Башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү буйынса һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа бик күп эштәр башҡарыла. Был халҡыбыҙҙы донъя кимәлендә милләт итеп күрһәтеүҙә бик мөһим.
“Башҡорт теле яҡлауға мохтаж, әммә был, тәү сиратта, битарафлыҡтан, алдан күрә белмәүҙән, эшләй белмәүҙән килә. Бөгөн күп балалар һәм өлкәндәр башҡорт телен ҙур теләк менән өйрәнергә әҙер. Туған телебеҙҙе кәрәкле, модалы итергә кәрәк. Телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау өсөн беҙ һеҙҙең менән төп яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алырға тейешбеҙ. Беҙҙең өсөн башҡа бер кем дә быны эшләмәйәсәк!”-тигәйне республика Башлығы Радий Хәбиров V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында.
Учалылар диктант яҙҙы
Йыл һайын республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәгән башҡорттарҙы ғына түгел, ә сит илдә көн иткән милләттәштәребеҙҙе лә бергә туплаған башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу хәҙер күптән матур йолаға әйләнде.
Учалылар был акцияға йыл һайын дәррәү ҡушыла. Быйыл да 27 апрель көнө 11 сәғәттә Учалы ҡалаһының Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин исемендәге 1-се Башҡорт лицейы майҙансығында “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2024” сараһына дәррәү йыйылдылар. Район мәктәптәрендә халыҡ-ара акцияға ҡушылып диктант яҙырға теләүселәр өсөн майҙансыҡтар эшләне.
С.Ш. Йыһаншин исемендәге 1-се Башҡорт лицейында был көндө кеше күп ине. Диктант яҙыуҙа уҡыусылар, уҡытыусылар менән бергә район етәкселеге, “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары, ата-әсәләр, төрлө һөнәр эйәләре, ветерандар ҡатнашты. Диктант яҙырға теләүселәрҙең күп булыуы телебеҙгә ҡарата иғтибарҙың һәм ихтирамдың арта барыуы, халыҡтың әүҙем булыуы тураһында һөйләй.
- Был, ысынлап та, ҙур байрам, сөнки беҙ быйыл унынсы тапҡыр башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ. Был бик мөһим сара, йылдан-йыл үҙҙәренең белемдәрен һынап ҡарарға теләүселәрҙең һаны арта бара. Быйыл акцияла ике меңләгән учалылар ҡатнашты, акция онлайн һәм офлайн форматта үтте. Телде белеү кимәленә ҡарап, диктанттың төрөн һайлау мөмкинселеге булдырылды. Башҡорт теленән диктант яҙыусыларға акцияла ҡатнашыуҙарын раҫлаусы электрон сертификаттар ебәрелде, - тине мәғариф бүлегенең башҡорт теле буйынса баш белгесе Зилә Шәрәфетдинова.
Диктант яҙыусылар араһында коллегабыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, “Учалинская газета” хәбәрсеһе Әнисә Янбаева ла булды.
- Башҡалар менән бергә мин дә үҙемдең белемемде һынап ҡараным һәм телебеҙҙең матурлығына, байлығына тағы ла бер инандым. Күптән рус гәзитендә эшләһәм дә, башҡорт рухлы булып ҡалам һәм бының менән ғорурланам. Диктанттың һөҙөмтәһе бик яҡшы – “бишле” булыуы һөйөндөрҙө, - ти ул.
Учалы ҡалаһындағы 1-се Башҡорт лицейының 9-сы класында белем алыусы Камилла Камалетдинова ла был сарала йыл һайын ҡатнаша икән.
- Ғаиләлә беҙ өс бала тәрбиләнәбеҙ – мин, Руслан ҡустым, 3 йәшлек Йәсминә һеңлебеҙ үҫеп килә. Өйҙә беҙ тик башҡорт телендә генә аралашабыҙ. Ата-әсәйем ҡуйған төп талаптарҙың береһе шул. Ғөмүмән, мин үҙемде тотошлайы менән башҡорт мөхитендә тәрбиәләнәм, тип әйтә алам. Сөнки белем алған 1-се Башҡорт лицейында ла, өйҙәге кеүек, башлыса башҡорт рухы, башҡорт мөхите хөкөм һөрә. Милләте буйынса башҡорт булған уҡытыусыларыбыҙ ҙа беҙҙең менән туған телдә аралаша, - ти телһөйәр ҡыҙыҡай.
Тел – халыҡтың булмышы
Башҡорт телен популярлаштырыу, республикала һәм башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә телде уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен ғәмәлдә ҡулланыу даирәһен киңәйтеү – ошондай маҡсаттар ҡуя Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Радий Фәрит улы үҙе әйтмешләй, тел - халыҡтың булмышы, уны кешеләр үҙҙәре теләп өйрәнерлек итеп уҡытырға кәрәк. Башҡортса һөйләшеү модала, уҡытыу методикалары ҡыҙыҡлы булырға тейеш.
Был талаптар бөгөн дә актуаль. Мәҫәлән, Сәфәр мәктәбе уҡыусылары был хаҡта яҡшы белә. Сөнки бында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Абдуллина балаларҙа патриотик рух, туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә.
- 2010 йылда хыялым тормошҡа ашты - Өфөләге башҡорт филологияһы факультетын тамамланым! 2016 йылдан юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын. 2017 йылда мәғариф өлкәһендәге һәм үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙәге уңыштарым, мәғариф системаһы үҫешенә индергән тос өлөшөм өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләндем. 2018 йылда Учалы мәғариф планына ярашлы “Тел - халыҡтың тере тарихы, уның рухы һәм уның мираҫы” исемле төбәк-ара семинар үткәрҙем. 2018 йылда уҡытыу һәм әҙәбиәт өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәтем өсөн Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең Рәхмәт хаты алдым.
Мин - ябай ауыл уҡытыусыһы! Парта артынан миңә ҡыҙыҡһынып та, һынап та, ышанып та бала күҙҙәре ҡарай. Ябай сабыйҙар түгел улар. Улар - беҙҙең киләсәк! Тимәк, мин үҙем өсөн генә түгел, ә илем, телем, халҡым яҙмышына, уның киләсәгенә яуаплымын! Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә ышанам. Башҡорт теле уҡытыусыһы булыу минең иңемә айырыуса мөһим бурыстар йөкмәтә. Балаларҙа телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, йәш быуын туған телдә аралашһын, унан ситләшмәһен өсөн замана менән бергә атларға, үҫешергә тура килә, - тип бәйән итте беҙҙең менән әңгәмәлә Айгөл Хәлит ҡыҙы.
Башҡорт телен үҫтереүҙә һәм уны һаҡлауҙа үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән абруйлы уҡытыусыларҙың береһе Учалы ауылының Башҡорт гимназияһында ла эшләй. Ул – Гөлдәр Арыҫланғәли ҡыҙы Хәкимова. Педагогик эшмәкәрлек йылдарында ул туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә генә түгел, үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, башҡорт халҡының милли рухи ҡиммәттәрен һаҡлау эшенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.
Гөлдәр Хәкимованың төп ҡаҙаныштарының береһе - өлгөлө «Бөҙрәкәй» балалар театры булдырыу. Уның тәрбиәләнеүселәре бөйөк артистар булмаһа ла, актерлыҡ оҫталығынан күпкә күберәк алдыра. Ә бит заманында, 1995 йылда, бөгөн өлгөлө исемен яулаған театр ни бары Гөлдәр Арыҫланғәли ҡыҙының телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу үҫтереү алымы булған түңәрәк кенә һанала. Театр тәрбиәләнеүселәренең төрлө республика, төбәк-ара конкурстарҙағы еңеүҙәре һанап бөткөһөҙ. Һуңғы йылдарҙа Гөлдәр Хәкимова Бөтә Рәсәй, республика, муниципаль олимпиадаларында һәм ижади конкурстарҙа тиҫтәләгән еңеүселәр һәм призерҙар әҙерләгән.
Туған башҡорт телен өйрәнеүҙе ойоштороуҙа, милли рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа уңыштары һәм эштәге юғары күрһәткестәре өсөн Гөлдәр Арыҫланғәли ҡыҙы күп тапҡырҙар мәғариф бүлегенең, район хакимиәтенең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, дипломдары менән наградлана. “БР Мәғариф отличнигы” билдәһе, БР хөкүмәтенең, РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнә. М. Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты. 2016 йылда мәғариф өлкәһендәге юғары профессиональ оҫталығы өсөн уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Учалыла - полилингваль мәктәп
Учалы ҡалаһында былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән үҙ ишектәрен асҡан 9-сы күп профилле полилингваль мәктәпте лә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ҡалҡан булыусы белем усаҡтарының береһе, тип иҫәпләргә мөмкин.
18,3 мең квадрат метр майҙан биләгән 4 ҡатлы бина (бер-береһе менән тоташҡан ике уҡыу корпусы) 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән. Мәктәп заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Дизайн менән биҙәлгән киң коридорҙар, стандарттарға ярашлы төҙөлгән яҡты кабинеттар, заманса оҫтаханалар, лингафон кабинеттар, техник дисциплиналарҙы уҡытыу өсөн ҡулланылған лаборатория ҡорамалдары, иркен китапхана, ҙур һәм яҡты тамаша залы. Мәктәптең үҙенең музейы ла эшләйәсәк. Бының өсөн дә айырым бүлмә һәм стеллаждар ҡаралған. Йәмәғәт саралары өсөн иркен акт залы һәм заманса ашхана 500 кешегә иҫәпләнгән. Бер түгел, ике спорт залдары ла бар (тренажерҙар, кейем алмаштырыу, тренер, инвентарь һаҡлау өсөн бүлмәләр, саңғы һаҡлағысы, айырым душ һәм бәҙрәф бар). Башланғыс кластар өсөн уйын зоналары менән айырым блок төҙөлгән. Мәктәп биләмәһендә ете уйын майҙансығы, баскетбол, волейбол һәм гимнастика өсөн хәүефһеҙ япмалы, шулай уҡ йүгереү өсөн универсаль майҙансыҡтар, тренажерҙар ҡаралған.
Мәктәп инфраструктураһы шул тиклем күп функциялы һәм төрлө, ул дәрестән тыш дәрестәр системаһын уҡыусыларҙың спорт һәм хеҙмәт тәрбиәһе мәсьәләләрен иҫәпкә алып үҫтерергә мөмкинлек бирә. Мобиль булмаған уҡыусылар өсөн дә шарттар булдырылған: инеү баҫҡыстары пандустар менән йыһазландырылған, ә бинаның үҙендә лифт бар.
Бер һүҙ менән, заманса белем алыу, күнекмәләр үткәреү һәм ял итеү өсөн бөтә шарттар булдырылған бында. Шулай булмай ни, бөтә Башҡортостанда иң ҙур мәктәптәрҙең береһе бит!
- Беҙҙең мәктәптә уҡытыу дүрт телдә алып барыла – башҡорт, рус, инглиз һәм француз телдәрендә. Әлбиттә, башҡорт теле, дәүләт теле булараҡ, мәктәбебеҙҙә өҫтөнлөклө һанала. 2023 йылдың сентябренән беҙҙә 569 башланғыс класс уҡыусыһы белем ала ине, быйыл 5-се класс уҡыусыларын да ҡабул иттек, - тип бәйән итте мәктәп директоры Эльвира Мөхәмәтйәрова.
Әйткәндәй, бөгөн республикабыҙҙа 8 полилингваль мәктәп эшләй. Икәүһе – Өфөлә, ҡалғандары Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Учалы, Сибай ҡалаларында, Хәйбулла һәм Мишкә райондарында урынлашҡан.
Быйыл “Туған телдәр сәғәте”ндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: “Һуңғы йылдарҙа тел йүнәлешендә беҙ әҙерләгән проекттар киң таралды. Улар әүҙем тормошҡа ашырыла һәм ҙур ихтыяж менән файҙалана. Беҙгә хәҙер тағы ла ниндәйҙер ҡыҙыҡлы яңылыҡ уйлап табырға кәрәк”, - тип белдерҙе.
Бик мәслихәт! Шулай дауам итһен. Туған телебеҙ һәр башҡорт ғаиләһендә ишетелһен. Халҡыбыҙ үҙ телен, тарихын, мәҙәниәтен һаҡлаһын һәм үҫтерһен, тип теләйбеҙ.
Гүзәл ЛАТИПОВА.