Яйыҡ
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль , 10:29

Баҡшай саҡыра!

Милли рух тантанаһына рәхим итегеҙ.

Баҡшай саҡыра!
Баҡшай саҡыра!

6 июль Ғәҙелшә ауылы янындағы Баҡшай яланында VI   “Ай, Уралым, Уралым” этнофестивале үткәрелә.

11.00 сәғәттә сараны асыу тантанаһы.

11.30 сәғәттән – традицион уғатарлыҡ буйынса “Баҡшай мәргәне – 2024” ярыштары. Ошо уҡ ваҡытта Учалы филармонияһы артистары концерты, ат бәйгеһе, милли уйындар үткәрелә, келәм һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәренә саҡыралар. Шулай уҡ билмау менән көрәш буйынса Радик Зәйнуллин иҫтәлегенә турнир ойошторола.

12.00 сәғәттә – яңғыҙ бейеү буйынса Фәсих Кәримов исемендәге  III Асыҡ район конкурсы башлана.

15.00 сәғәттә – “Ауылымда яңғырай гармун моңдары” тигән гармунсылар, баянсылар  һәм Мәүлит Ямалетдинов иҫтәлегенә ҡурайсылар конкурстары башлана.     

18.00 сәғәттән – район үҙешмәкәр ижад коллективтары концерты. Һуңынан Гала-концерт һәм конкурс-ярыштарҙы йомғаҡлау.

22.00 сәғәттә иһә “Ритайым” башлана, йәғни башҡортса дискотека.

Рәхим итегеҙ!                                         

 

Фестивалдең ВКонтакте селтәрендә төркөмө -https://vk.com/ai_uralym_uralym?from=search

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: