Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь , 10:34

Хәҙер 3-сө тәкә алды

Һабантуйҙың  төп йәме – ат бәйгеһе һәм милли кәрәш.

Хәҙер 3-сө тәкә алды
Хәҙер 3-сө тәкә алды

Һабантуйҙың  төп йәме – ат бәйгеһе һәм милли кәрәш.  Кәрәш буйынса  “Район һабантуйы -2024” байрамының   баш судьяһы Рәмил Әхмәтйәновтан түбәндәге мәғлүмәт алдыҡ. Балалар һәм үҫмерҙәр араһында үҙ ауырлыҡ һәм йәш категорияларында еңеүселәр – Рәдиф Ғәзизов (Сәфәр), Эмиль Низамов (Иманғол), Инсаф Ағзамов (Әбйәлилдән). Ололар араһында - Рәфил Ғәзизов (Сәфәр), Дим Хәйруллин (Учалы), Ғаяз Шакирйәнов (Учалы). Һабантуйҙың абсолют чемпион исеменә лә данлыҡлы көрәшсебеҙ Дим Хәйруллин иреште.

Әйткәндәй, Дим Фәнил улы 3-сө йыл рәттән район һабантуйының абсолют чемпионы дәрәжәһенә ирешә. Юғары белемле, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында элемтә өлкәһендә хеҙмәт итә.  Көрәш менән 4-се кластан шөғөлләнә, спорт мастеры, 2012 йыл – Рәсәй Беренселегендә, 2014 йыл – Рәсәй, 2015 йыл – Донъя чемпионаттары еңеүсеһе! Грэпплинг көрәше буйынса ла ике тапҡыр – Башҡортостан, бер тапҡыр – Силәбе өлкәһе чемпионы, Бөтә Рәсәй турнирҙары призеры.  Нәҡ грэпплинг буйынса балаларға күнекмәләр биреү менән дә шөғәлләнә.  (Грепплинг – бөтә көрәш төрҙәрен берләштергән система).

 Барыһын да ихлас ҡотлайбыҙ, ә әлегә чемпион була алмағандарҙың еңеүҙәре алда булһын!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: