Яйыҡ
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь , 15:39

Бейегән кеше ҡарттаймай!

"Байыҡ": Ильяна Әбдүлмәнова менән Дамир Ибәтуллин “Дуэт” номинацияһында Фәйзи Ғәскәровтың “Һыу буйында” бейеүен тыпырҙатып, 2-се урынды алып һөйөндөрҙөләр. 

Бейегән кеше ҡарттаймай!
Бейегән кеше ҡарттаймай!

«Байыҡ” бейеү телеконкурсы тамашасылары хәҙер барыһы ла  учалыларҙы бик яҡшы белә инде – күҙ генә теймәһен, йыш сығыш яһап, әленән-әле алҡыштар алып һоҡландырабыҙ. Һәм был яҡшы ғәҙәт оҙаҡ дауам итерҙер, сөнки “ҡарт гвардияға” алмашҡа йәш быуын ышаныслы баҫа килә.

Ошо арала Ураҙ музыка мәктәбендә шөғөлләнгән Ильяна Әбдүлмәнова менән Дамир Ибәтуллин “Дуэт” номинацияһында Фәйзи Ғәскәровтың “Һыу буйында” бейеүен тыпырҙатып, 2-се урынды алып һөйөндөрҙөләр. Ильяна әле мәктәптә уҡый, ә бына Дамир, 9-сы синыфты тамамлап, Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжына инергә йыйына. Байтаҡ конкурстарҙа еңеүсе йә призер булып өлгөргән, “сәхнә ене ҡағылған” егет  ул (“Байыҡ”та берҙе призер ҙа була). Икеһен дә ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ!

....Берҙе хакимиәттә булғанда, бер әйтем ҡолаҡҡа салынғайны - “Ниндәйҙер ултыраҡта яҡшы тренер пәйҙә була икән, нәҡ шул төр спорт популярға әйләнә, миҙалдар яулана”. Сәнғәт өлкәһендә лә шул уҡ хәл бит ул!  Шуға ла йәш бейеүселәренең остаздарын атап китеү бик тә урынлы.

Вилә Фәнил ҡыҙы Юнысова Ҡолош ауылынан. 2010 йыл  Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжын тамлағандан бирле Ураҙ музыка мәктәбендә бейеү серҙәренә төшөндөрә. Һәм параллель рәүештә “Ләйсән” ансамблендә 12 йыл бейей, Силәбе педагогия университетын тамамларға ла өлгөргән.

Марсель Камил улы Мөхәмәтғәлин да шул уҡ колледждан, сығышы менән Бөрйән районының Мәһәҙи ауылынан.  Ул да Ураҙҙа байтаҡ эшләй, уҡытыу менән сикләнмәй, үҙе лә камиллашыуҙан туҡтамай, хатта, сит ил гастролдәрендә булырға тура килә.  “Ҡалҡан” ансамблендә бейей. Эйе, ике остаз да бихисап конкурс сәхнәләрендә балҡыған бейеүселәр, шәхси ҡаҙаныштары ла бихисап, әммә әңгәмә ваҡытында был һорауға ваҡыт әрәм итмәйек типтер инде, күберәген өйрәнсектәре, сәнғәт тураһында һөйләнеләр:

-Ильяна менән Дамир икеһе лә бик һәләтле, тырыш һәм өмөтлө бейеүселәр. Дәрт-дармандары ла ташып тора, игелекле, мөләйем булыуҙары ла шатландыра. Ә дөйөм алғанда, һуңғы дәүерҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында ниндәй ҙә булһа файҙалы шөғөлдәр менән булырға, камиллашыу өсөн тир түгергә әҙерҙәр кәмей ҙә барған һымаҡ, телефон-компьютерҙан айырылғылары килмәй күптәрҙең. Ошо тенденцияға хәлдән килгәнсә ҡаршы торорға, мөмкин тиклем күберәк ҡыҙ-егеттәрҙе йәлеп итергә тырышабыҙ. Артист булып китмәгән осраҡта ла, үҙҙәре өсөн файҙалы бит! Беренсенән, сәхнәлә, кеше араһында үҙҙәрен иркен тоторға, ҡурҡмаҫҡа өйрәнәләр. Икенсенән, бейеү һаулыҡ өсөн ныҡ файҙалы. Бейегән кеше ҡартаймай, тигән әйтем бик тә нигеҙле! Ә өсөнсөнән, халыҡ бейеүҙәре аша милли мәҙәниәтебеҙгә, башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәренә  баларҙы йәлеп итеү, туған телде оноттормау бик тә мөҡәддәс бурысыбыҙ.

....Бындай уй-фекерҙәргә афариндан башға ни әйтәң инде!  Ә үҫмерҙәргә  Ильяна менән Дамирҙан үрнәк алыу һис тә ҡамасауламаҫ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: