Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь , 13:40

Ҡысытмаған урынды тырнамаҫҡа ине!

Эльвира Ринат ҡыҙы кеүек айыҡ аҡыллылар ҙа депутаттар араһында етерлектер әле, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Ҡысытмаған урынды тырнамаҫҡа ине!
Ҡысытмаған урынды тырнамаҫҡа ине!

Ҡысытмаған урынды тырнамаҫҡа ине! Бер төркөм РФ Дәүләт Думаһы депутаттары Берҙәм дәүләт имтихандарын (ЕГЭ) тиҙ арала ғәмәлдән сығарыу тураһында закон проекты әҙерләүгә тотонған. Йәнәһе лә, әлеге формат белем сифатына, уҡыусылар юғары уҡыу йорттарына инә алыуҙарына булышлыҡ итмәй. Нәҡ киреһенсә бит!   Әйткәндәй, ниәттәре барып сыға икән, миҙалдың икенсе яғы тураһында ла онотмаһындар ине. БДИ индерелгәнгә тиклем университеттарҙың ҡабул итеү комиссиялары тирәләй ришүәтселек сәскә ата ине, мәктәптәрҙә лә “блат-сват” төшөнсәләре  сит-ят булманы.  Шуны белмәйҙәр, аңламайҙар микән?  Эйе, бәлки, БДИ заданиеларын бер-аҙ еңеләйтергә кәрәктер, ләкин беткә үсегеп тунды яғып булмаҫтыр...

 Шөкөр, депутатыбыҙ, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова менән бәйләнешкә сыҡҡайныҡ, ул был эштә ҡыҙыу тотонорға ярамай, бер форманан баш тартыр алдынан яңыһы әҙер булырға тейеш, тигән фекерҙә. Эльвира Ринат ҡыҙы кеүек айыҡ аҡыллылар ҙа депутаттар араһында етерлектер әле, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: