Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь , 16:20

“Мин – Зәйнулла ишан төйәгенән!”

Әһәмиәтле сарала яҡташыбыҙ Морат Лоҡманов та БР Почет грамотаһы менән  билдәләнде.

“Мин – Зәйнулла ишан төйәгенән!”
“Мин – Зәйнулла ишан төйәгенән!”

Рәсәй көнө алдынан Өфөнөң Совет майҙанында, батырыбыҙ Шаймортатов генерал һәйкәле эргәһендә БР Башлығы Радий  Хәбиров төрлө хеҙмәт өлкәһе алдынғыларына  дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Әһәмиәтле сарала яҡташыбыҙ Морат Лоҡманов та БР Почет грамотаһы менән  билдәләнде.

 -Гүзәл тәбиғәте менән генә түгел, һәләтле, уңған шәхестәре менән дан алған Учалы районынан булыуыма һәр саҡ ғорурланам. Ғәлиәхмәр ауылында яҡты донъяға килеп тәүге ауаз һалғанмын, шунда бишектә саҡта уҡ Ҡөръән аяттары ишетеп ятҡанмын, әзәйем аят уҡып бәүеткән. Ҡотойҙа тәпәй киткәнмен, ҙур нәҫелдә туғанлыҡ тәрбиәһе алып рух нығытҡанмын, Ураҙҙа үҫкәнмен, шунда иң яҡшы уҡытыусыларҙан белем алып, быуын нығытҡанмын.

Башҡорт дәүләт унивеситетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡып йөрөгәндә Аллаһ насип итеп Мысыр иленең Асьют ҡалаһында стажировка үтергә яҙҙы. Тәүге эш урыным булған Учалы ҡалаһындағы 12-се һанлы башҡорт гимназияһын, ундағы уҡытыусыларҙы, тәүге уҡыусыларымды һағынып, яратып иҫкә алам. Ураҙ лицейында эшләп ҙур тәжрибә тупланым. Рәсәйҙең йыл мәктәбе исеменә лайыҡ булғас, Мәскәүгә барып мәртәбәле форумда ҡатнашырға насип булды. Иманғол мәктәбендә директор булып эшләп киткән ҡыҫҡа ғына бер осорҙоң һәр көнө иҫемдә. Шундай рәхмәтлемен уҡыусыларыма, бөтә Иманғол халҡына. Артабан, Ураҙ ауылында хакимиәт башлығы йөгөн тартыу тормош һабағын алыу өсөн шулай уҡ, ҙур бер дәрес булды. Өфөгә китеп Ислам дине буйынса ғилем алыуымды дауам итеүем, дин юлына ныҡлап баҫыуым иһә, бөтә тормошомдоң маҡсаты, мәғәнәһе булған икән ул.  2005 йылдан Башҡортостан телевидениеһында Ислам ҡиммәттәрен яҡтыртҡан "Йома" тапшырыуын етәкләйем. Радионан “Иман” тапшырыуын алып барам. Өфөләге Мөнирә мәсетенең имам-хатибы булып торам һәм Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының идара ағзаһымын.

Наградаға килгәндә, бүләк алайым, тип түгел, донъяны биҙәп йәшәргә, эшләргә, файҙалы булырға тырышабыҙ. Ә наградаға лайыҡлы тип тапҡандар икән,  бик тә рәхмәтлемен. Көтөлмәгәнерәк хәл булды. Саҡ ҡына алдараҡ Ҡоролтайҙан “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын тапшырғандар ине. Ул да  сюрприз булды.

Студент саҡта Учалынан икәнде ишетеү менән, ә улайһа йырлайһың, йә бейейһең, тип әйтә торғандар ине. Хәҙер Учалынан тигәс, Зәйнулла ишан төйәге, ни өсөн дин юлында булыуың аңлашыла улайһа, тиҙәр. Даһи яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә лайыҡ булып йәшәйек, йәмәғәт! –тип яуапланы ул беҙҙең һорауҙарға.

 

Хәләл ефете Гөлнара ханым менән ике бала үҫтерәләр – Әминә һәм Сөләймән. Ҡыҙы һәм улына гел әйтә килә икән:”Һеҙ Өфөлә тыуһағыҙ ҙа, үҙегеҙҙе Учалыныҡы, тип әйтегеҙ. Һеҙҙең балаларығыҙ ҙа Учалыныҡы буласаҡ. Сөнки, беҙҙең тамырҙарыбыҙ Учалынан!”. Бик хуп, илһөйәрлек фәҡәт бәләкәй Ватанға ҡанығыуҙан башланыуы бер кемгә лә сер түгел.

Үҙе гел тыуған яғындағы хәлдәр менән ҡыҙыҡһынып тора, мөмкинлек булғанда – ҡатнаша. 

-Тиҙҙән Ҡотойҙа мәшһүр “Олотау уйындары” уҙасаҡ. Йәштәр, ауыл халҡы ошо футбол байрамын шундай юғары кимәлгә күтәрҙе, бөтә илгә танытты. Ғәжәп бит! Учалылар  Өфөлә лә күп, бөтәһе менән дә ғорурланам, күкрәк һуғып һәр уңыштарына шатланам. Шулай көслө, рухлы, татыу булайыҡ артабан да, учалылар! – тип тамамланы әңгәмәне.

Морат Нәжип улын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, хөрмәт һәм абруйға бик тә  лайыҡ кеше ул!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: