Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь , 10:43

Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға

 "Кәрәкме икән һуғыш барған саҡта Был байрамдар, һабантуйҙары? "- тигән һүҙҙәр ишетелмәй түгел... " Кәрәк", -тип тапты "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" осрашыуын үткәргән Ҡолош ауылы "Хәтирә" төркөмө ағзалары.

Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға
Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға

 "Кәрәкме икән һуғыш барған саҡта
Был байрамдар, һабантуйҙары? "- тигән һүҙҙәр ишетелмәй түгел... " Кәрәк", -тип тапты "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" осрашыуын үткәргән Ҡолош ауылы "Хәтирә" төркөмө ағзалары. Илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа ауылдаштарҙы берләштереү, рухтарын күтәреү, дошман алдында бөгөлөп төшмәүҙе күрһәтеү сараһын  Ҡорбан ғәйетенә тап килтереүгә килгәндә, бәхетлеләрҙең байрамдары ла бергә бит ул! Тағы бер әйтемде лә күҙ уңында тотто  "Хәтирәләр” :"Ҡыҙ ҡартайһа, ауылына ҡоҙағый була". Ҡыҙҙарыбыҙ Ҡолошҡа йышыраҡ ҡайтһын, уларға ул-ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре эйәрһен,танышһындар, ҡауышһындар, ауылыбыҙ бөтмәһен тигән теләк тә бар ине барыбыҙҙа ла.
Иртәнән алып ауыл умарта күселәй гөж килде. Хәҙис Сәфиуллиндың шәхси музейына сәйәхәт ҡылыуҙан башланған көн клубтың 150 урынлыҡ шығрым тулы залында дауам итте. Иң тәүҙә ауылыбыҙға иман нуры таратыусы Тәслимә Шакир ҡыҙы сараға фәтихә биреп,  изге байрам менән ҡотлағас,салған ҡорбандарыбыҙҙың ҡабул булыуын теләп доға уҡыны. Артабан ауылдаштарыбыҙ Сәүиә Зарипова, Хабил Хажин, Ғәзимә Карташова шиғырҙары менән оҙатылып барған Ҡолош ҡыҙҙарын хөрмәтләү программаһы башланды. Бер кемде лә онототмаҫҡа тырышты "Хәтирә" ләр. Шулайҙа ҙа, иң оло ҡунаҡтарға, бәхеттәрен Ҡолошонда ҡорған "Тыуған ауылға тоғролоҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнеүселәргә (Тәслимә Шакир ҡыҙы Мөхәмәтйәрова,  Әлфиә Рәхимйән ҡыҙы Ямалетдинова,  Флүзә Закирйән ҡыҙы Мөхәмәтйәрова,
 Мәфрүзә Сибәғәт ҡыҙы Шакирова, Вәлимә Мәүлит ҡыҙы Зиннурова ), улдары, ҡустылары МХО -ла ҡатнашыусыларға һәм күп йылдар ҡолоштарға "хеҙмәт итеүсе" килендәргә айырым ихтирам күрһәтелде.

Бик күп йылдар ҡолоштарға "хеҙмәт итеүсе" килендәргә: 44 йыл ауылда һатыусы булып эшләгән Гөлфиә Жәүҙәт ҡыҙы Минһажеваға, 35 йыл ауылдаштарының һаулығы һағында торған  Әлмира Раиф ҡыҙы Әхмәтйәноваға,
музейҙарына  килгән һәр кешене яҡты йөҙ, тәмле аш менән ҡаршылаған  Фәүзиә Муса ҡыҙы Сәфиуллинаға  айырым ихтирам күрһәтелде

Йыраҡтан ҡайтҡан Минъямал һәм Рима апайҙарҙың бынан 59 йыл элек билен сискән һәм һыу башлаған еңгәләрен бүләкләүе байрамдың бер гүзәл үҙенсәлеге булды. "Йәш килен" дә буш килмәгәйне, йола буйынса ҡыҙҙарына (бикәстәренә) ҡулъяулыҡ таратты. Бүләк тигәндән, Минъямал Вәрис ҡыҙы" Хәтирә"ләрҙе лә онотмай музыкаль колонка тапшырһа, уның яҡын туғаны Әнүзә Александр ҡыҙы төркөмгә 5 мең аҡса бүләк итте.

Бай программалы осрашыуҙың иң матур, иң сағыу биҙәге, әлбиттә, йәштәр ине. Уларҙың махсус әҙерләгән бейеүҙәре, бүләктәре  бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Ә инде биҙәкле көйәнтә  менән һыуға барыуҙарын күҙәтеү-үҙе бер онотолмаҫ тамаша булды. Ауылымдың шул тиклем һылыу, уңған ҡыҙҙарын күреп һоҡланыу, ғорурланыу тойғоһон һүҙҙәр менән әйтеп аңлатырлыҡ түгел.
Артабан осрашыусыларҙы һыуын эсеп, кисеп үҫкән Шәгәр йылғаһы буйында  Нәдир Минһажов, Минъямал Хөснөтдинова  һәм бөтә Ҡолош ҡыҙҙары исеменән салынған ҡорбан һарыҡтарынан әҙерләнгән тәмле аш, ҡыҙҙар килтергән һыуҙан ҡайнатылған сәй, төрлө уйындар көтә ине.
Сара үткәрелгән урынды йыйыштырып "Таҙа яр" акцияһы үткәргән ҡыҙҙарыбыҙ кискә ололарҙы "вечер" ға, йәштәрҙе "дискотека в стиле 80-ых" ҡа саҡырҙы,  ауыл өҫтөндә байрам кәйефе таңға тиклем дауам итте. Беҙ – бергә, Ҡолошобоҙ гөрләтеп йәшәне, йәшәй һәм йәшәйәсәк!

 

Нурия Кәримова, Ҡолош ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: