Яйыҡ
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь , 10:53

“Табын батыры” – Учалынан!

-Был фестиваль күңел асыу сараһы ғына түгел, был – Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген нығытыу, милли мәҙәниәт һәм йолаларҙы тергеҙеү, йәштәрҙең социаль энергияһына конструтив йүнәлеш биреү буйынса көндәлек эштәребеҙҙең кульминацияһы, йәғни юғары нөктәһе. Шулай уҡ районыбыҙҙың абруйын һәм дәрәжәһен күтәреү, яҡшы данын киң таратыу өсөн уңышлы алым. Әлеге заманала был да үтә мөһим – инвестициялар килеүҙә, эшлекле хеҙмәттәшлектәр нығыуҙа төбәктең дөйөм репутацияһы ла мөһим роль уйнай. Оло ҡәнәғәтлек менән билдләйем: йыйындың лайыҡлы үтеүенә тос өлөш индергән өсөн Учалы делегацияһы, спортсыларыбыҙ һәм район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов “Табын ырыуы берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм фестиваль етәкселеге тарафынан Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Иманым камил – берлектә көс! – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, ҙур  кәрәҫтиән хужалығы башлығы һәм әүҙем хәйриәтсе Мозафар Ҡадиров.

“Табын батыры” – Учалынан!
“Табын батыры” – Учалынан!

Ауырғазы  районында шаулап-гөрләп VI төбәк-ара «Табын-фест 2024»   йәштәр фестивале  үтте.

Был көндә Учалыла ла    район һабантуйы  тура килеүгә ҡарамаҫтан,  вәкилдәребеҙ ҡатнашты һәм бик тә лайыҡлы сығыш яһаны. Сараның төп наградаһы беҙҙә: Заһит Шакиров “Табын батыры” дәрәжәһен яуланы. Көрәш, армрестлингтан тыш, ижади һәләтте күрһәтеү ҙә талап ителә – “Батырҙар йырын” башҡарыуы алҡыштарға күмелә, Закир Ғарипов аккомпанемент башҡара. (Закир Ғадинан улы “бура һуғыу” буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирергә бара, тик яһшы ниәткә көн торошо ҡамасаулаған). Заһит Зөфәр улы былтыр был ярыштарҙа 1-се урын алған була, быйыл иң юғары баҫҡысҡа күтәрелде.  Ул үҙе 30 йәштә, шахта төҙөү идаралығында эшләй, ҡатыны Вилиә Вил ҡыҙы менән 3 бала үҫтерәләр. Әле ҡалала йәшәһә лә, төп тамырҙары Ғәҙелшәнән.  Спорт менән бала саҡтан шөғөлләнә, республика һәм регион-ара ярыштар призеры.

Икенсе төп призды – “Табын һылыуы” исемен былтыр Миләүшә Баязитовабыҙ яулаған ине инде.  Әле Лиә Хисаметдинованы ла жюри бер нисек тә урап үтерлек түгел шул. Күркәм төҫ-һынынан тыш, иҫ китерлек итеп йыр  башҡара ул, 2-се урын яуланы. Һылыуҡай  Мулдаҡай ауылынан, әле Өфөлә йәшәй, “Фармстандарт” предприятиеһында эшләй. Күҙ генә теймәһен шундай һөйкөмлө балаҡайға!

Уҡсыларыбыҙ ҙа иң мәргән икәнлектәрен раҫланы: Марат Мозағафаров һәм Азалия Исхаҡоваларға ололар араһында тиңдәр табылмай, ә Азалия Килмөхәмәтова үҫмерҙәр араһында чемпион булды.  Алты тапҡыр район һабантуйҙарында тәкә алған Александр Шумков та уғатар, әммә ул был бәйгелә ҡатнаша алманы, сөнки фестиваль менән бергә барған Ауырғазы район һабантуйы кәрәшселәре менән көс һынаша. 2-се урын яуланы. Унда ла чемпион булмауына ҡыуаныр ғына кәрәктер, ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, тип әйтелә бит...

-Бик яҡшы ҡабул иттеләр, барыһы ла матур ойошторлған, хатта, ямғыр ҙа ҡайнап торған дәрт-дарманды һүндерә алманы! – ти 14 кешенән торған делегациябыҙҙы етәкләгән Рәфис Ғәлин.- Яҡташыбыҙ, Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арслан Шәһәретдинов  ихлас хәл-әхүәлдәрҙе һорашып китте. Әйткәндәй, Арслан Нәзир улын Учалы ҡымыҙы һәм ҡорото менән һыйланыҡ, шатланды,  рәхмәт әйтте, ул да тыуған яҡтарын һағыналыр.

-Был фестиваль күңел асыу сараһы ғына түгел, был – Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген нығытыу, милли мәҙәниәт һәм йолаларҙы тергеҙеү, йәштәрҙең социаль энергияһына конструтив йүнәлеш биреү буйынса көндәлек эштәребеҙҙең кульминацияһы, йәғни юғары нөктәһе. Шулай уҡ районыбыҙҙың абруйын һәм дәрәжәһен күтәреү, яҡшы данын киң таратыу өсөн уңышлы алым. Әлеге заманала был да үтә мөһим – инвестициялар килеүҙә, эшлекле хеҙмәттәшлектәр нығыуҙа төбәктең дөйөм репутацияһы ла мөһим роль уйнай. Оло ҡәнәғәтлек менән билдләйем: йыйындың лайыҡлы үтеүенә тос өлөш индергән өсөн Учалы делегацияһы, спортсыларыбыҙ һәм район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов “Табын ырыуы берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм фестиваль етәкселеге тарафынан Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Иманым камил – берлектә көс! – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, ҙур  кәрәҫтиән хужалығы башлығы һәм әүҙем хәйриәтсе Мозафар Ҡадиров. Әйткәндәй, Мозафар Харис улы үҙе лә  2021 йыл районыбыҙҙа Табын  йыйыны ойошторғайны, ә былтыр  ырыуҙың “Арҙаҡлы шәхес – 2023” исеме бирелеп баһаланды.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: