Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май , 08:41

Бергә һәм берҙәм булайыҡ, башҡорттар!

Башҡорт егеттәре, башҡа милләттәге туғандаштары менән дөйөм илебеҙ именлеге өсөн фронтта ҡан ҡойған мәлдә, беҙгә, тылдағыларға, низағ-талаштарға юл ҡуймайынса, татыу һәм берҙәм булыуыбыҙ айырыуса мөһим. Эйе, фәҡәт әле көн һайын әжәл менән күҙгә-күҙ осрашҡан уландарыбыҙға беҙҙең бер-беребеҙгә юҡлы-барлы дәғүә-үпкәләребеҙ бик сәйер булып күренәсәк. Хатта, хыянат та тиерлек!   Әйткәндәй, ҡоролтай ултырышында яуҙан ҡайтасаҡ егеттәребеҙҙе йәнә тыныс тормошҡа яраҡлашыуҙарында булышлыҡ итеү тураһында ла фекер алышыу үтте.

Бергә һәм берҙәм булайыҡ, башҡорттар!
Бергә һәм берҙәм булайыҡ, башҡорттар!

Быйыл ноябрь айында Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезды үтергә тейеш.  Ошо айҡанлы бөтә район бүлексәләрендә делегаттар һайлана, отчеттар яһала.

Учалы башҡорттары ҡоролтайының  да киңәйтелгән ултырышы үткәрелде.

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Әйетҡолова, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина, ойошма-предприятие, ауыл ултыраҡтары вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Эльвира Ринат ҡыҙы 2019 йыл үткән  Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының 5-се съезында ҡуйылған бурыстарҙың нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында ентекләп  һөйләне. Шулай уҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды: дәйәм Рәсәй гражданлығы үҙаңын нығытыу, шул уҡ ваҡытта милли үҙенсәлегебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлау һәм артабан үҫештереү.

-Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы әүҙем эшмәкәрлек алып бара, бик кәрәкле, яҡшы проекттарҙы тормошҡа ашыра. Беҙҙе алмаштырасаҡ быуынды нығыраҡ йәлеп итеү өсөн район башҡорттарының йәшәтәр ҡоролтайын булдырырға  тәҡдим итер инем, - тип иҫәпләй.

Шулай уҡ депутаттың бер фекере күңелгә ныҡ ятты: башҡорт егеттәре, башҡа милләттәге туғандаштары менән дөйөм илебеҙ именлеге өсөн фронтта ҡан ҡойған мәлдә, беҙгә, тылдағыларға, низағ-талаштарға юл ҡуймайынса, татыу һәм берҙәм булыуыбыҙ айырыуса мөһим. Эйе, фәҡәт әле көн һайын әжәл менән күҙгә-күҙ осрашҡан уландарыбыҙға беҙҙең бер-беребеҙгә юҡлы-барлы дәғүә-үпкәләребеҙ бик сәйер булып күренәсәк. Хатта, хыянат та тиерлек!   Әйткәндәй, ҡоролтай ултырышында яуҙан ҡайтасаҡ егеттәребеҙҙе йәнә тыныс тормошҡа яраҡлашыуҙарында булышлыҡ итеү тураһында ла фекер алышыу үтте.

Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Мозафар Ҡадиров 2021 йыл был вазифаға һайланғайны. Ошо осорҙа эшләнгән эштәр тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте. “Барын-табын йыйыны”, “Ай, Уралым, Уралым” этнофестивале,  телде, мәҙәниәтте, милли спортты, халыҡ кәсептәрен һаҡлауға һәм үҫештереүгә йүнәлтелгән бихисап проекттар, “Айыҡ ауыл” конкурсына, “Атайсал” проектына  булышлыҡ итеү, балалар һабантуйы, өмәләр үткәреү, махсус хәрби операция яугирҙәре ғаиләләренә ярҙам һәм башҡа күп, барыһына ла ҡоролтай тос өлөш индерә.

Мозафар Харис улы күкрәк һуғырға, шапырынырға һис ти күнекмәгән, әммә ишетеп-белеп торабыҙ инде: берәү булһа, яңы мөмкинлектәрҙе үҙ файҙаһына ҡайырып маташыр ине, был осраҡта  киреһенсә – ҙур крәҫтиән-фермер хужалығының ресурстарын йәмәғәт мәнфәғәттәренә йүнәлтә.  Юҡҡамы ни, был ултырышта ла Мозафар Ҡадиров адресына ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишеттек. Мозафар Харис улы иһә ҡоролтайҙың эшмәкәрлегенә айырыуса булышлыҡ иткән йәмәғәтселәргә рәхмәт әйтте: Фәнүр Шаһиев,  Мәрзиә Солтанбаева, Зилә Шәрәфетдинова, Римма Солтанова, Фәнис Кәримов, Илдар Исхаков, Александр Шумков, Зариф Ғарипов, хөрмәтле аҡһаҡалдар Ғаян Мәхәмәтов, Марс  Камалов, Рәүеф Шаһиев һәм башҡалар (кемдеңдер исемен яңылыштан ишетмәй  торғоҙоп ҡалдырғанбыҙ икән, зинһар, ғәфү итегеҙ. - Авт). Ғөмүмән, башҡарма комитет рәйесе хеҙмәттәшлек өсөн район хакимиәтенә, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәренә, ауыл ултыраҡтарына, бөтә йәмәғәт ойошмаларына ла рәхмәт белдерҙе. Бик хуп, “Был – һинең эш, быныһы – минеке” тип бүлешеүҙән фәтеүә юҡ, төп нигеҙҙә барыбыҙҙың да маҡсаты бер.
Бына, мәҫәлән,  “Ағинәйҙәр” йәмәғәт берекмәһе  баһалап бөткөһөҙ мәһим эштәр атҡара. “Һарыҡ йөнө файҙалы”, “Ҡорама – йорт ҡото”, “Учалы келәмдәре”, “Туғанлашыу йолаһы”, “Учалы диалекттары”, “Өләсәйҙең күңел һандығы” саралары гел генә  күп кеше йыйып, фольклор байрам ғына түгел, милли рух тантанаһына әйләнә.  Онотола башлаған йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә яңы һулыш өрә, йәш быуынды тәрбиәләүҙә ифрат ҙур роль уйнай. Учалыла ер-һыу атамаларын, легендаларҙы туплау менән дә булыша хөрмәтле ағинәйҙәр, уларҙы китап итеп баҫтырырға ниәтләнәләр, афарин!

-Илдә әле барған хәлдәрҙән дә ситтә ҡалмайбыҙ, - тип тә билдәләне  Мәрзиә Солтанбаева.- Ил хәсрәте, ил хәстәре менән йәшәйбеҙ. Ағинәйҙәр, йәш ҡатын-ҡыҙҙар карематтар баҫты (һалдаҡа ятыу  өсөн кейеҙ балаҫ), ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләне, маскировка селтәрҙәре үрҙеләр. Аҡса ла йыялар, уландарыбыҙ иҫәнлегенә бағышланған ҡорбан аштарында ҡатнашалар.

Төбәгебеҙҙә милли мәғариф, телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар тураһында мәғариф бүлеге вәкиле Зилә Шәрәфетдинова бәйән итте:

 -Районыбыҙҙа бөтә мәктәптәрҙә  туған тел булараҡ та, дәүләт теле булараҡ та башҡорт теле өйрәнелә.

  Ҡала балалар баҡсаларында  ата-әсәләрҙең ғаризаларына ярашлы башҡорт телен өйрәнеүселәр төркөмдәре ойошторолған.  14  учреждениела тәрбиә эше туған башҡорт телендә , Ахун ауылы балалар баҡсаһында татар телендә алып барыла,11 балалар баҡсаһында меңгә яҡын баланы берләштергән 40 башҡорт төркөмдәре  эшләп килә.

 Быйылғы уҡыу йылында  Учалы районы мәктәптәрендә 9587 уҡыусы белем ала: 67% башҡорт , 19% рус,13%  татар  һәм башҡа милләт  балалары. 

      14 башҡорт мәктәбендә  1516 уҡыусы (24%)  башҡорт телендә белем ала . Башҡорт әҙәбиәте һәм башҡорт теле дәрестәре был мәктәптәрҙә 3-4 сәғәт өйрәнелә. Уҡытыу рус телендә  ойошторолған 12 мәктәптә ата-әсәләрҙең ғаризаларына ярашлы башҡорт телен туған булараҡ та, дәүләт теле булараҡ та  барлыҡ уҡыусылар ҙа өйрәнә. Ахун урта мәктәбендә  татар телен туған тел булараҡ һайлағандар.

Уҡытыу методикаһы сифатын үҫтереү маҡсатында ҙур тәжрибә туплаған  башҡорт теле уҡытыусыларының   Методик берекмәләр ултырышы  ойошторолған.  Уҡытыусылар асыҡ дәрестәрҙә, оҫталыҡ дәрестәрендә   яңы методик алымдар өйрәнеү менән бергә республика кимәлендә лә, Силәбе өлкәһе менән хеҙмәттәшлек йүнәлешендә лә  оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеп тәжрибә уртаҡлашалар. Силәбе өлкәһенең Арғаяш,Ҡоншаҡ, Сосновка райондары мәктәптәре менән Учалы ҡалаһының 1-се башҡорт лицейы, Учалы ауылы башҡорт гимназияһы, Комсомол урта мәктәптәре менән килешеү нигеҙендә хеҙмәттәшлек ике яҡҡа ла отошло булыуы бәхәсһеҙ .  .  Силәбе өлкәһенең башҡорт теле уҡытыусыларын, шағирҙарҙы, ижади шәхестәрҙе берләштергән М.Акмулла исемендәге әҙәби берекмә менән “Туған еремдә –туған телем моңдары”  төбәк-ара семинары һәр йыл һайын юғары кимәлдә көтөп алынған сара булып тора.  Күптән түгел генә  Кунаҡбай урта мәктәбендә юғары кимәлдә 19- сы  тапҡыр ойошторолған  Ғаилә йылына һәм батыр яҡташыбыҙ Ш.Мөхәмәтйәновтың 100- йыллығына арналған күркәм  сарала ғаилә ҡиммәттәренең, халҡыбыҙ йолаларының йәш быуынды тәрбиәләүҙә баһалап бөткөһөҙ икәнлегенә тағы ла бер инандыҡ.

 Бындай миҫалдар бихисап.  Ғөмүмән, башҡорт теле уҡытыусыларының  эшмәкәрлеге 45 минутлыҡ дәрес биреүҙән тыш , милли рухиәтебеҙҙе йәш быуында тәрбиәләләү маҡсатында ойошторолған бихисап күп кластан тыш саралар үткәреүе менән айырылып тора. “Һаумы, әкиәт”, “Оҫта һөйләүсе”, “Диктор тауышы”, йола , шәжәрә байрамдары,  М.Минһажетдинов, М.Ямалетдинов,  Т.Ғиниәтуллин уҡыуҙары, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу уҡыусыларҙы шәхес булараҡ тәрбиәләүгә  йүнәлеш бирә.   Тау-байыҡтырыу комбинаты менән берлектә ойошторолған Төбәк-ара фәнни-эҙләнеү эштәр  «Европа –Азия сиктәрендә “конкурсында йыл һайын  өс тиҫтәгә  яҡын секция эштәренең тиҫтәнән ашыуы туған телебеҙ,халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен өйрәнеүгә арнала һәм юғары баһалана.

     Республика кимәлендә уҙғарылған бөтә төр конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ла  район уҡыусылары актив ҡатнашалар һәм  еңеү яулайҙар.Халҡыбыҙҙың абруйлы шәхестәренең яҡты иҫтәлегенә уҙғарылған

 Башҡорт халҡының рухи ынйыларын  һаҡлап киләсәк быуындарға еткереү маҡсатында уҙғарылған төбәк-ара йәш сәсәндәрҙең  “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында учалылар 4 тапҡыр Гран-при һәм икенсе турҙа 17 йыл рәттән беренсе урындалар.   4500 юлдан торған ҙур күләмле  эпосты тулыһынса ятлаған уҡыусыларыбыҙ ,һәм шундай балалр тәрбиәләгән ата-әсәләр ,уҡытыусылар ҙа  һис шикһеҙ  айырыуса маҡтауға лайыҡ.

Республика  буйынса Башҡорт теленән үткәрелгән олимпиадалаларҙа уҡыусыларыбыҙ  даими еңеүселәр рәтендә. Быйылғы уҡыу йылында ла,  Учалы ауылы Башҡорт гимназияһынан Динара Зәйнағбдинова , ҡаланың 10-сы  мәктәбенән Алтынай Хәйретдинова , Рысай  мәктәбенән Нәркәс Фәйезова , 1-се Башҡорт лицейынан Элина Мөслимовалар республикабыҙҙың телһөйәрҙәре араһында алдынғылар рәтендә.

 ...Зилә Ғизетдин ҡыҙының сығышын бер аҙ ҡыҫҡартып бирәбеҙ. Уңайынан файҙаланып, бөтә башҡорт теле уҡытыусыларына һәм тәрбиәселәргә баш эйеп рәхмәт әйтер кәрәктер! Аңлашыла, “әсә теле” әсәләрҙән, ғаиләлә башланырға тейеш. Ләкин төрлө сәбәптәр менән был килеп сыҡмай икән, тап педагогтарға икенсе әсәләргә әйләнергә, балаҡайҙарыбыҙҙы йәндәрен ҡоротҡос манҡортлоҡ шауҡымынан үҙ күкрәктәре менән ҡапларға  тура килә...

Йыйындың аҙағында район ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм президиум ағзалары, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезына делегаттар һайланды, ошо халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзының Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Яңыртылған район ҡоролтайы составының беренсе ултырышын ҡалала яңы асылған полилингваль мәктәптә үткәрергә кәрәк, тигән һүҙ сыҡты. Был да тәрән мәғәнәғә эйә, был учреждениела уҡытыу тиң рәүештә бер-нисә телдә алып барыла бит. Беҙгә лә, бар өлкәләрҙә лә, тиңдәр араһында тиң булып йәшәргә яҙһын, милләттәштәр!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: