Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июнь , 14:19

“Бергә-бергә йәшәү күңелле”

Лилиә һәм Илдар, уларҙың ата-әсәләре Ришат һәм Юлия Хажиәхмәтовтар, олатай-өләсәйҙәре Эдуард Нурулла улы һәм  Вилә Вәлиулла ҡыҙы Сафиуллиндар берҙәм команда булып башта дистанцион этапты үттеләр. Ә ярымфинал Өфөлә 4 көн буйынса дауам итә, бөтә Волга буйы федераль округынан 407 ғаилә менән аң-зиһен, ижад, спорт йәһетендә көс һынашалар.

“Бергә-бергә йәшәү күңелле”
“Бергә-бергә йәшәү күңелле”

Илтабан ауылынан өс быуындан торған Хажиәхмәтовтар-Сафиуллиндар ғаиләһе “Был беҙҙең ғаиләнән” (“Это у нас семейное”) Бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡты.

Лилиә һәм Илдар, уларҙың ата-әсәләре Ришат һәм Юлия Хажиәхмәтовтар, олатай-өләсәйҙәре Эдуард Нурулла улы һәм  Вилә Вәлиулла ҡыҙы Сафиуллиндар берҙәм команда булып башта дистанцион этапты үттеләр. Ә ярымфинал Өфөлә 4 көн буйынса дауам итә, бөтә Волга буйы федераль округынан 407 ғаилә менән аң-зиһен, ижад, спорт йәһетендә көс һынашалар. Һәм Учалы данын киң тараттылар: 7 конкурс еңеүселәре составында июль айында Мәскәүҙең Мәскәүендә йомғаҡлау финалында ҡатнашасаҡтар. Был ҡаҙаныш менән уларҙы район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов тәбрикләне, ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ!  Эйе, һис тә икеләнмәй үҙебеҙ ҙә раҫлай алабыҙ - быуындан-быуынға ипле, эшһөйәр, алсаҡ кешеләрҙән тора был нәҫел.

Уңайынан файҙаланып,  Ҡунаҡбай урта мәктәбендә математика уҡытҡан Юлиә Эдуард ҡыҙынан конкурс тураһында  ентекләберәк һөйләүен үтендек.

-Һәр конкурс, һәр һынау – бер-береңә яҡыныраҡ булыу, берҙәмлекте нығытыу өсөн яҡшы форсат. Шуға ла, бәйге шарттары тураһында ишетеү менән ҡатнашыу теләге барлыҡҡа килде, яҡындарым ҡуш ҡуллап риза булдылар, бик әүҙем кешеләр бит улар барыһы ла.

Конкурстың төп шарты – ҙур ғаиләнең өс быуыны ҡатнашыу. Лилиәбеҙгә 9 йәш, 4-се класҡа күсте,   Илдарыбыҙ 14 йәшлек, 8-се класта, тормош иптәшем Ришат Радис улы  менән 15 йыл бергә йәшәйбеҙ, ул эске эштәр министрлығы пенсионеры, ә атайым менән әсәйем – ғаилә ҡороуҙарына 38 йыл тулған хаҡлы ялдағы уҡытыусылар.  Әйткәндәй, ғаиләнең йылъяҙмаһын күрһәтеү талап ителде, беҙ иһә бөтә шәжәрәбеҙҙе китап рәүешендә әҙерләнек. Конкурстың үҙенә ҡағылмағанда ла, бик яҡшы булды был эш – киләһе быуындарға ҡалһын өсөн  ата-бабалары тураһында бөтә белгән-тапҡан мәғлүмәт йыйнаҡ итеп тупланды, халҡыбыҙ әйтмешләй “ташҡа баҫылды”, йәғни онотолоп-юғалып ҡалмаҫ!

Башата, дистанцион этапта, ғаилә тормошон һүрәтләгән һәм конкрет темаларға бағышланған бик күп видео яҙҙыртып ебәрергә кәрәк булды. “Визитка”, “Ғаилә наградалары”, “Йорт йәме”, “Бергәләп аш-һыу әҙерләйбеҙ”, “Саҡырылған табын”, “Өс быуын йыры”, “Әсә өсөн байрам”, “Күңелле старттар”, “Беренсе ярҙам күрһәтеү”, “Ғаилә тарихы”, “Ғаилә альбомы”, “Яңы йыл”, “Мультғаилә” һәм башҡа күп.  Видеояҙмалар араһында конкурстан тыш  айырым ярыш үткәрелеп, иң яҡшы тип танылған “Күңелле старттарыбыҙ” өсөн туристар палаткаһы һәм йоҡлау тоҡтары,  “Өс быуын йыры” өсөн смартфон менән дә бүләкләндек.  

Һуңынан тиҙлеккә викторина һорауҙарына яуаптар табыу бурысы ҡуйылды. Өфөлә иһә, шул тиклем күп, береһенән-береһе аҫыл ғаиләләрҙе күреп, ҡойолоп та ҡалырлыҡ ине! Әммә һәр кем үҙенән  дә алда бер-беребеҙ өсөн тырышҡас, оло яуаплылыҡ тойоп эш иткәс, бында ла үҙебеҙҙе лайыҡлы күрһәтә алдыҡ, һынауҙарҙы уңышлы үттек.

 ....Бер-ике видеоны үҙебеҙ ҙә ҡараныҡ, эйе, ыңғай баһа бирмәү мөмкин түгелдер – барыһы ла  шундай мөләйем һәм татыу, һәр заданиеға берҙәм һәм дәррәү тотоналар, бер-беренең баһаһын һәм ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр – күҙ теймәһен өсөн собханаллаһ, тип әйтергә генә ҡала. Ә “Өс быуын йыры” һүҙҙәрен билдәле шағирә Фирүзә Абдуллина яҙа, көйөн яҡташыбыҙ Сәмиғулла Лоҡманов ижад итә.  Нәҡ  Хажиәхмәтов-Сафиуллиндарға бағышланһа ла, популяр “ғаиләләр гимны” булып китеүе бик тә ихтимал.

Тыумаҫ элек беҙҙе яҙмыш
Йәрәштергәндер,
Бәхет өсөн осраштырып,
Килештергәндер.

Ҡушымта:
Бергә-бергә бар ғүмергә.
Бәхет-шатлыҡта!
Ғаиләбеҙ - ныҡлы ҡәлғә,
Һаҡлар беҙҙе төрлө хәлдә,
Йәшлек-ҡартлыҡта!

Шатландырып, һоҡландырып
Үҫә балалар,
Олатайҙар, оләсәйҙәр
Йәнәш баралар!

Һәр бер эштә бергә-бергә
Йәшәү күңелле!
Татыулыҡта был тормоштоң
Йәме түгелме?

 

Ғаилә сәйәхәт ҡылырға ярата, төрлө конкурстарҙа теләп ҡатнашалар, әммә бындай юғары кимәлдә тәүләп көс һынауҙары.  Әлбиттә, ғаилә йолалары ла бар, мәҫәлән, тыуған көндәрҙе, башҡа байрамдарҙы бергә үткәреү, мотлаҡ рәүештә төрлө уйын-ярыштар үткәреп кинәнәләр. Далан тағы йылмаясаҡмы-юҡмы, әммә Мәскәүҙә лә сәхнәлә балҡыясаҡтары, барыһын да һоҡландырасаҡтары  семтем дә шик уятмай, хәйерле сәғәттә!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: