Яйыҡ
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь , 10:41

Йәш кейеҙ баҫыу оҫтабикәләре

“Еүеш” һәм “ҡороға кейеҙ баҫыу” технологияһында башҡарылған эштәрҙең исемдәре: Варяныҡы – “Башҡорт батыры Салауат”, Йәзиләнеке – “Старшина Юлай Аҙналин – Салауаттың атаһы”.

Йәш кейеҙ баҫыу оҫтабикәләре
Йәш кейеҙ баҫыу оҫтабикәләре

Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл айҡанлы Республикабыҙҙың Халыҡ ижады үҙәгенең “Атайсал” мәҙәни үҙәге нәфис кейеҙ баҫыу буйынса ҙур конкурс үткәрҙе.

Ҡәнәғәтлек менән хәбәр итәбеҙ – Уральск ҡасабаһынан Варвара Рябцева һәм Йәзилә Үҙәнбаева  III дәрәжә лауреаттары булдылар. Остаздары – “Ирәмәл” ижад үҙәге уҡытыусылары  Дина Мөхәмәтова, Аида Кинйәбаева.

“Еүеш” һәм “ҡороға кейеҙ баҫыу” технологияһында башҡарылған эштәрҙең исемдәре: Варяныҡы – “Башҡорт батыры Салауат”, Йәзиләнеке – “Старшина Юлай Аҙналин – Салауаттың атаһы”.

 -Төрлө сәбәптәр менән конкурсҡа һуңлабыраҡ тотондоҡ. Өлгөрөп булырмы, һынатмаҫбыҙмы, тигән шөбһәләр булманы түгел. Бигерәк ҡатмарлы, нескә эш бит ул, ә беҙ сәнғәт мәктәбе түгел, өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, кейеҙ баҫыу төп программаға инмәгән. Әммә тәүәкәлләнек, дәррәү эшкә тотондоҡ. Бөтә педагогтар, ҡыҙҙарҙың әтә-әсәләре ярҙам ҡулы һуҙҙы, ә Йәзилә менән Варяның уңғанлыҡтары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ! Алты көн тигәндә әҙер ҙә булды. Айырым өлөштәрҙе ярымсфералы, йәғни ҡабарынҡы итеп яһанылар,  сигеү ҙә ҡулланылды, хатта, Салауат менән Юлайҙың бүректәре лә ысын тиренән һүрәтләнде (быны жюри айырыуса маҡтаны). Ысынында ла бик матур килеп сыҡты! – тип шатлана Дина Мөхәмәт ҡыҙы

-Шәп ҡыҙҙар, беҙҙә балалар баҡсаһынан сыҡҡаны бире шөғөлләнәләр, бөтә төр ҡул эштәрен ихлас өйрәнәләр. Әлшәй районында тиҙлеккә келәм һуғыу ярышында лайыҡлы сығыш яһанылар, ғөмүмән, яңыны өйрәнергә, конкурстарҙа ҡатнашып башҡаларҙың тәжрибәһен оторға ашҡынып ҡына торалар. Күҙ генә теймәһен үҙҙәренә!  Бик хуп, егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиһәләр, ҡыҙҙарға 700 төрө лә артыҡ түгелдер! Киләсәктә, ниндәйҙер өлкәлә белгес булыуҙан тыш, әсә, хужабикә, ғаилә тотҡаһы буласаҡтар бит улар! –тигән фекерҙә  “Ирәмәл” ижад үҙәге директоры Динара Мөжәүирова.

Өфөгө барғандарында, бүләкләүҙән һуң, призерҙарға Салауат Юлаевтың һәйкәленә экскурсия ойошторола. Милли батырыбыҙҙың яҡты хәтерен иҫкә алыу сараһында берсә башҡорт һәм рус ҡыҙҙары  уңышлы сығыш яһауҙары ла символик мәғәнәгә эйә кеүек. Барығыҙҙың да хәтерендәлер бит инде был юлдар:

“Салауаттың утлы ирендәре
Пугачевты үпкән сағында,
Беләм, миңә мөхәббәтең артҡан,
Рус туғаным, һинең ҡаныңда”.

Эйе, ысын, өҙөлмәҫ туғандашлыҡ  нәҡ шул ваҡиғаларҙан һәм шул шәхестәрҙән  әлегә тиклем дауам итә.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: