Яйыҡ
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь , 16:05

Медицина колледжы һеҙҙе көтә

Мәктәптәрҙә Берҙәм дәүләт имтихандары һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы тамамланыу менән республика юғары уҡыу йорттарында, колледж-техникумдарҙа ҡабул итеү осоро башланды. Әлеге ваҡытта балаһын уҡырға оҙатасаҡ ата-әсәләрҙе лә, уҡыусыларҙың үҙҙәрен дә күп төрлө проблемалар борсой. Уҡырға ҡайҙа барырға? Ниндәй һөнәр үҙләштерергә?

Медицина колледжы һеҙҙе көтә
Медицина колледжы һеҙҙе көтә

Мәктәптәрҙә Берҙәм дәүләт имтихандары һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы тамамланыу менән республика юғары уҡыу йорттарында, колледж-техникумдарҙа ҡабул итеү осоро башланды. Әлеге ваҡытта балаһын уҡырға оҙатасаҡ ата-әсәләрҙе лә, уҡыусыларҙың үҙҙәрен дә күп төрлө проблемалар борсой. Уҡырға ҡайҙа барырға? Ниндәй һөнәр үҙләштерергә?

Был һорауҙар егет-ҡыҙҙар өсөн бөгөн бик актуаль. Шуныһы ҡыуаныслы, сығарылыш класы уҡыусыларына ситкә китмәй, Учалыла ҡалып һөнәри белем үҙләштереү мөмкинлектәре бихисап. Бөгөн ошо уҡыу йорттарының береһе - Белорет медицина колледжының Учалы филиалы тураһында һүҙебеҙ. Һорауҙарға асыҡлыҡ индереү өсөн – Белорет медицина колледжы директоры Азат Хамматовҡа мөрәжәғәт иттек. Уҡыу йортоноң бөгөнгө хәле, киләсәккә уй-ниәттәре, ҡабул итеү кампанияһы яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһындыҡ.

-  Азат Ғәббәс улы, абитуриенттарҙы ҡабул итергә әҙерһегеҙме?

- Белорет медицина колледжының Учалы филиалы 2022 йылда ишектәрен асты һәм “Шәфҡәт туташы” һөнәренә тәүге 25 студентты ҡабул итеп алды. Хәҙер инде улар 2-се курсты тамамлайҙар. Былтыр иһә 11-се кластан һуң 25 кеше “Дауалау эше” һөнәренә һәм 9-сы кластан һуң 25 кеше “Шәфҡәт туташы” һөнәренә коммерция нигеҙендә уҡырға инде. Быйыл урындар һаны 125-кә тиклем арттырылды.

Уҡыу йорто бала табыу йортоноң беренсе ҡатында урынлашҡан. Кабинеттар капиталь ремонтланған һәм кәрәкле уҡыу ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Уҡыу процесы өсөн парта, ултырғыстар, таҡталар, шулай уҡ ноутбуктар, компьютерҙар, принтерҙар, интерактив панель, телевизор һәм проекция экраны һатып алынған. Студенттарға бөтә кәрәкле әҙәбиәт һәм электрон ресурстар менән файҙаланыу мөмкинлеге бар. Медицина манипуляцияларын үткәреү өсөн манекендар, симуляторҙар, тренажерҙар һатып алынған.

Филиалды Зөлфиә Закирйән ҡыҙы Кочетова етәкләй. Зөлфиә Закирйән ҡыҙы һөнәре буйынса тәжрибәле медик, оҙаҡ йылдар үҙәк ҡала дауаханаһында өлкән шәфҡәт туташы булып эшләгән. Дөйөм дисциплиналарын ҡаланың урындағы уҡыу йорттары уҡытыусылары, клиник дисциплиналарҙы үҙәк ҡала дауаханаһы табиптары һәм Белорет колледжы уҡытыусылары алып бара.

Ғөмүмән, уҡыу йортонда белем алыу, һәләтеңде бар яҡлап асыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Белем биреү, яҡшы кадрҙар әҙерләүҙең сифатын яҡшыртыу өсөн уҡыу йортонда яңы алымдар, заманса технологиялар әүҙем ҡулланыла. Иң мөһиме, бөгөнгө көндә медицина кадрҙарына ҡытлыҡ күҙәтелеү сәбәпле, колледжы тамамлаусылар бер ваҡытта ла эшһеҙ ҡалмаясаҡ.

- Бөгөн медицина колледжы филиалында ниндәй һөнәрҙәргә уҡыталар?

- 20024-2025 уҡыу йылына 9-сы кластан һуң бюджет нигеҙендә “Шәфҡәт туташы эше” һәм 11-се кластан һуң бюджет нигеҙендә “Дауалау эше” (фельдшер) һөнәренә ҡабул итеүҙәр ойошторола. Мәктәпте тамамлаусылар аттестаттың урта балы буйынса уҡырға алына. Ул юғарыраҡ булған һайын, уҡырға инеүсенең конкурс буйынса үтеү мөмкинлеге лә арта.

- Ҡабул итеү комиисияһы нисек эшләй?

- Ҡабул итеү комиссияһы 18 июндә эшен башланы. «Дауалау эше», «Шәфҡәт туташы эше» һөнәрҙәренә документтар 10 авгусҡа тиклем Белорет ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 51-се йорт адресы буйынса, Учалы филиалында Учалы ҡалаһы, Тәүтөҙөүселәр урамы, 25-се йорт адресы буйынса дүшәмбенән йомаға тиклем 9.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем (төшкө ял 12.00-14.00 сәғәт) ҡабул ителә. Шулай уҡ уҡыу йортона документтарҙы өйҙән сыҡмай “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы һәм колледждың онлайн‑сервисы аша дистанцион рәүештә тапшырырға мөмкин. Был ысул, бигерәк тә башҡа төбәктән уҡырға инеүселәр өсөн уңайлы. Йәки, өҫтә әйтелгәнсә, документтарҙың төп нөсхәләрен йәки күсермәләрен уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһына шәхсән килтерергә йәки почта аша заказлы хат менән ебәрергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: Белорет колледжы - 8(34792)3-14-23, Учалы филиалы - 8(34791)2-07-20. Буш урындар булғанда ул 25 ноябргә тиклем оҙайтыла. Уҡырға инеүселәр мәғариф тураһында дәүләт өлгөһөндәге документтың төп нөсхәһен 15 авгусҡа тиклем тапшырырға тейеш.

- Быйылғы ҡабул итеүҙә ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр индерелдеме?

- Эйе, тәүге тапҡыр урта һөнәри белем алған, ата-әсәһе (йәки законлы вәкилдәре) махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан уҡыусыларға белем тураһында документтарҙа һәм белем тураһында һәм квалификация тураһында документтарҙа күрһәтелгән төп дөйөм йәки урта дөйөм белем биреү программаһын үҙләштереү һөҙөмтәләренә ҡарамаҫтан, беренсе сиратта колледжға уҡырға инеү хоҡуғы бирелә. Йәғни улар конкурсһыҙ ҡабул ителә.

- Уҡыу түләүлеме, әллә бушлаймы?

- Башҡортостан Республикаһы иҫәбенә бюджет нигеҙендә бушлай.

- Учалы медицина колледжы филиалының ятағы бармы?

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, студенттар өсөн Учалыла ятаҡ юҡ, ситтән уҡырға килеүселәргә торлаҡ мәсьәләһен үҙҙәренә хәл итергә тура киләсәк. Белорет медицина колледжына уҡырға килеүселәргә иһә ятаҡ бирелә. Бюджет нигеҙендә уҡырға инеүселәргә ул бушлай бирелә. Беренсе сиратта уға етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, хәрби йәрәхәт йәки ауырыу арҡаһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, хәрби хәрәкәттәр ветерандары хоҡуҡлы. Шулай уҡ уға сит ил граждандары ла ятаҡ менән тәьмин ителә. Исемлек киң, уның менән рәсми сайтта танышырға мөмкин.

- Студенттарға стипендиялар ҡаралғанмы?

- Студенттарҙың уҡыуын дәртләндереү һәм яҡлау маҡсатында көндөҙгө бүлектә белем алыусыларға стипендия ҡаралған. Улар дәүләт академия, социаль һәм исемле стипендияларға бүленә. Беренсеһен аралаш аттестация йомғаҡтары буйынса ҡәнәғәтләнерлек баһалары һәм академик бурысы булмаған йәштәр ала. Социаль стипендия ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға; уҡыу осоронда әсәһен һәм атаһын йәки берҙән-бер атай-әсәһен юғалтҡандарға; I һәм II төркөм инвалидтарына тәғәйенләнә. Исемлек киң, тулы мәғлүмәт колледж сайтында: https://www.belormedkol.ru/ һылтанмаһы буйынса бирелгән.

Әйткәндәй, республикала “Земство табибы” һәм “Земство фельдшеры” программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Улай ғына ла түгел, республикабыҙ был проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙә алдынғы урынды биләй. “Земство табибы” һәм “Земство фельдшеры” программалары ауыл халҡына, бигерәк тә республиканың алыҫ райондарына медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын арттырыуға йүнәлтелгән.

Быйыл яңыртылған исемлектә аллерголог-иммунолог, балалар онколог-гематологы, табип-остеопат, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы, стоматолог-ортопед, торакаль хирург, физик һәм реабилитация медицинаһы табибы, эпидемиолог бар.

Табип амбулаторияларының, шулай уҡ дөйөм табип практикаһы (ғаилә медицинаһы) үҙәктәренең акушерҙары, шәфҡәт туташтары ла түләү алырға тейеш.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ауыл табибы» программаһы 2012 йылдан эшләй һәм ауылдарға, бәләкәй ҡалаларға күсеп ҡайтҡан табиптарға аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Әйткәндәй, улар дауаханала биш йыл эшләргә бурыслы.

Фельдшерҙар, акушерҙар һәм шәфҡәт туташтары өсөн «Ауыл фельдшеры» программаһы 2018 йылдан ғәмәлдә.

Программа сиктәрендә табиптарға - 1-2 миллион һум, урта медицина персоналына иһә 0,5-1 миллион һум матди ярҙам күрһәтелә.

 

 

 

Автор:
Читайте нас: