Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь , 14:25

Урал аръяғында ике күпер төҙөкләндерелә

Быйыл Белорет районында ике күпер тәртипкә килтереләсәк.

Урал аръяғында ике күпер төҙөкләндерелә
Урал аръяғында ике күпер төҙөкләндерелә

Быйыл Белорет районында ике күпер тәртипкә килтереләсәк. Һүҙ Өфө-Инйәр-Белорет төбәк автомобиль юлындағы юл үткәргестәр тураһында бара.

Был юл сәйәхәтселәр араһында бик популяр, шуға күрә япманы ремонтлауҙан тыш, уларҙағы күпер ҡоролмаларын тәртипкә килтереү мөһим. Барьер һәм яндауыр ҡоймалар ҡуйыу планлаштырыла. Үткән йылда унда әҙерлек эштәре алып барылған.

Бер объекттың оҙонлоғо - 41,2 метр, икенсеһенең оҙонлоғо - 107,2 метр. Ремонт график буйынса бара, эштәр йыл аҙағына тамамланырға тейеш.

Юҡҡа ғынамы ни һәр оперативкала Радий Хабиров юл ремонтлау буйынса чиновниктарға ошо турала даими иҫкәртә!

Автор:
Читайте нас: