2023 йылдың аҙағындағы фажиғә хәтерегеҙҙәлер. 1971 йыл тыуған Силәбе кешеһе Белорет-Учалы-Мейәс трассаһының 106-сы километрында «RENAULT MASTER» автомобилендә елдергән була. Һаҡһыҙлыҡ сәбәпле идараны юғалта, транспорты шыуған килеш ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм «ВАЗ 21102» автомашинаһын төрттөрә. Ватан автомобилендә килгән ирле-ҡатынлы һәләк булдылар, балалары етем ҡала, бик яҡшы кешеләр ине, тип хәтерләйҙәр һәләкәт ҡорбандарын....
Ошо көндәрҙә суд үтте, юл ҡағиҙәләрен боҙоп, һаҡһыҙлыҡ менән ике кеше үлтергән водитель 2 йыл 6 айға иркенән мәхрүм ителгән. Аңлашыла, эскән икәнлеге асыҡланған булһа, күпкә ҡатыраҡ язаға тарттырылыр ине.
Юл хәрәкәтенә ҡағылышлы яңылыҡты ла ишетмәй ҡалмағыҙ.
ЮХХДИ (ГИБДД) рәсми рәүештә ДАИ - Дәүләт автоинспекцияһы (ГАИ) тип үҙгәртелде, тип белдерҙе ведомство начальнигы Михаил Черников. Барлыҡ норматив-хоҡуҡи документтар яңы исемгә тура килтерелә. Күпселек халыҡ башта уҡ өйрәнгән атаманы үҙгәртеүгә ҡаршы ине шул. Берәй саҡ милиция-полицияға ла сират етер микән?