Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь , 14:02

Әрһеҙ американ бирешмәй

Тимер кәртәгә уҡмашып уҡ үҫкән. Быйыл яҙ  коммуналь хеҙмәткәрҙәр олонон киҫтеләр, ә рәшәткә менән буталған аҫҡы өлөшөн, тәбиғи, бысырлыҡ түгел.

Әрһеҙ американ бирешмәй
Әрһеҙ американ бирешмәй

Заманында, исеменә ҡыҙығыптыр инде, Учалыла Америка сағаны күп ултыртылды. Хәҙер бөтөрөп тә булмай, билсән кеүек әрһеҙ бит ул. Киҫәң икән, түңгәгегенән үренделәр йәһәт сыға. Ирек бирелә икән, ҡалған бөтә үҫемлектәрҙе ҡоротоп, шырлыҡ пәйҙә итә.  Ә ағасы йүнһеҙ, кәкре-бөкөрө, ныҡ йомшаҡ һәм дымлы булғас, утынға ла йүнләп ярамай.  Һеркә туҙҙырып, аллергия менән яфаланыусылар өсөн яман. Шул уҡ ваҡытта сыҙамлығына иҫ китә. Бына, ҡаланың типография биләмәһендә ике-өс төп йәйелгән. Береһе тимер кәртәгә уҡмашып уҡ үҫкән. Быйыл яҙ  коммуналь хеҙмәткәрҙәр олонон киҫтеләр, ә рәшәткә менән буталған аҫҡы өлөшөн, тәбиғи, бысырлыҡ түгел. Ҡорормо, тип күҙәтеп йөрөгәйнек, бер ни булмағандай йәнә үренделәр сығарған.

Тулы исеме - Клён ясенели́стный (лат. Ácer negúndo).  Был килмешәкте матур, һәр яҡлап файҙалы, Учалы ҡалаһында бармаҡ менән генә һанарлыҡ һанда  икенсе төр саған - Клён остроли́стный ( платанови́дный йә платаноли́стный) (лат. Ácer platanoídes)  менән бутамағыҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: