Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май , 13:12

Яңы ЮХХДИ начальнигы

 Хеҙмәте мөмкин тиклем тынысыраҡ үтһен тип теләргә генә ҡала

Яңы ЮХХДИ начальнигы
Яңы ЮХХДИ начальнигы

БР буйынса эске эштәр министры генерал-майор Александр Прядконың приказы менән Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең дәүләт автоинспекцияһы начальнигы итеп  полиция капитаны А.А.Шаһивәлиев тәғәйенләнде. Айгиз Айвар улы 1995 йыл Учалы районында тыуған, эске органдарҙа 2017 йылдан хеҙмәт итә, әлегә тиклем участка уполномоченныйы һәм балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә эшләгән.  Хеҙмәте мөмкин тиклем тынысыраҡ үтһен, юл-транспорт һәләкәттәренә һирәгерәк сығырға яҙһын тип теләргә генә ҡала!

Фото БР буйынса эске эштәр министрлығы сайтынан -https://02.xn--b1aew.xn--p1ai/news/item/50621040

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: