Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май , 10:08

Ҡор йыяйыҡ, ауылдаштар!

Сораман мәктәбе асылыуға - 95 йыл,  ә 50 йыл элек 9 класлыҡ уҡыу йортона әйләнә. "Йәштәрҙең, балаларҙың  да  йыйылыуы  айырыуса мөһим. Ололар һәм урта йәштәгеләр былай ҙа тиңдәштәрен  иҫләй, ә бына йәш-елкенсәк бер-берен белеп, үҙҙәренең тамырҙары гүзәл Сораман ауылынан, Учалы районынан икәнлеге менән ғорурланып үҫергә тейеш!  Быуындан-быуынға килгән рухи сылбырҙы өҙҙөртөү оло хилафлыҡ буласаҡ! "

Ҡор  йыяйыҡ, ауылдаштар!
Ҡор йыяйыҡ, ауылдаштар!

«Атайсал» проектының сайтын асып ҡарағанығыҙ бармы? Беҙҙең Учалы районында ла бихисап яҡшы эштәр башҡарыла бит, унда бәтә теүәл теркәлә һәм күрһәтелә бара (https://ataisal.ru/ ).

Шуларҙың береһе – 15 июнь 12.00 сәғәттә Озерный урта мәктәбенең Сораман филиалын тамамлаусыларҙың осрашыу тантанаһы.

Рәсми телдә төп маҡсат - йәштәргә рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреү, ауыл, мәктәп тарихы менән таныштырыу,  тип әйтелә, ауылдың артабанғы тормошо буйынса күмәкләшеп кәңәш ҡороу ҙа күҙ уңында тотола. Инициатива менән сығыусы һәм үҙенә төп яуаплылыҡ ауҙарыусы - Амангилде ауыл Советы депутаты Илһам   Хәйруллин, ойоштороу эштәрендә урындағы активистар, мәктәп филиалы һәм Сораман мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ.

Илһам  Ансар улы түбәндәгеләрҙе бәйән итте:

-Мәктәп филиалы мәдире   Зөлфиә Ҡотоева элекке  педагогтарын осрашыуға  йыйғанда, Сораман мәктәбе асылыуға - 95 йыл,  ә 50 йыл элек 9 класлыҡ уҡыу йортона әйләнде, ошо даталарҙы билдәләргә, элекке уҡыусы-уҡытыусыларҙы бергә йыйып алырға ине, тигән тәҡдимдәр яңғырай. Эйе, әле мәктәбебеҙ ябылыу өҫтөндә. Балалар һаны ныҡ аҙайғас нишләйһең инде?  Хатта, нисектер яптырмай алып ҡалған осраҡта ла, был бит уҡыусыларҙың үҙҙәре өсөн насар булыр ине. Балалар мотлаҡ рәүештә тиңдәштәре менән аралашып, ярышып, заман шарттарына яраҡлашып, коллективизм рухында үҫергә тейеш. Шуға ҡарамаҫтан, мәктәбебебеҙҙең  үткәне менән ғорурланырға, бар йөрәктән рәхмәт белдерергә  тулы хоҡуғыбыҙ ҙа бар, выжданыбыҙ ҙа шулай ҡуша.

 

Танылған ғалим Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов,“Каруанһарай” төркөмөнә нигеҙ һалыусы, Башҡортостандың халыҡ артисы Мәхмүт Нәҙершин,   танылған ҡурайсы,  бихисап конкурстар еңеүсеһе һәм һәләтле педагог Фәиз Шәрипов, техник фәндәр кандидаты, доцент Иршат Ҡафиев,  ағалы-ҡустылы Рәсих һәм Буранбай Ямаловтар, танылған педагог, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре  Әҙһәм Махиянов, офицер йә һалдат  дәрәжәләрендә тап әле махсус хәрби операцияла бурыстарын ҡыйыу  үтәгән һәм башҡа күп яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен атау ғына ла, мәктәбебеҙҙең  абруйын юғары күтәрә. Әммә  тулы исемлек саманан тыш оҙон буласаҡ:  ҡайҙа ғына, ниндәй өлкәләрҙә генә эш итмәһендәр, элекке Сораман уҡыусылары һынатмай, лайыҡлы йәшәргә һәм эшләргә ынтылалар, сөнки  уларға мәктәптә ныҡлы нигеҙ һалынған.

2014 йыл “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, 2019 йыл “Ҡыҙҙар ҡайта ауылға” йыйындары үтте, хәҙер  сорамандарға йәнә бер йыйылып алырға уңай сыҡты.Үткәндәрҙе һағынып, күптән күрмәгән кешеләр менән осрашыу ғына түгел бит ул бындай саралар. Тәү сиратта – туғанлыҡ, ауылдашлыҡ тойғоларын яңыртыу, төрлө тарафтарҙа йәшәгән осраҡта ла, бер кем яңғыҙ түгел икәнлекте, хәтергә генә  түгел, күңелдәргә  лә төшөрөү. Йәштәрҙең, балаларҙың  да  йыйылыуы  айырыуса мөһим. Ололар һәм урта йәштәгеләр былай ҙа тиңдәштәрен  иҫләй, ә бына йәш-елкенсәк бер-берен белеп, үҙҙәренең тамырҙары гүзәл Сораман ауылынан, Учалы районынан икәнлеге менән ғорурланып үҫергә тейеш!  Быуындан-быуынға килгән рухи сылбырҙы өҙҙөртөү оло хилафлыҡ буласаҡ! Шуға ла, “юбилей линейкаһы”, рәсми тантана, концерт номерҙары, “Мәктәп тарихы” фотокүргәҙмәһенән тыш, Балалар һабантуйы (милли һәм аниматорҙар ойошторған күңелле уйындар), һүрәт конкурсы үткәреләсәк. Ә кискеһен – асыҡ һауала дискотека.

Популяр йырҙа йырланған кеүек инде:

“Ауыл кисе. Йәш йөрәктәр
Гармун-моңға һыуһаған.
Һөйөү булып моңдар ҡайтһын
Ауылыма яңын”.

Әлбиттә, етди һөйләшеҙәр ҙә буласаҡ: кем һәм ни рәүештә ауылыбыҙға булышлыҡ итә ала, фронттағы яҡташтарыбыҙға ярҙам һәм башҡа. Бына  Илһам Хәйруллин, депутат булараҡ, иң көнүҙәк мәсьәлә – спорт залы мәсьәләһе тигән фекерҙә.  2005 йыл төҙөлгән, балалар физкультура  шөғөлләнеү менән генә сикләнмәй бит уның әһәмиәте, Сорамандың бөтә йәмәғәт саралары тап унда үткәрелә. Мәктәп ябылған хәлдә лә, артабан да ауыл мәнфәғәтендә ҡулланыу зарур, ә мәктәп балансынан мәҙәниәт йорто ҡарамағына күсертеү  өсөн үҙ ваҡытында бар ҡағыҙ эшен рәсмиләштереү талап ителә. Әйткәндәй,  Сораман мәктәбен тамамлаусылар берәр мең һум иғәнә йыйырға килешкәндәр, байрам үткәреүҙән артып ҡалғаны түкмәй-сәсмәй спорт залын ремонтлауға йүнәлтеләсәк.  Башҡа фекер алышаһы урындар ҙа бар, кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тип юҡҡа әйтеп ҡалдырмаған бит ата-бабаларыбыҙ!

15 июнде юҡҡа һайламаныҡ, тип тә билдәләне Илһам Ансар улы.  Яҙғы баҡса эштәре тамамланған, бесән эшләү, отпусктар дәүере башланмаған осор бит. Ҡорбан-байрам булғас, оҙайлы ялдарға тура килә (өҫтәүенә,12 июнь – Рәсәй көнө), тимәк, ситтә йәшәгәндәрҙең дә тыуған ауылдарына ҡайтыу мөмкинлеге иркенерәк булыр , байтаҡ кеше ҡорбан салырға ниәт итәсәктәре лә алдан билдәле. Сауаплы ғәмәл башҡарыу бик тә килешеп китерҙәр күпселек ауылдаштар йыйылған мәлдә.

 Сорамандар ауылдарына ҡағылышы йә яҡынлығы булған барыһын да (мәктәпте тамамлаусыларҙы ғына түгел!) байрамға саҡырҙылар. Бындай тантаналарҙан һуң һәр ауыл матурайып, күркәмләнеп ҡала, яңы һулыш ала торған, иншаллаһ!

Тарих биттәренән

(Зөбәйҙә Ҡәләмованың “Сораман ауылы тарихы” китабынан өҙөктәр)

“...Ололарҙың хәтерләүе буйынса,  борон Сораманда әлеге обелиск урынында мәҙрәсә була. Бында шәкерттәр ғәрәпсә,  аҙаҡ латинса алфавитта белем алғандар. Һуңынан да  ауылда йәшәгәндәрҙең иң өлкәндәре латинса яҙа торғайнылар.

Үҙәк урамда Ғарипова Закира, Ҡәләмовтар ғүмер иткән урында ла мәктәп эшләгән тиҙәр. Заманалар үҙгәрә. Илдә барған сәйәсәт мәғариф тормошона ла йоғонто яһай. Мәктәпкә барырға йәше еткән малай-ҡыҙҙарға мәжбүри уҡыу индерелә. Мәсет манаралары ауҙарыла. Уның түбәһендә һаҡланған тау-тау яҙма ҡомартҡылар халыҡтың күҙ алдында яндырылып, көлө күккә осорола.

 Йылдың-йылы төрлө мөғәллимдәр ауыл мәктәбендә белем бирергә йүнәлтелә. Нисәмә йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ бында уҡытып киткән иң  тәүге уҡытыусыларҙың исемдәрен ҙур ихтирам менән телгә ала. Баһауетдинов Нурмөхәмәт (Әбләз ауылынан), Ғәзизә (сит райондан), Әүхәҙи (Сорағол), Әүәл (Ураҙ), Камалова Зәйтүнә (Ғафури районынан). Нурғәлина Зифа Фәхрислам ҡыҙы, Һаҙыев Нәжиулла Закир улы, Хәдижә һәм Халиса Һаҙыевалар. Бөйөк Ватан һуғышынан аҙаҡ ауылға килгән ирле-ҡатынлы уҡытыусылар Мәхәмәтжан һәм Мәрйәм Хисамовтар ауылда төпләнеп ҡалалар. 1957 йыл педучилище тамамлап, Ҡотоев Нурмөхәмәт үҙенең мәктәбендә эш башлай. Аҙаҡ Әхмәтова Гөлшат Хәсән ҡыҙы эшкә килә. Улар хаҡлы ялға сыҡҡансы мәғариф өлкәһендә хеҙмәт итәләр. Ҡораманан Мулләхмәт ағай, Ҡунаҡбайҙан Мөхәмәтйәнова Сулпан, Һөләймәндән Ялалетдинова Гөлдәр...”.

“...Айырыуса директорҙарҙы оло рәхмәт менән иҫкә алаһы килә. 1973 йыл Урал Мөхмәтжан ул Хисамов директор вазифаһына тәғәйенләнде. Бик ауырға тура килде уға. Матди база тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Класс бүлмәләрендә стеналар ҙа штукатуркаланмаған. Ял көндәрендә уҡытыусылар үҙебеҙ ремонт яһайбыҙ. Уҡыусылар һаны күп булыу сәбәпле дүрт бүмәбеҙ генә етмәй, ике смена уҡытырға тура килә. Шуға ла директор тәүәкәллек яһай. Тирләндә иҫке йорттарҙы һүттереп, ауылға ташытып, йәнә күтәрттерә. Һөҙөмтәлә, бәлкәй булһа ла, тағы дүрт бүлмә өҫтәлде”.

“....директор вазифаһын Рысай ауылы егете Зарипов Әлим Барый улы дауам итә. Үҙен дә аямай, хеҙмәттәштәренә лә талапсан була, техперсоналға ла тынғы бирмәгән. Матди база нығытыла, дәрестәргә паспортизация булдырта. Уҡытыусыларҙы дәртләндереүгә ихлас булыуын да билдәләп үтте коллегалары. “Был өлкәлә тар күңелле булырға ярамай”, - тип әйткәнен хәтергә алды хеҙмәттәштәре. Бер аҙҙан уны Илсе мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр”.  Әлим Барый улын  Учалының ялҡынлы һәм тәрән белемле тарихсыһы булараҡ  та рәхмәт менән иҫкә алабыҙ бөгөнгө көндә “Эй, Яйыҡ йорт” баҫмаһы күптәрҙең “өҫтәл китабына” әйләнгәйне бит..

“...Махиянов Әҙһәм Әлхәм улы директор вазифаһына тәғәйенләнгәс, матди базаны нығытыуға ихлас тотондо.Мәктәптең эсе һәм тышҡы яҡтары көпләнде, һыу эскә үткәрелде. Иң һур хыялы – спорт залы төҙөү ине, бөтмөр хужа бында ла юлын тапты. Балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү, финанс хәлде арыуландырыу маҡсатында картуф, емеш-еләк баҡсалары киңәйтелде, умартасылыҡ тергеҙелде, ҡош-ҡорт, нутрия, ҡуян, сусҡа үрсетелде. Шул форсаттан ГАЗ-53 һәм Иж-фургон автомобилдәре, Т-40 тракторы, уҡыусыларға заманса уйын һәм музыка ҡоралдары ҡайтартыла”.

“...Хәйруллин Ансар Әбрәр улы 12 йыл директор булып эшләне. Мәктәптең ярҙамсы хужалығын киңәйтеп, хатта, мал ҡарау өсөн айырым штат булдырыуға өлгәште. Ул иттән килгән аҡсаға “УАЗ” һатып алып, Көсөк ауылынан уҡыусыларҙы йөрөтөү өсөн файҙаланылды. Хужалыҡтар тарҡалғас, управляющий менән килешеп, буш ҡалған биналарын мәктәпкә файҙаланырға алды. Һөҙөмтәлә уҡытыуҙы бер сменаға күсерә алдыҡ. Оло хеҙмәт емеше – спортзалды төҙөп бөтөрөп, сафҡа индертте”.

P.S. Хөрмәтле уҡытыусы Зөбәйҙә Ҡәләмованың был китабы “В каждой истории судьба поколений” тигән Бөтә Рәсәй конкурсында призер булып, авторы ҡиммәтле приз менән бүләкләнгәйне.

 

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: