Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май , 13:38

Ҡурҡтың – еңелдең

"Банктағы счетыңдан енәйәтселәргә аҡса күсереп ятаң икән, ҡаты язаға тарттырыласаҡһың!"

Ҡурҡтың – еңелдең
Ҡурҡтың – еңелдең

Берәйһе тиктомалдан ғәйепләргә тотонһа, ҡәҙимге кеше, эштең айышына ла төшөнмәйенсә аҡлана башлай.

Был психика  үҙенсәлеген жуликтар ҙа оҫта файҙалана. 55 йәшлек пенсионер яҡташыбыҙға йәнәһе лә элекке эш урынынан һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарынан шылтыратып, ғәйепләй башлайҙар: банктағы счетыңдан енәйәтселәргә аҡса күсереп ятаң икән, ҡаты язаға тарттырыласаҡһың!  Ул ни, мин түгел, бәлки минең счет менән икенсе кеше ҡулланалыр, тип аҡланып маташа.  Булмаған ғәйебен төҙәтеү өсөн бер ни аңламаған, ҡурҡҡан ҡатын аферистарҙың бар ҡушҡанын эшләй  һәм 1 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Жуликтар һаман да туҡтамағас, ҡатын аҡылына килеп, ысын полицияға ярҙам һорап бара.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: