Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май , 09:43

Һыу буйы таҙарҙы

-Араҡы шешәләре ныҡ күп булды! – тип һуҡранып ҡуйҙы  Мирдар Руслан улы. – Ниңә генә алкоголиктар  өйҙәрендә генә эсмәй,  тәбиғәт ҡосағына ынтылалар икән, иҫерек бәндәгә ни айырма инде!?  Әйткәндәй, Учалы районында учалылар артынан йыйыр өсөн Белорет инспекторҙары ла килде.  Оят түгелме беҙгә?

Һыу буйы таҙарҙы
Һыу буйы таҙарҙы

“Рәсәй һыуы” һәм “Йәшел яҙ – 2024” Бөтә Рәсәй акцияларына  “Ирәмәл” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре дәррәү ҡушылды.

“Урал-Тау” дәүләт  тәбиғәт заказнигы  биләмәләренә ингән Барал һыу ятҡылығының ярҙары сүп-сарҙан, көнкүреш ҡалдыҡтарынан таҙартыла.  М.Р.Дияров, В.И.Самсонов, З.С. Аҡкөсөкөв, А.С. Кирамова., М.Х. Ямалетдинов, А.А. Мирсәйетов, Г.А.Ғәлин, Э.С.Фәтҡуллиналар – тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә эш оҫталары бит инде,  шуға ла өмәлә ныҡ ыратып эшләйҙәр: 10 кубометр сүп-сар йыйыла, 1,8 километр оҙонлоҡта акваторияға (һыу йөҙөнә) терәлгән биләмәләр таҙартыла.

Бик хуп, ҡайҙа-ҡайҙа, шишмә, йылға, күл буйҙары бысраҡҡа батып ятһа, айырыуса аяныс бит ул!

-Араҡы шешәләре ныҡ күп булды! – тип һуҡранып ҡуйҙы  Мирдар Руслан улы. – Ниңә генә алкоголиктар  өйҙәрендә генә эсмәй,  тәбиғәт ҡосағына ынтылалар икән, иҫерек бәндәгә ни айырма инде!?  Әйткәндәй, Учалы районында учалылар артынан йыйыр өсөн Белорет инспекторҙары ла килде.  Оят түгелме беҙгә? Тәбиғәткә сыҡҡанда үҙегеҙҙе әҙәплерәк тотоғоҙ, яҡташтар!  Ут менән һаҡ булыу кәрәклеге тураһында ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: