Яйыҡ
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь , 13:50

Йыл яҡшы ғәмәлдәр менән иҫтә ҡалыр

2024 йыл республика Башлығы Радий Хәбиров указы менән Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан ителде. Шуға ярашлы, Учалы коррекцион мәктәп-интернаты 2024-2025 йылдарҙа “Мәғарифтың мәктәп системаһын модернизациялау” дәүләт программаһына индерелде һәм әле унда барған капиталь ремонт ошо федераль проектты тормошҡа ашырыуға ярашлы атҡарыла.

Йыл яҡшы ғәмәлдәр менән иҫтә ҡалыр
Йыл яҡшы ғәмәлдәр менән иҫтә ҡалыр

2024 йыл республика Башлығы Радий Хәбиров указы менән Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан ителде. Шуға ярашлы, Учалы коррекцион мәктәп-интернаты 2024-2025 йылдарҙа “Мәғарифтың мәктәп системаһын модернизациялау” дәүләт программаһына индерелде һәм әле унда барған капиталь ремонт ошо федераль проектты тормошҡа ашырыуға ярашлы атҡарыла.

Мәктәп директоры Фәнүзә Зәйнуллина белдереүенсә, мәктәп-интернатта әлеге ваҡытта 57 башланғыс класс уҡыусыһы белем ала, 93 бала мәктәпкә тиклемге уҡытыу-тәрбиә бүлексәһенә йөрөй.

Мәктәп системаһын үҙгәртеп ҡороу программаһына ярашлы, федераль үҙәктән 97 миллион һум аҡса бүленгән. Учреждение етәксеһе белдереүенсә, бинаны ремонтлау 2025 йылдың июненә тиклем планлаштырылған. Программа сиктәрендә капиталь ремонтты учреждениеның 2-се корпусынан башлағандар, бында тотош эштәр комплексын үткәреү күҙаллана.

- Бында һүҙ стеналарҙы яңыртып буяу йәки линолеумды алмаштырыу тураһында ғына бармай, ғәмәлдә уны өр-яңынан төҙөләсәк белем усағы тип әйтергә мөмкин буласаҡ. Мәктәп-инетнаттың тышҡы биҙәлешенән башлап, инеү урындары, уҡыу бүлмәләре, спорт залы, ашхана, аҙыҡ-түлек блоктары, сантехника ҡорамалдарына тиклем - барыһы ла алмаштырыла. Биҙәү эштәрен башҡарғанда СанПиН нормаларына таянабыҙ. Бынан тыш, учреждение янындағы биләмә лә төҙөкләндерелә: спорт һәм уйын майҙансыҡтары яңыртылып йыһазландырыласаҡ. Тағы ла бер яҡшы яңылыҡ - проект аҡсаһы уҡыу материалдары, спорт ҡорамалдары һатып алыуға, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреүгә йүнәлтеләсәк, - ти Фәнүзә Заһир ҡыҙы.

Проектҡа ярашлы, белем усағының 1-се корпусында ла капиталь ремонт үтәсәк. Ремонт эштәре 2026 йылда старт аласаҡ, тип көтөлә.

Учалы коррекцион мәктәп-интернатының икенсе корпусы мәктәпкәсә йәштәге 95 баланы үҙ ҡанаты аҫтына алған. Ремонт эштәре барышында тәрбиәләнеүселәр ваҡытлыса 4-се балалар баҡсаһына күсеп торғандар. Бәләкәстәрҙе йылы ҡаршы алғандар, улар өсөн яҡшы шарттар булдырылған.

- Барлыҡ һорауҙарҙы ла район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге менән бергәләшеп хәл итәбеҙ. Ғөмүмән, ярҙам ҡулы һуҙып, хәлебеҙгә ингән предприятие-учреждениеларға ҙур рәхмәтлебеҙ. Балалар баҡсаһының барлыҡ йыһазын ҡуйып тороу өсөн сәнәғәт колледжы ангарҙарын файҙаланыуға биреп торҙо. Башҡорт алтын табыу компанияһы, Учалының һәм Магнитогорскиҙың башҡа предприятиелары ла ярҙамһыҙ ҡалдырманылар. Коллегаларыма һәм ата-әсәләргә булған эштәрен ҡалдырып, бер һүҙһеҙ балалар баҡсаһын ремонтҡа әҙерләшкәндәре өсөн рәхмәт, ә инде төҙөүселәр март аҙағында ең һыҙғанып эшкә тотондолар ҙа инде, - ти директор.

Учреждениеға капиталь ремонтты Өфөнөң “БКС-Строй” предприятиеһы эшләй. Подрядсылар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күләмле эштәр башҡарып өлгөргәндәр ҙә инде. Бындай етеҙ темпта дауам итһәләр, үҙгәртеп ҡороуҙы ваҡытынан алда тамамлауҙары ла ихтимал. Бригаданың ҙур обьекттар менән эшләү тәжрибәһе етерлек. Өфөнөң 13-сө коррекцион мәктәбендә лә улар капиталь ремонт яһаған. Эштәренең сифатына һүҙ тейҙерерлек түгел.

- Һәр эште тәғәйен бер бригада башҡара. Берәүҙәр электрика менән булышһалар, икенселәр биҙәлеш менән мәшғүл. Егеттәр бурыстарына яуаплы ҡарай, уларҙың ялға туҡтағандарын да күрмәҫһең, баш күтәрмәй эш менән булалар. Стеналарҙағы, иҙәндәге кафелдәрҙе, иҫке раковина менән унитаздарҙы, яҡтыртҡыстарҙы тиҙ арала һүтеп алып, һылап, аҡлай ҙа башланылар, - ти мәктәп хеҙмәткәрҙәре.

Участка начальнигы Азамат Күҙәев ике бригаданың эшмәкәрлеген контролдә тота.

- Оҫталарҙың эш тәжрибәһе ҙур, етеҙҙәр. Иртәнге һигеҙҙән ҡояш байығансы эшләйҙәр. Танир Эртекин, Али Эртекин, Мэхмэт Беклэн сығыштары менән Төркиәнән. Төҙөлөш баҙарында 26 йыл эшләйҙәр һәм престижлы проекттарҙа ҡатнашыуҙары улар өсөн ҡәҙерле, - ти ул.

Автор:
Читайте нас: