Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май , 15:45

Социаль йәрминкә уҙғарҙыҡ

Күптән түгел “Ғаилә” үҙәге Ишмәкәй ауылында социаль хеҙмәт йәрминкәһе уҙғарҙы. Уның маҡсаты - халыҡка социаль хеҙмәт күрһәтеү, шулай уҡ “Әйберҙәр банкы”нан кейем-һалым һәм аяҡ кейеме тәҡдим итеү ине. Әйберҙәр аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә хәйриә нигеҙендә тапшырылды.

Социаль йәрминкә уҙғарҙыҡ
Социаль йәрминкә уҙғарҙыҡ

Күптән түгел “Ғаилә” үҙәге Ишмәкәй ауылында социаль хеҙмәт йәрминкәһе уҙғарҙы. Уның маҡсаты - халыҡка социаль хеҙмәт күрһәтеү, шулай уҡ “Әйберҙәр банкы”нан кейем-һалым һәм аяҡ кейеме тәҡдим итеү ине. Әйберҙәр аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә хәйриә нигеҙендә тапшырылды.

Социаль йәрминкә эше зоналарға бүленгән ине. Табип Р.С. Лоҡмановаға егермеләгән оло йәштәге апай-ағайҙар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итте һәм төплө кәңәштәр һәм яуаптар алды. Икенсе зонала халыҡты мәшғүллек үҙәге етәксеһе Ю.С. Рыҫҡолов ҡабул итте. Юлай Салауат улы халыҡты эшкә урынлашыу мәсьәләләре менән таныштырҙы, ниндәй эштәр барлығы һәм ниндай программалар эшләүе хаҡында консультациялар бирҙе. Сара барышында оло йәштәгеләр башлыса пенсия, һәр төрлө түләүҙәр буйынса һорауҙар бирһә, күп балалы ғаиләләрҙе балалар түләүҙәре ҡыҙыҡһындырҙы. Уларҙың барыһына ла Пенсия Фондының Учалы бүлексәһе етәксеһе аңлатмалар бирҙе. Айырым бер зонала бөҙрәхана хеҙмәткәрҙәре ҡабул итте. Улар сәс ҡырҡып ҡына ҡалманылар, нисек матур прическалар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә бирҙеләр.

Социаль йәрминкә барышында “Ғаилә” үҙәге белгестәре Л.Ф. Нуриева менән А.М. Фәхретдинова ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән граждандарға консультациялар үткәрҙе, шулай уҡ әйберҙәр һәм аяҡ кейеме тәҡдим иттеләр.

Был көндө ауылдың мәҙәниәт йортона күп балалы ғаиләләр саҡырылғайны. Уларҙы тәбрикләп, “Ғаилә” үҙәге тәрбиәләнеүселәре эшләгән сувенирҙар тапшырылды.

Ишмәкәй ауылының мәҙәниәт йорто мөдире А.А. Динисламоваға социаль йәрминкә ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ!

Лиана АЛТЫНХУЖИНА,

“Ғаилә” үҙәге белгесе.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: