Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь , 15:26

Егеттәр ҡаушамаған

Өкө-байғош бәләгә тарыған була

Егеттәр ҡаушамаған
Егеттәр ҡаушамаған

Учалыла эш сәфәре менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР Дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов булып китте.  Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте эшмәкәрлеге менән таныша, Учалы ҡалаһы, Миндәк һәм Мансурҙа янғын һүндереүселәр менән осраша, ә район ирекле янғын һүндереү командабыҙҙы: “Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан”, - тип баһаланы.

Шулай уҡ Рысай ауылында уҡыу йылы тамамланыуға арналған тантанала ҡатнаша. Бының төп сәбәбе – Арсен Баҡиев, Дим Хәбибуллин, Радмир һәм Таһир Хисмәтуллиндарға  Кирилл Сергеевич үҙе етәкләгән дәүләт комитетының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Шулай уҡ: “ Белем алғас,  һеҙҙе үҙ сафтарыбыҙҙа күрергә шат буласаҡбыҙ!” – тип тә дәртләндерә. Баҡһаң быйыл  31 ғинуар мәктәп  ҡапҡаһы торбаһы эсенә  нисектер  өкө-байғош (Уральская неясыть) ҡолап ҡыҫыла, егеттәр  тәбиғәттә аҙ ҡалған ҡошто ҡотҡарыуҙы хәстәрләгәндәр, әмәлен тапҡандар. Ғөмүмән, мәктәп етәкселеге йәш ҡотҡарыусыларҙы, яҡшы уҡыйҙар, спорт менән шөғөлләнәләр, йәмәғәт тормошонда ҡатнашалар, тип билдләй. Афарин, әлбиттә, ундай йәш кешеләр бер ҡайҙа ла артыҡ түгел!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: