Учалы район судында үҙенсәлекле эш ҡаралды. Былтыр йәй бер ҡатын ейәне менән ҡаланың № 1 маршрутындағы автобусҡа ултыра. Водитель юлда “лежащий полицейский” ҡоролмаһы барлығы тураһында онотҡан микән, әммә тиҙлекте кәметмәй үтә. Һөҙөмтәлә пассажир ҡатын көслө һелкенеүҙән ултырған урынынан һикертелә, иҙәнгә ҡолай. Дауаханаға илтелгәс, бер умыртҡа һөйәге һынған икәнлеге асыҡлана. Операция яһатырға тура килгән. Бер аҙ әйбәтләнеп алғас, имен хеҙмәтләндереүҙе тәьмин итмәгән өсөн судҡа бирә.
"Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһынан 250 мең һум әхлаҡи компенсация түләтеү тураһында ҡарар сығарыла, мәҡәлә яҙылған ваҡытта законлы көсөнә инмәгән әле.