Яйыҡ
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль , 15:55

1 июль - Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө

1 июль  - Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө. Шул уңайҙан Дан стелаһы эргәһендә иҫтәлекле сара уҙҙы.

1 июль  - Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө
1 июль - Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө

1 июль  - Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө. Шул уңайҙан Дан стелаһы эргәһендә иҫтәлекле сара уҙҙы.

Унда хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар, МХО-ла һәләк булғандарҙың яҡындары, туғандары, ҡала һәм район хакимиәттәре, “Ватан һаҡсылары” фонды, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе вәкилдәре, балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәр ҡатнашты.

Махсус хәрби операцияла һәләк булғандар иҫтәлегенә Мәңгелек ут янында бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде, һуңынан гөлләмәләр һалынды.

Сарала ҡатнашыусыларға күҙ һалам. Сәстәренә сал йүгергән олпат ағайҙарҙың йөҙҙәренән күпте күреп, күпте кисергәндәре күренеп тора. Ысын һуғыш утында ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең тән яралары күптән уңалһала, күңел яралары уңалмаған – күҙҙәрендә етдилек һәм һағыш...

- Бөгөн беҙ бергә йыйылып, хәтирәләр менән уртаҡлашабыҙ, һәләк булып ҡалған хеҙмәттәштәребеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ. Уларҙы беҙ бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа бер бөтөн, ғүмеребеҙ һәм һаулығыбыҙ менән иҫәпләшмәй, ил тыныслығы өсөн көрәшкәнбеҙ һәм көрәшәсәкбеҙ. Ошо көндө билдәләргә бер туғандарҙай йыйылыуыбыҙ ҡыуаныслы. Беҙ барыбыҙ ҙа ҡулына ҡорал тотоп ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән ябай һалдаттарбыҙ, - ти МХО-ла улын юғалтҡан, үҙе лә махсус операцияла ҡатнашыусы Рәил Ҡорамшин.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: