Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май , 09:26

Һуғыш бөтһөн тип ҡорбан салына

Онотола башлаған башҡорт халыҡ уйындарын уйнатыу  ойошторорға хәл иттелде. Шул иҫәптән “Ашыҡ”, “Биш таш”, “Йүгән тартыу”, тоҡ кейеп йүгереү, көршәк ватыу.

Һуғыш бөтһөн тип ҡорбан салына
Һуғыш бөтһөн тип ҡорбан салына

8 июнь район һабантуйы үткәрелә.  Барыһы ла ҡәҙимгесә – хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү, бәйге, көрәш һәм башҡа. Саманан тыш ҙур масштабта үткәрелмәйәсәк, тип тә ишеттек, сәбәбен үҙегеҙ ҙә аңлап тораһығыҙҙыр инде.

Шул уҡ көн Ауырғазы районында йәштәрҙең “Табын-фест-2024” VI төбәк-ара фестивале ойошторола. Унда ла ҡатнашмай булмай.

Район  башҡорттары ҡоролтайы  башҡарма комитеты ултырышында ошо дилемма һәр яҡлап ҡаралды.  Ауырғазыға, Учалыны вәкилләү өсөн бер төркөм уҡсылар йүнәләсәк, “Табын батыры” исеменә лә дәғүәсе бар, ә “Табын һылыуы” ярышында   алты  һылыуыбыҙ ҡатнашасаҡ. “Бура һуғыу” уйыны буйынса беҙҙең белгестәр мастер-класс та бирәсәк. Был хаҡта һуңынан яҙырбыҙ.

Учалы район һабантуйында иһә, ҡоролтайҙың тирмәһе ҡороласаҡ, һуғыш тиҙерәк бөтһөн тип салынған ҡорбан ите менән мәжлес ойоштороласаҡ. Изге теләктәр ҡабул ителһен инде, тип теләргә генә ҡала. Әммә байрам байрам инде, ҡоролтай тирмәһе тирәләй бар теләгән кешеләрҙе онотола башлаған башҡорт халыҡ уйындарын уйнатыу  ойошторорға хәл иттелде. Шул иҫәптән “Ашыҡ”, “Биш таш”, “Йүгән тартыу”, тоҡ кейеп йүгереү, көршәк ватыу. Үҙегеҙ килегеҙ, күрерһегеҙ, ҡатнашырһығыҙ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: