Үткән ял көндәрендә мул ямғырҙарҙан Башҡортостанда тау йылғалары таша башланы. “ Һыу кимәле Йүрүҙәндә -2, Инйәрҙә – 1,8 метрға күтәрелде”, - тип белдереү яһаны БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов.
Ошо хәлдәр арҡаһында «Ирәмәл» тәбиғәт паркы ла ваҡытлыса ябылды.
«Яуым-төшөмдән һуң йылғалар ныҡ ташты, контроль-үткәреү пункттарына инеү ҡыйынлашты. Автотраснпорт юлдан йөрөй алмай. Әлегә йәйәүле туристарға ғына Төлөк яғынан Ирәмәлгә күтәрелергә мөмкин. Хәл-шарттар үҙгәреү менән элекке режимда эшләй башларбыҙ»,- тип билдәләне “Ирәмәл” тәбиғәт паркы начальнигы Мирдар Дияров.
Мирдар Руслан улы әйтеүенсә, нисәмә йыл рәттән ҡоролоҡ йөҙәткәндән һуң бындай ямғырҙар бер ҙә насар түгел, йылғалар башланғыстарындағы һаҙҙар дымға туйып ҡала. Ә урман фаунаһына, дөйөм алғанда , әллә ни зыяны юҡ, тик урман ҡоштарына ғына (боровая дичь – һуйыр, ҡор, сел, ағуна, ҡурпысыҡтар) оҙайлы ямғырҙарҙа ҡыйыныраҡҡа тура килә.
...Ирәмәлдә ямғырҙар ҡалған ерҙәрҙән күберәк яуа торған, йәшендәр ҙә ҡурҡынысыраҡ һәм хәүефлерәк. Кем күк күкрәгәндә таҡыр тау башында үҙе булып ҡараған, ни хаҡта әйткәнде шундуҡ аңлар. Көн торошо тотроҡланғансы, изге тауға сәфәр ҡылмай тороу хәйерлерәк булыр!