Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь , 09:37

Мулла ла, ветеринар ҙа бар

Һорауҙар бар икән, район ветеринария станцияның телефон номерҙары – 6-12-16, 6-12-56.

Мулла ла, ветеринар ҙа бар
Мулла ла, ветеринар ҙа бар

Мәсет биләмәләрендә хәҙер ҡорбан бөтөнләй салынмай. Учалы ҡалаһындағы Зәйнулла ишан мәсетенең имамы Риф хәҙрәт Мөхәмәтовтан һорашып белдек,   байрам көнөндә ғибәҙәтханала 9.00 сәғәттә Ғәйет-намаҙы уҡыласаҡ, һуңынан ҡорбан салыу урыны – мал һуйыу пунктына йүнәләсәтәр.

Ә был пункттың эшмәкәрлеге тураһында  Учалы ветеринария стацияһының табип-эпизоотологы  Самат Әлхәмов бәйән итте:

--Былтыр уҡ ҡорбан салыуҙы махсус пунктта үткәреү  алымы уңышлы ҡулланылды. Учалы ҡалаһының Энергетиктар урамында урынлашҡан Эльвир Хәлитовтың крәҫтиән-фермер хужалығында башҡарыла ( автовокзалдан Бурансыға ҡарай юлда, унда элек техосмотрҙар үтә торғайны).  2023 йыл ғәйетендә 50-ләп һарыҡ салынды. Быйыл да дини ғәмәл өсөн тәғәйен  бөтә мал алдан индентификацияланды һәм анализдар үткәрелде.   Байрам көнөндә мал һуйыу пунктында муллалар ҙа буласаҡ, ветеринария белгестәре һуйғандан һуң  да ветэкспертиза үткәреп торасаҡ.  Былтыр ауылдарҙан килтермәнеләр, әгәр ҙә килтерәләр икән, әлбиттә, хеҙмәтләндереләсәктәр.

Һорауҙар бар икән, район ветеринария станцияның телефон номерҙары – 6-12-16, 6-12-56.

Өҫтәмә мәшәҡәт тип һөйләнергә кәрәкмәҫтер. Сөнки, беренсенән, ҡорбан малы сәләмәт, ите – хәләл, тип муллаларға өҫтәп, ветеринарҙар ҙа раҫлауы яҡшы ла инде! Ә икенсенән, төрлө йоғошло ауырыуҙар таралыу хәүефенән һаҡланыр кәрәк.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: