Учалы атамаһы һис көтмәгәндә бөтә интернет буйынса киң таралды. Тап беҙҙең районда йәш егет урманда айыуҙарға осрап, тегеләре һөжүм итергә ниәтләһә лә, иҫән ҡалды бит, Аллаһҡа шөкөр!
Илсур Мәсәлимов – 18 йәшлек егет, Көсөк (Маяҡ) ауылынан, Учалы тау сәнәғәте колледжында уҡый, тап әле тау-байыҡтырыу комбинатында слесарь булып эшләй. Ял көндәрендә тыуған ауылына ҡайта, урманға йүгерергә сыға – спорт менән ныҡлап мауыға, үҙен әрме хеҙмәтенә лә алдан әҙерләй башлаған. Киләһе айҙа хәрби бурысын үтәргә йүнәләсәк.
Ауылдан 5-6 километр ситтә, һыйыр көтөүлеге янында һис көтмәгәндә балаларын эйәрткән инә айыу күренә. Бәлки үҙҙәре лә ситләтеп үтер, тип өмөтләнеп, Илсур хәрәкәтһеҙ ҡатып ҡала.Әммә йыртҡыстар егеткә ҡарай сабыуын дауам итә.
-Урман ауылында үҫкәс, ҡабандарҙы ла, бүреләрҙе лә осратҡан бар, ә бына айыуҙы күреү менән башта ҡойолоп та төштөм. Бар уй – мине өҙгөсләп ашаһалар, аҙағынан мәйетте лә таба алмаҫтар, әсәйем ныҡ көйөнөр. Ярар ҙа ололарҙың әйткәне ҡылт итеп иҫкә төштө – йыртҡыстан ҡаса башлаһаң, арттан ташланасаҡтар. Ҡысҡырыр кәрәк.
Йәш кеше бик тә ғәйрәтле итеп үкерә. Бер мәхлүк ҡурҡып ҡаса, ә икенсеһе егеттән ҡалмай, эттәй ырылдап баҫып килә. Шул арҡала Илсур ағасҡа ла менә алмай. Тағын да нығыраҡ итеп ҡысҡырыуҙан башҡа әмәл ҡалмай, был ауаздан иң баҫҡынысыл айыу ҙа ҡурҡып ҡаса.
Ҡурҡыныс мажараның аҙағы видеояҙмала аныҡ күренә, Илсур айыуҙарҙың арыраҡ тайыуын көттө лә, шунан һуң ғына ауыл ҡарай йүгерҙе. “Әстйғафируллаһ!” – тигәне ишетелә ине.
Илсур түгел, икенсе кеше осрап, теге сәбәләнә башлаһа, бик насар тамамланыр ине был ваҡиға. Ярай ҙа Илсур үҙен тәүәккәл һәм айыҡ аҡыллы, һалҡын ҡанлы ир итеп күрһәтте. Тик бына бигерәк тә инсаф икән , маҡтағандарын, үҙе тирәләй шау-шыу күтәргәндәрен яратмай – “Ағай, арттырып яҙмағыҙ инде!”, - тип һораны. Ярар, артыҡ әллә нимә яҙмайбыҙ, афарин, тип әйтеү менән сикләнәбеҙ!