Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь , 15:51

“Салауат йыйыны” үткәрелде

Шул уҡ көн БР Башлығы Р.Ф.Хәбиров ҡатнашлығында Тәкәй ауылы урынында “Салауат ере” тип аталған тарихи-мемориаль комплекс асыла.  Батырыбыҙҙың тыуған төйәгендәге комплекс 4,5 гектар биләй, төҙөлөш хаҡы 128,5 миллион һум тәшкил иткән. Архитектура һәм дизайн йәһәтенән дә уникаль “тарих паркы” был, бер яҡтан тәбиғәттең ғиффәтле  ҡиәфәтен һаҡлау   талап итеп ҡуйылһа, икенсе яҡтан туристар өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған. Бөтә комплекс Мостай Кәримдең  “Салауат. Өн аралаш ете төш” әҫәре буйнса кәүҙәләндерелгән, ти.

“Салауат йыйыны”  үткәрелде
“Салауат йыйыны” үткәрелде

Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға бағышлап 16 июнь Салауат районында  XX «Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы үткәрелде.

Сара сиктәрендә дәүләт наградалары тапшырылды.

Атаҡлы ҡурайсыбыҙ – Ҡунаҡбай ауылында балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Шәфҡәт Йосоповҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме бирелә. Бихисап конкурстар еңеүсеһе, ал-ял белмәй йәш ҡурайсылар әҙерләгән һәләтле педагог был дәрәжәгә бик тә лайыҡ!

Уральск ҡасабаһындағы “Ирәмәл” ижад үҙәге педагогы, бихисап конкурстарҙа танылған ҡурайсы һәм халыҡ кәсептәре  оҫтаһы Дим Мөжәүиров  милли мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә тос өлөш индергән өсөн БР Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Шулай уҡ Дим Рәфҡәт улы был йыйында ла сираттағы еңеүгә иреште: Салауат Юлаев исеменә бәйле сувенир продукцияһы яһаған 50-нән ашыу  оҫта араһында  I дәрәжә лауреаты итеп танылды (“Оран” конкурсы). Ҡупшы футлярҙа ҡурай яһай ул. Салауат-батыр ҙа ҡурайсы булған бит.

Икеһен дә ихлас күңелдән ҡотлап, яңынан-яңы ижади үрҙәргә артылыуҙарын теләйбеҙ!

Ә йыйын бик күләмле һәм сағыу итеп ойошторола. “Салауат вариҫтары” тип аталған сәхнәләштерелгән тамаша алҡыштарға күмелә: 700-ләп кеше – күренекле артистар (шул иҫәптән Учалынан бейеү коллективтары), танылған ижадсылар, спортсылар йәлеп ителә унда. Ҡурайсылар йыйыны, бихисап күргәҙмәләр, спорт һәм халыҡ уйындары буйынса ярыштар ойошторола. «Салауат батыры-2024»  дәрәжәһен Салауат районынан Илнар Хәсәнов яуланы, ә «Йөҙөк ҡашы Зөләйха-2024» исеменә Балаҡатай районынан  Наҙгөл Ғәлиуллина  ирешә.

Шул уҡ көн БР Башлығы Р.Ф.Хәбиров ҡатнашлығында Тәкәй ауылы урынында “Салауат ере” тип аталған тарихи-мемориаль комплекс асыла.  Батырыбыҙҙың тыуған төйәгендәге комплекс 4,5 гектар биләй, төҙөлөш хаҡы 128,5 миллион һум тәшкил иткән. Архитектура һәм дизайн йәһәтенән дә уникаль “тарих паркы” был, бер яҡтан тәбиғәттең ғиффәтле  ҡиәфәтен һаҡлау   талап итеп ҡуйылһа, икенсе яҡтан туристар өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған. Бөтә комплекс Мостай Кәримдең  “Салауат. Өн аралаш ете төш” әҫәре буйнса кәүҙәләндерелгән, ти.

Яҙып ҡына килештереп булмаҫ, хәйер,  Радий Фәрит улының күрһәтмәһе буйынса “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексы “Башҡортостанда  оҙон ғүмерлелек” программаһы объекттары исемлегенә индерелә, тимәк, байтаҡ оло кешеләргә шәхсән барып һоҡланыу форсаты булдырыла.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: