Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь , 09:24

“Һеҙҙең зар – беҙҙең зар”

Өфөлө, бер бизнес-үҙәк бинаһының түбәһенә яҡташыбыҙ Артур Йәдкәр улы Ғайназаровтың портреты төшөрөлгән плакат урынлаштырылды. Хәрби ҡаҙаныштарынан тыш, тылда ла әүҙем эшмәкәрлеге ошолай баһаланды.

“Һеҙҙең зар – беҙҙең зар”
“Һеҙҙең зар – беҙҙең зар”

Өфөлө, бер бизнес-үҙәк бинаһының түбәһенә яҡташыбыҙ Артур Йәдкәр улы Ғайназаровтың портреты төшөрөлгән плакат урынлаштырылды. Хәрби ҡаҙаныштарынан тыш, тылда ла әүҙем эшмәкәрлеге ошолай баһаланды.

Артур Йәдкәр улы тураһында гәзитебеҙҙә бер-нисә тапҡыр беҙ ҙә яҙҙыҡ.  Нисәмә йылдар милицияла, хөкөм үтәтеү инспекцияһында өлгөлө хеҙмәт итте,  подполковник дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға.  Һуңынан, махсус хәрби операция башланғас, ике йәш егетте ерләүҙә ҡатнаша ла, йөрәге түҙмәй – “БАРС” подразделениеларының штурм отрядына яҙыла. 2022 йыл Попасное, Лисичанск, Горское һәм башҡа ҡалаларҙы азат итеүҙә алғы сафта  ҡатнаша. Яралана. Дауалау курсы үткәс хәрби хеҙмәтте дауам итә алмаһа ла, бар күңеле менән һаман да фронтта,  окоптағы ҡустылары араһында ҡала.  Районда үткән хәрби-патриотик акцияларҙа ҡатнашып, тәжрибәһе менән уртаҡлаша, ғәмәли кәңәштәрен бирә, гуманитар ылау менән фронтҡа барып килеүе тураһында ла яҙғайныҡ. Хәҙер килеп, “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды региональ филиалының Учалылағы социаль кооординаторы булып эшен дауам итте. “Эшен” тип түгел, “көрәшен дауам итә” тип тә әйтерлек. Сәнки был фронтта ла батырлыҡ та,  ныҡышмалыҡ та, фиҙаҡәрлек тә талап ителә.

-Елена Александровна Корюкова былтырҙан был тынғыһыҙ эштә, афариндан башҡа бер ни әйтә алмайым – изге бурысына йәне-тәне менән бирелгән кеше. Әммә хәҙер икәүләп тә өлгөрә алмай киткән саҡтар бар. Киң йәмәғәтселек фронттағы яугирҙарыбыҙ хаҡында борсола, ярҙам итергә тырыша, был  һоҡландырғыс күренеш. Шул уҡ ваҡытта тәне йә йәне яраланып ҡайтҡан яугирҙар, һәләк булған һалдаттарыбыҙҙың яҡындары ҡайһы саҡ иғтибарҙан ситтәрәк ҡалыуы мөмкин. Шуға ла бер йыл элек РФ Президенты ҡушыуы буйынса  “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды ойошторолдо, Ватан һаҡсылары һәм уларҙың яҡындары үҙҙәре лә һәр яҡлап һаҡланған булырға тейеш. Дөйөм алғанда, вазифалы кешеләр быны аңлай, төрлө йомош менән мөрәжәғәт иткәндә булышлыҡ итергә тырышалар, ләкин битарафлыҡ осраҡтары ла юҡ түгел. Әлбиттә, бер генә бындай осраҡты  ла онотмаясаҡбыҙ, иртәме-һуңмы, яуап тоторға  тура килер...

-Фонд эшмәкәрлеге тураһында айырым мәҡәлә яҙыу урынлы булыр, шулай ҙа әленән әйтегеҙ -  һеҙгә нисек бәйләнешкә сығырға мөмкин?

-Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт, 2-се кабинет. Дүшәмбе-йома 9.00 -18.00 сәғәттәрҙә ҡабул итәбеҙ. Осрашыу тураһында алдан килешеү, белешмә алыу өсөн телефон номеры - 8(347) 91-6-02-50. Ниндәй генә сетерекле проблема пәйҙә булмаһын, тартынмағыҙ, ярҙам һорағыҙ: Ватан һаҡсыларының бөтә  аһ-зары – беҙҙең шәхсән аһ-зар!

-Артур Йәдкәрович, һеҙҙе бер яҡтан уҡымышлы кеше булараҡ беләбеҙ, икенсе яҡтан хәҙер тормош тәжрибәгеҙ ҙә ныҡ бай, дары еҫе аҡылды йәһәт урынына ултырта тиҙәр. Ниңә кәрәк булды МХО, ниңә егеттәребеҙ ҡан ҡоя, тиеүселәр ҙә юҡ түгел, ни әйтер инегеҙ уларға?

-1941 йылдың 22 июнендәге ҡәһәрле таң ҡабатланмаһын өсөн кәрәк булды! Үҙебеҙ өсөн ҡулай ваҡытта операцияға тотонмаһаҡ та, тап әле көнбайыш сиктәребеҙҙә һуғыш бары дөрлөр ине, әммә юғалтыуҙар сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә күберәк булыр ине.  Фронт күпкә көнсығыштараҡ ятыр ине һәм өлөшләтә түгел, тулы мобилизация күптән йәйелдерелер ине!  Иван Грозный ваҡытындағы Ливон һуғышы, һуңғараҡ илбаҫарҙар Мәскәүҙе яулап алыуын иҫкә төшөрмәгәндә лә, тарих бер үк ҡалып буйынса бара бит ул:  кәмендә быуатҡа бер тапҡыр Көнбайыш илдәре бергә уҡмаша, Рәсәйгә яу булып ябырыла, ҡара тулҡындары беҙҙең ҡаяға ярылғас, күпмелер ваҡыт тынып торалар. Наполеон бөтә Европаны беҙгә ҡаршы берләштерә, һуңынан Ҡырым һуғышы, артабан Совет Рәсәйенә Антантаның һөжүме, иң һуңында – Гитлер.  Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ла немецтарға ҡаршы түгел, берләштерелгән Европа менән алышыу тураһында хәҙер күптәр белеп етеңкерәмәй. Әйткәндәй, Граждандар һуғышы йылдарында Чехословак корпусы Силәбене баҫып алыуы, ә Өфөлә, хатта, концлагерь ойоштороуҙарын күптәр белмәйҙер ҙә әле.  Һуңғы дәүерҙә, көс менән еңә алмағас, мәкерлеккә күстеләр, Горбачев-Ельцин заманаларында Америка менән Европа беҙгә дуҫ тигәндәренә ышана ла башлағайныҡ. Тик бына 1992 йыл Финляндияла булырға тура килде. Иғтибар иттем, финдар телевизор янында бот сабып хихылдайҙар, баҡһам –экранда иҫерек Ельцин маймыл кеүек шыйыҡлана. Ныҡ ғәрләндем һәм уйлап ҡуйҙым – былар беҙҙе ихтирам итеү түгел, асыҡтан-асыҡ мыҫҡыллай башлағандар, тимәк, оҙаҡламай йәнә яуға йыйыласаҡтар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күрәҙәсе булып сыҡтым....  Шөкөр, беҙҙең быуын да ата-бабаларыбыҙға лайыҡ булып сыҡты. Еүеүҙе көтөргә күп ҡалмағандыр тип ышанам.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: