Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май , 14:10

Миндибай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтов менән осрашыу

Сәфәр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Хәлит ҡыҙы Абдуллина әҙерләгән  күркәм сарала ҡатнашыусылар абруйлы яҡташыбыҙҙың хеҙмәт юлы һәм эшмәкәрлеге хаҡында хәтирәләр менән уртаҡлашты, телсе ғалимдың тарихи дәүерҙәрҙе сағылдырған ҙур шәжәрәһе менән дә танышты.

Миндибай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтов менән осрашыу
Миндибай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтов менән осрашыу

Тамырҙары менән көслө шәхес.

Күренекле шәхес, башҡорт теле һәм әҙәбиәте ,тормош һабаҡтары дәреслектәре  һәм  бик күп методик ҡулланмалар авторы, ике тиҫтә йылдан ашыу мәғариф министры урынбаҫары вазифаһында халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлау буйынса бихисап күп башланғыстарға нигеҙ һалып тормошҡа ашырған хеҙмәт ветераны Миндибай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтов менән осрашыу оло шәхестең тыуған мәктәбендә- Сәфәр урта мәктәбендә  төрлө быуын вәкилдәрен, яҡындарын,балалыҡ һәм студент йылдарындағы дуҫтарын, уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы бергә йыйҙы. Сәфәр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Хәлит ҡыҙы Абдуллина әҙерләгән  күркәм сарала ҡатнашыусылар абруйлы яҡташыбыҙҙың хеҙмәт юлы һәм эшмәкәрлеге хаҡында хәтирәләр менән уртаҡлашты, телсе ғалимдың тарихи дәүерҙәрҙе сағылдырған ҙур шәжәрәһе менән дә танышты.Йәнле аралашыу уҡыусыларҙың сығыштары менән үрелеп барҙы.Шәхестәрен онотмаған халыҡтың ғына киләсәге өмөтлө тип юҡҡа әйтелмәгәндер.

Быуындар сылбырын кәүҙәләндергән осрашыу һәр кемдең күңелендә иң яҡты хәтирәләр булып һаҡланыр.

                                                                         Зилә Шәрәфетдинова

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: