәм имам өсөн айырым бүлмәләр.  Бина электр, газ, һыу селтәрҙәренә тоташтырылған. Яҡын киләсәктә ихатала ағастар ултыртыу, бала-саға өсөн майҙансыҡ булдырыу күҙ уңында тотола.

Күркәм бина иман, рух үҙәге булыуына өҫтәп, Учалы ауылының архитектур биҙәгенә лә әйләнде.  

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: