Яйыҡ
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь , 16:31

Ауылыбыҙ мең йәшәһен!

Стәрлетамаҡ өйәҙенең Маҡар районы Йәнырыҫ ауылынан күсеп килеүселәр  1927 йылдың 2 майында йорт-ихата урындарын билдәләп ҡола яланда беренсе ҡаҙыҡтар ҡағалар.

Ауылыбыҙ мең йәшәһен!
Ауылыбыҙ мең йәшәһен!

Районыбыҙҙың Урал ауылына нигеҙ һалыныуға быйыл 95 йыл тулды.  Стәрлетамаҡ өйәҙенең Маҡар районы Йәнырыҫ ауылынан күсеп килеүселәр  1927 йылдың 2 майында йорт-ихата урындарын билдәләп ҡола яланда беренсе ҡаҙыҡтар ҡағалар.

Данлы ла, ваҡыттары менән фажиғәле лә була яңы ауыл тарихы, районыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнә был ултыраҡ. Тамырҙары Уралға тоташҡан байтаҡ кешеләр хәҙер  Учалы төбәгенең генә түгел, бөтә Башҡортостандың ғорурлығына әйләнде.

Ошо датаға бәйле Магнитогорск ҡалаһының “Матбуғат йорто” нәшриәтендә “Деревня Урал” тигән китап сыҡты. Авторы  - Г.Ж. Смагина (Ғиниәтуллина).  Гүзәл Жәүҙәт ҡыҙы 1956 йыл Урал ауылында тыуған, һөнәре буйынса педагог һәм китапханасы, оҙаҡ йылдар Үрге Уралда, Татарстанда журналист булып хеҙмәт итә, 8 китап авторы.

-Был, үҙем өсөн айырыуса ҡәҙерле әҫәрҙе, оҙаҡ яҙҙым, - ти Гүзәл Жәүҙәт ҡыҙы. – Шөкөр, ауыл тарихын яҡшы белгән Ләлә апай Янбаева (Ширғәлина),  Рәшит ағай Әхмәтйәнов,  Ғәлимә апай Солтанова һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәр менән үҙҙәре иҫән саҡта һөйләшеп өлгөрҙөм.  Аҡыллыға – ишара, тигәндәй, шуны әйткем килә – кем тыуған төйәге тарихын һаҡлап ҡалырға ынтыла, бер көн дә юғалтмай оло кешеләрҙе һөйләтеп өлгөрөгөҙ! Әйткәндәй, был әҫәрем ниндәйҙер мәғәнәлә Ләлә Имаметдин ҡыҙының “Беҙ һинең менән бер ҡан!” китабының дауамы, һуңғараҡ булған дәүерҙәргә ентекләберәк туҡталдым. Һәм китабымда йәштәргә ишара яһайым: ваҡыты еткәс, һеҙ ҙә төйәгебеҙҙең, ауыл кешеләренең яҙмыштарын ташҡа баҫтырырға тырышығыҙ – ауылыбыҙ мәң йәшәһен,   йылъҙмаһы ла   мәңге дауам итһен!

  Константин Симоновтың бик тә мәғәнәле һүҙҙәре менән тамамлай Гүзәл ханым китабын: “ Бала саҡта нисек итеп ҡабул иткәнбеҙ, Ватан күңелдә гел ошо рәүештә һаҡлана”. Ҡайҙарҙа ғына йәшмәһәк тә, ни менән генә булмаһаҡ та, төп Ватаныбыҙҙы – тыуған ауылдарыбыҙҙы онотмайыҡ, йәмәғәт!

П.С. Автор китабын район китапханаһы һәм музейға бүләк итергә йыйына. Афарин!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: