Яйыҡ
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь , 13:53

Нәркәс - беҙҙеке!

Ставрополь ҡалаһында “Студент яҙы” Бөтә Рәсәй фестивале үтте, Арғаяш медицина колледжынан Нәркәс Хәмитова махсус приз менән бүләкләнә.

Нәркәс - беҙҙеке!
Нәркәс - беҙҙеке!

Ставрополь ҡалаһында “Студент яҙы” Бөтә Рәсәй фестивале үтте, Арғаяш медицина колледжынан Нәркәс Хәмитова махсус приз менән бүләкләнә.

Башҡорт ҡыҙы уңышҡа өлгәшеүенә былай ҙа шатланыр инек, баҡһаң, үҙебеҙҙең Учалы районынан, Ураҙ ауылынан бит ул!

Колледжда 3-сө конкурста уҡый, шәфҡәт туташы булырға әҙерләнә. Һәм әлеге еңеүе лә һис осраҡлы түгел –хәҙер инде икенсе тапҡыр үҙенең уҡыу йортон был, бөтә ил масштабындағы сарала, бик тә лайыҡлы вәкилләй. Бөтә Силәбе өлкәһен вәкилләү хоҡуғын алыу өсөн дә башта өлкә һәм төбәк-ара һайлау этаптарын уңышлы үтә.  Былтыр ҙа “Студент яҙы”нда призер булғайны, силәбеләр хәҙер уға “өф” тип кенә тораларҙыр....Әйткәндәй,  2022 йылда “Ҡош юлы. Балалар” йәш бардтар телевизион конкурсында Гран-при яулаған була, ҡиммәтле бүләк - гитара менән бүләкләнә.

Медицина һөнәрен үҙләштерә башлағас та ижадын туҡтатмай. Гитарала уйнай, үҙе яҙған йырҙарҙы башҡара, “День и Ночь” исемле рок-группа составында сығыштар яһай. Бик хуп, Аллаһ бойорһа, пациенттарын дарыу менән дә, яғымлы, моңло тауышы менән дә берсә дауалар!

Башҡортостандан ситтә булғанда ла, туған телгә, милли мәҙәниәткә тоғролоҡ һаҡлауының сәбәбе ябай – Ураҙ лицейының хәрмәтле башҡорт тел уҡытыусыһы Айгөл Фәнүз ҡыҙы Хәмитованың ҡыҙы бит ул. Әсәһенә лә, ҡыҙына ла “бишле” билдәләре ҡуябыҙ!

Нәркәс-һылыуҡай  Ставрополь ҡалаһында башҡорт телендә үҙе яҙған “Ҡулдарың” йырын башҡара һәм халыҡ ижадын үрләткән өсөн юғары баһалана. Афарин, һоҡланабыҙ һәм ғорурланабыҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: