Беҙ, Рәсәй халҡы, нисектер сәйерерәк яратылғанбыҙ: тән сырхау тураһында кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә ауыҙ һыуы ҡороғансы тәтелдәргә яратабыҙ, ә бына аң-зиһен, күңел тәңгәлендәге проблемалар менән хатта табиптарға мөрәжәғәт итеүҙән тартынабыҙ. Һуғыш операциялары башланғас был мәсьәлә ныҡ киҫкенләшә генә бара. Яҡындарҙы юғалтыу, фронттағылар өсөн көнө-төнө борсолоу йә үҙең тыныс тормоштан кинәт ут өйөрө, ҡан ҡойош үҙәгенә эләгеү – әҙәм балаһы психикаһы өсөн саманан тыш оло стресс. Шуға ла, элекке, “Мин псих түгел!” – тигән бар осраҡтарҙа ла әйтелгән көшкөлөктәрҙе онотоп, заман медицинаһы хеҙмәтләндереүе менән файҙаланыуҙан һис тә тартынмаҫ кәрәк! Көнбайыш илдәрендә күптән ҡәҙимге күренеш бит был, әйтәйек тыныс тормошта ирәйеп йәшәгән Нидерландыла һәр 100 мең кешегә 123 психолог тура килә икән, Рәсәйҙә иһә – 4,64. Ниндәйҙер өҫтәмә комментарий ҙа кәрәкмәй!
БР клиник психотерапия үҙәге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына түләүһеҙ квалификациялы ярҙам күрһәтә. Бер-нисә төр терапия, көндөҙгө һәм тәүлек әйләнәһенә стационарҙар, балалар бүлексәһе ҡаралған. Үрҙә әйткән проблемаға ҡағылышлы һәм күптәрҙе борсоған һорауға аныҡ яуап бирелә – хеҙмәтләндерелгән бер кешене лә махус иҫәпкә алмайҙар, талап ителгән осраҡтарҙа “больничный лист” бирелә. Был проект БР Башлығының Гранттар фонды булышлығында ғәмәлгә ашырыла.
-Учреждениеның бурысы – яҡындарын юғалтыу, ғаилә эсендәге конфликттар, ғәҙәттән тыш киҫкен хәлдә ҡалыу йә баштарына йәрәхәт алыу сәбәпле нервылары ҡаҡшаған кешеләрҙе дауалау. Дарыу терапияһы һәм психолог ярҙамынан тыш, пациенттар өсөн башҡа саралар ҙа атҡарыла: хәрәкәт, физиотерапия (электройоҡо, электрофарез,биоптрон, магнитотерапия) ), рефлексотерапия сеанстары, массаж (шул иҫәптән аппарат масажы), “Мультипсихометр” аппаратында тулы күләмдә тикшереү һәм башҡа күп. Беҙгә эләгеү өсөн “Дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре” порталы аша йә Берҙәм регистратура номеры буйынса (8 (347) 285-77-07) яҙылырға мөмкин. Дүшәмбенән йомаға тиклем, 8.30 -18.00 сәғәттәрҙә ҡабул итәбеҙ, рәхим итегеҙ! – тип белдерә учреждениеның баш табип урынбаҫары Элла Перминова.
“Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды региональ филиалының Учалылағы социаль кооординаторы Елена Корюкованың һүҙенән, дауаланыуға мохтаж хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындары йыш мөрәжәғәт итә: “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары сираттан тыш медицина хеҙмәтләндереүе менән файҙаланырға хоҡуҡлы. Был осраҡта яҡындары исемлегенә хәрбиҙең ҡатындары, балалары һәм ата-әсәләре инә. Был төр дәүләт ярҙамы алыу өсөн хеҙмәт үтеү тураһында хәрби частан йә хәрби комиссариаттан белешмә биреү ҙә етә”.
-Шундай игелекле, ихлас ярҙам кешеләр булыуы үҙе үк күңелгә дауа. Реабилитация һәм дауалау курстарын үттем, бындағы хеҙмәткәрҙәр тураһында йылы хәтирәләрҙе күңелдә һаҡлаясаҡмын. Техпресоналдан алып директорға тиклем барыһы ла шундай итәғәтле, кешелекле, үҙ эштәренең оҫталары, шундай йылы мөхит хөкөм һөрә. Көнкүреш шарттары ла тик маҡтауға лайыҡ – яңы мебель, һәр бүлмәлә душ, телевизор, һыуытҡыс. Ашханала бик тәмле итеп һыйлайҙар, ҙур бассейн да бар. Ошолай хәстәрләгән өсөн рәхмәт инде, ғүмеремдә иң тәрән ҡайғыны кисергәндән һуң тик бында ғына үҙемде йәнә тере кеше итеп тойҙом, - тип һөйләне беҙгә хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙҙың әсәһе. Эйе, үлгән артынан үлеп булмай, нисектер артабан йәшәргә ынтылыр кәрәк, ә тәжрибәле табиптар ярҙам итер.
Гөлназ ВӘЛИУЛЛИНА