Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь , 15:15

Журналистар ҡор йыйҙы

Баймаҡ районында «Журналистика оҫтаханаһы» Көньяҡ-көнсығыш район-ара ижади берекмәһенең журналистар семинары үтте.

Журналистар ҡор йыйҙы
Журналистар ҡор йыйҙы

Баймаҡ районында «Журналистика оҫтаханаһы» Көньяҡ-көнсығыш район-ара ижади берекмәһенең журналистар семинары үтте.

Һүҙ Баймаҡ, Сибай, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Ейәнсура, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре хаҡында бара. Улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм ҡыҙыҡлы секциялар үткәрелде, унда йыйылыусылар яңы белем һәм тәжрибә тупланы.

Семинар барышында коллегалары алдында ваҡытлы матбуғат таратыу бүлеге начальнигы Айнар Байбулатов сығыш яһаны. Ул баҫма кин мәғлүмәт сараларынын киләсәге барлығын, уҡыусыларҙың ышанысы мөһим фактор булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әйткәндәй, быйыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың грантына Башҡортостан Республикаһы гранттары фонды булышлығында бер нисә ҡыҙыҡлы проект тормошҡа ашырыла, уларҙы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре тәҡдим итте. Улар араһында - Ринат Шәйбәковтың «Журналистика оҫтаханаһы» проекты. Семинарҙа автор коллегаларына үҙенең идеяһы һәм көтөлгән һөҙөмтәләре тураһында ентекләп һөйләне.

Автор:
Читайте нас: